Тема № 4. Антонимдар, уларҙың типтары. Лексик-семантик системала уларҙын роле

1. Антонимия яһалыуҙың логик әлкәләрен (сифат, пространство, ваҡыт төшөнсәләрен атаусы һүҙҙәр) художестволы әҙәбиәттән алынған миҫалдарҙа күрһәтегеҙ.

2. Төҙөлөшө буйынса антонимдарҙың бүленешенә миҫалдар килтерегеҙ.

-Төрлө тамырҙан булған антонимдар. Миҫалдар.

-Бер тамырҙан булған антонимдар. Миҫалдар.

3. Яһалышы буйынса антонимдарҙың бүленеше.

-Тамыр һүҙҙәрҙән генә торған антоним иштәр. Миҫалдар.

-Яһалма һүҙҙәрҙән генә торған антоним иштәр. Миҫалдар.

-Бер һыңары тамыр һүҙҙән, икенсеһе яһалма һүҙҙән торған антоним иштәр. Миҫалдар.

4. Сығышы буйынса антонимдарҙың бүленешенә миҫалдар килтерегеҙ:

-Төп башҡорт һүҙҙәренән генә торған антоним иштәр. Миҫалдар.

-Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән генә торған антоним иштәр. Миҫалдар.

-Бер һыңары төп башҡорт һүҙенән, ә икенсеһе үҙләштерелгән һүҙҙән торған антоним иштәр. Миҫалдар.

5.Антоним төҙөүсе һүҙҙәрҙең тик бер һүҙ төркөмөнә ҡарауын миҫалдар менән нығытығыҙ.

6. Тел һәм телмәр антонимдарына миҫалдар табығыҙ.

7. Антитезалар. Миҫалдар.

8. Оксюморондар. Миҫалдар.

9. Антонимдарҙың һүҙ яһауҙағы ролен миҫалдарҙа күрһәтегеҙ. 10.Художестволы әҙәбиәттә антонимдарҙың ҡулланылышын күҙәтеп, антонимдарҙың стилистик функцияһын билдәләгеҙ.

Тема №5 . Килеп сығышы буйынса хәҙерге Башҡорт теленең лексик ҡатламдары

 

1.Дөйөм төрки сығанаҡлы һүҙҙәр ҡатламын бер-нисә тематик төркөмдәргә бүлеп яҙығыҙ. Был ҡатламға башлыса ниндәй әлкәләргә ҡараған һүҙҙәр инә?

2. Художестволы әҫәрҙәрҙә үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ҡулланышының сәбәптәрен миҫалдар ярҙамында асыҡлағыҙ:

-Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Миҫалдар.

- рус теле аша башҡа телдәрҙән (грек, латин, немец, француз, инглиз, итальян) үҙләштерелгән һүҙҙәр. Интернационализмдар. Миҫалдар.

-Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Миҫалдар.

- Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр Миҫалдар,

3. Төрки телдәренең этимологик һүҙлектәре менән танышып, уларҙың томдарының береһенә күҙәтеү яһағыҙ, һүҙлектән бер-нисә һүҙҙең килеп сығышына миҫалдар килтерегеҙ.

4. Сит телдәр һүҙлектәрен файҙаланып бер нисә халыҡ-ара һүҙгә аңлатма бирегеҙ.

Тема №6. Телмәрҙә актив һәм пассив ҡулланылыш буйынса берләшкән һүҙҙәр төркөмө

1.Художестволы әҙәбиәттән тарихи һүҙҙәрҙең ҡулланылышына миҫалдар килтерегеҙ. Тарихи һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен анлатмалы һүҙлектәрҙе файҙаланып аңлатығыҙ.

2.Художестволы әҙәбиәттән архаизмдарҙың ҡулланылышына миҫалдар килтерегеҙ. Архаизмдарзьщ мәғәнәләрен аңлатмалы һүҙлектәрҙе файҙаланып аңлатығыҙ.

3. Художестволы әҙәбиәттән архаизмдарҙың һәр төрөнә (лексик, семантик, фонетик) миҫалдар килтерегеҙ. 4.Яны һүҙҙәрҙең барлыҡҡа килеү юлдарын миҫалдарҙа күрһәтегеҙ.

5. Газета телмәренән дөйөм тел неологизмдарының ҡулланылышына миҫалдар килтерегеҙ.

6.Художестволы әҙәбиәттә индивидуаль-стилистик неологизмдарҙың ҡулланылышына ммҫалдар килтерегеҙ һәм уларҙы ҡулланыуҙың функциональ-стилистик ролен билдәләгеҙ.

Тема № 7. Таралыш сфераһы буйынса берләшкән һүҙҙәр төркөмө

 

1.Диалект лексикаһының художестволы әҙәбиәттә ҡулланылышына миҫалдар килтерегеҙ. Ошо миҫалдарҙағы диалектизмдарҙың төрҙәрен (лексик диалектизмдар, семантик диалектизмдар, фонетик диалектизмдар, морфологик диалектизмдар) билдәләгеҙ.

3.Художестволы әҙәбиәттә профессиональ лексиканың ҡулланылышына миҫалдар килтерегеҙ.

3.Фәнни йәки фәнни-популяр текста терминологик лексиканың ҡулланылышына миҫалдар килтерегеҙ. Ошо миҫалдарҙан сығып, терминологик лексиканың характерлы үҙенсәлектәрен билдәләгеҙ.

4.Жаргон лексикаһының художестволы әҙәбиәттә ҡулланылыу маҡсатын миҫалдарҙа күрһәтегеҙ.

Тема № 8. Теге йәкибыл стилгә ҡарағанлыҡбуйынса берләшкән һүҙҙәр төркөмө

 

1.Художестволы әҙәбиәттә йәнле Һөйләү телмәре лексикаһы кулланылыуына миҫалдар килтерегеҙ, Ошо миҫалдарығыҙҙан сығып, йәнле һөйләү телмәре лексикаһынын үҙенсәлектәрен асыҡлағыҙ, һүҙҙәрҙең мәғәнәһенең көсәйеүен (экспрессив мәғәнәһен), коннататив (өҫтәлмә) мәғәнәһен, эмоциоиаль-баһалау. хис-тойғо биҙәктәрен күрһәтегеҙ.

2. Газета телмәренән публицистик лексикаға миҫалдар бирегеҙ. Миҫалдарҙан сығып, был лексиканың үҙенсәлектәрен, мәғәнә төҫмөрҙәрен билдәләгеҙ.

3. Фәнни стилгә ҡараған лексиканың текстарҙа ҡулланылыуына миҫалдар килтерегеҙ.

4. Эш ҡағыҙҙарында рәсми лексиканың ҡулланылышын миҫалдарҙа күрһәтегеҙ.

Тема № 9. Фразеология

 

1.Фразеологик һүҙбәйләнештәрҙең төрҙәренә художестволы әҙәбиәттән миҫалдар килтерегеҙ:

- фразеологик ҡушылмалар. Миҫалдар. -фразеологик берҙәмлектәр. Миҫалдар.

- фразеологик бәйләнештәр. Миҫалдар.

2. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлегенән (Өфө, 1996) түбәндәге тел күренештәренә миҫалдар яҙып алығыҙ:

-күп мәғәнәле фразеологизмдар. Миҫалдар.

-омоним фразеологизмдар. Миҫалдар.

антоним фразеологизмдар. Миҫалдар.

-синоним фразеологизмдар. Миҫалдар.

3. Башҡорт теленен фразеологик һүҙлегенән стилистик биҙәкле фразеологизмдарға миҫалдар килтерегеҙ.

4. Йәнле һөйләү стилендәҡулланылған фразеологизмдар ниндәй хис-тойғо биҙәктәренә эйә? Яуабығыҙҙы миҫалдар менән нығытығыҙ.

5. Фразеологизм составында хәҙерге башҡорт теле күҙлегенән аңлашылмаған бер-нисә һүҙгә фразеологик һүҙлекте файҙаланып, аңлатма бирегеҙ.