Ленинград өлкәһе урманында

Уғыш хәтирәләре

Алкино-2 лагерында

 

1942 йылдың сентябрь башында Алкино лагерына барып эләктек. Станцияға төнләтеп кенә килеп еттек. Ҡойоп ямғыр яуа. Өфөнән барып алған лейтенант беҙҙе колоннаға теҙеп мәшәҡәтләнгәйне лә, булдыра алманы. “Минең арттан ҡалмаҫҡа!”, - тине лә, беҙҙе эйәртеп лагерға алып китте. Таныштар бер-береһенән ҡалмаҫҡа, айырылышмаҫҡа тырышып, ҡайһыларыбыҙ етәкләшеп тигәндәй лагерға барып еттек.

Беҙҙе һыуыҡ землянкаларға индерҙеләр. Таныштарға яҡыныраҡ булырға тырышып һикеләрҙән урын алдыҡ та, кем нисек етте, шулай ятып йоҡланыҡ. Иртәгеһен үҙебеҙ хеҙмәт итә торған частарға бүлделәр. Мин 1-се батальондың 3-сө ротаһына эләктем. Взвод, отделениеларға бүлеп иртәнге ашҡа алып киттеләр. Ашты ашап бөтөүгә минең арттан килеп кемдер күҙҙәремде баҫты. Әйләнеп ҡараһам, үҙебеҙҙең колхоз счетоводы Кадыров ағай булып сыҡты. Ҡыуанышып һөйләштек тә, кемде нисек табырға икәнен аңлатып айырылыштыҡ. Күрше полкта ПТР взводының командиры икән. Лагерҙа беҙҙән үрҙәрәк ПТР полкы, ә беҙҙән түбәнерәк стрельбище янында миномет полкы, беҙҙең пулемет полкы уртала урынлашҡан ине. Өс полк та бер ашханала туҡланып йөрөнөк. Ҡадыровтың взводы аҙнаһына бер ашханала дежур була. Шуны белеп алғас, ул взвод дежур саҡта барып сығам. Ҡадыров ағай итле генә итеп бер котелок аш һалып бирә. Мин землянкаға алып ҡайтам да, Сәлим ауылы егете Ҡасимов Нурғәле менән ашай торғайныҡ. Ул ваҡытта аҙнаһына бер яҡшы итеп туйынып алыу беҙҙең өсөн ныҡ файҙалы ине. Мунсаға алып барып йыуындырҙылар ҙа, үҙебеҙҙең кейеп барған кейемдәрҙе систереп, һалдат формалары кейҙерҙеләр. Ҡайһыларыбыҙға аяҡ кейемдәре, ботинкалар, шул иҫәптән миңә лә, эләкмәне. Үҙебеҙҙең кейемдәрҙе тоҡҡа һалып, адрес яҙҙырҙылар ҙа алып киттеләр. Һәм шулай улар юҡ булды.

Иртәләрен ҡарҙай ҡырау төшә башланы. Ә беҙҙе иртәнге зарядкаға ялан аяҡ көйө сығарып йонсоттолар, күптәр һыуыҡ тейҙереп ауырыша башланы. Мин дә өс көн сыҡтым да, бүтәнсә сыға алманым. Шунан һуң ғына старшина ботинкалар алып килеп таратты.

Занятиеларға бер аҙ йөрөгәс, Йоматау станцияһынан 12-15 км ерҙән имән бүрәнә ташыта башланылар. Юлһыҙ, ҡырмыҫҡа кеүек һуҡмаҡ һалып алғанбыҙ ҙа, ауыр бүрәнәләрҙе станцияға ташыйбыҙ. Бүрәнәләрҙе күтәргән саҡта иң алдағы һәм арттағы кешегә ауырлыҡ ныҡ төшә. Мине, бәләкәй кешене, сержант гел артҡа ҡуя. Шулай дөрөҫ тә булғандыр инде. Тик бер көнө сержантҡа ҡаршы һүҙ әйткән өсөн отделение боецтарын бүрәнәнең алғы яҡтан яртыһына тиклем ҡуйҙы ла, мине иң артҡа ҡуйып, ҡайтып киләбеҙ. Бүрәнә мине ныҡ баҫа башланы. Сөнки ярты ауырлыҡты күтәргәнмен бит, арыным. Күҙ алдым ҡараңғылана башланы һәм бүрәнәне ташлағанмын. Сержант миңә бәйләнә, ҡабат бүрәнәне күтәртмәксе була. Мин дә ҡарышып сержантҡа ҡаршы һүҙ әйттем. “Фронтҡа бергә барһаҡ, беренсе пуля - һиңә”, - тинем. Мине лә яҡлаусы табылды. Шул иҫәптән ике еврей егете яҡлашты. Урманда һуғышып китә яҙҙыҡ. Шунан һуң ул сержантты беҙҙең отделениенан алдылар. Ташкенттан ине, исемен онотҡанмын. Бүрәнәләрҙе Йоматау станцияһына ташығансы, Алкино станцияһына 3 километрға ташыу еңелерәк тә, тиҙерәк тә булыр ине. Шундай ауырлыҡтарға сыҙамай, ҡайһы бер курсанттар лагерҙан ҡасып ҡаранылар. Ҡасып ҡайҙа бараһың инде? Ике егетте тотоп килтерҙеләр ҙә, хәрби трибунал менән хөкөм итеп, бөтә өс полкты теҙеп, приговор уҡып аттылар. Беҙҙең отделение командиры, кесе сержант Дидик теге егеттәрҙең береһен таныған булған. “Һәйбәт егет, шәп баянсы ине, уның баян көйөнә байтаҡ бейегәнем булды”, - тине. Ул егет Баймаҡтыҡы икән, Дидик үҙе лә Баймаҡтан ине. Ул ваҡытта Баймаҡҡа тиклем үк ҡайтып етә алғас, бик хәлле кешенең улы булғандыр, тип уйлайым. Хәҙерге кеүек Өфө-Сибай юлы юҡ ине, йә Кинель аша, йә Силәбе аша Өфөгә йөрөй торғайнылар. Ул йылдарҙа беҙҙең кеүек кешеләргә баян түгел, мандолина алыу ҙа мөмкин түгел ине...

Фронтта ғына түгел, тылда ла ҡоротҡослоҡ эштәре барҙы. Яланаяҡ ҡырауҙа теҙеп баҫтырып ҡуйыу, алыҫ аранан ауыр йөк ташытыу аслы-туҡлы йөрөгән һалдаттарҙы ныҡ йонсотто. Етмәһә, өс полкты хеҙмәтләндергән мунсабыҙҙы үртәп киттеләр. Курстанттар шул тиклем йонсоно, бетләне, төрлө ауырыуҙар көсәйҙе. Күптәр фронтҡа ла етмәй ҡырылды. Шул ваҡыт медкомиссия үткәрҙеләр. Йонсоп бәләкәйләнеп ҡалған курсанттарҙы ҡайтарҙылар. Мин армияға алынғанда буйым 1 м 55 см ине. Бүрәнә ташығандан һуң 1 м 51 см булып ҡалғанмын. Буйы 150 см-ҙан кәм булғандарҙы ҡайтарҙылар, мине ҡалдырҙылар.

Лагерҙағы етешһеҙлектәр тураһында яҙырға рөхсәт итмәнеләр, яҙһалар ҙа ундай хаттарҙы цензура бер ҡайҙа ла үткәрмәне. Теге ике еврей егете лагерҙағы етешһеҙлектәр тураһында оборона наркомына яҙғандар һәм таныштары, туғандары аша ебәреүгә өлгәшкәндәр. Шунан һуң оборона наркомынан К.Е. Ворошилов килеп бик күп етешһеҙлектәрҙе асып, күп командирҙарҙы урынынан бушатты. Беҙгә курсант паегы бирә башланылар. Ғүмерҙә күрмәгән аҡ икмәк ашарға насип булды.

Ошо хәтирәләр тураһында Өфө-Абдуллино поезында санаторийға китеп барғанда юлдаштарыма һөйләгәйнем, уларҙың берәүһе: “Эйе, һеҙҙе арыу прессовать иткәндәр икән, арҡа һөйәгеңдең дөрөҫ формала булмауы ла шунан”, - тине.

Ул ваҡытта беҙ Тыуған илебеҙҙе дошман баҫты, шуны ҡыуабыҙ тип ыҙаланыҡ, ғазапландыҡ. Ә хәҙерге йәштәр нимә өсөн ғазапланалар һуң? Бына тигән егеттәр ер һелкетеп эшләү урынына зәғифләнеп, ғәрипләнеп чечен һуғышынан кешегә баҡма булып ҡайталар. Быларҙы кемдән күрергә кәрәк? Президенттың аҡылһыҙлығынанмы? Юлбашсы аҡылһыҙ булһа, ил бөлә инде ул. Шуның менән Ельцин оялмайынса икенсе срокка һайланмаҡ була бит!

Ворошилов килгәндән һуң беҙҙең отделениеға Кошеленко тигән сержантты ҡуйҙылар. Взвод командиры ла арыу ғына лейтенант булып сыҡты. Беҙ ысынлап һуғыш ҡоралдарын өйрәнә башланыҡ. Эштәр арыуланды. Пулеметты замогына тиклем һүтеп ташлайбыҙ ҙа, ҡабаттан йыйырға өйрәнәбеҙ. Сальнигын дөрөҫ урарға кәрәк. Стрельбищеға йөрөп, атыу һөнәренә өйрәнә башланыҡ. Төрлө мишендәргә атабыҙ. Күптәребеҙ арыу ғына төҙ ата башланы. Минең пулялар ҙа ситкә китмәй. Беҙгә яңы рота командиры килде. Хәҙер ҙә хәтеремдә, 5 декабрь, Конституция көнөндә, сасҡау һыуыҡта беҙҙең ротаны стрельбищеға алып киттеләр. 800 метрҙан һигеҙ хәрәкәтләнеүсе мишенгә атырға тейешбеҙ. Ун биш патрон менән бөтәһенә лә тигеҙергә кәрәк. Пулемет землянка алдына ҡуйылған. Курсанттар землянканан сығалар ҙа аталар, тик тигеҙеүсе бик һирәк. Һыуыҡ. Яҡшы тоҫҡап ата алмайҙар. Яңы килгән рота командиры асыулана башланы. Күңеле төштө. Ротаны алып ҡайтырға теҙә башланы. Мин лейтенанттан: “Иптәш лейтенант, рөхсәт итегеҙ, атып ҡарайым!”- тинем. “Былар ата алмағанды һин нисек атаһың?”- тине. Ә иптәштәрем минең яҡшы атҡанды беләләр ине. Улар, иптәш лейтенант, атып ҡараһын инде, тинеләр. Шунан лейтенант ризаһыҙ ғына атып ҡарарға рөхсәт бирҙе. Мишендәр күренеү менән пулеметты тоҫҡап, 15 патронды ла ебәргәйнем, бөтә мишенгә лә тигеҙгән дә ҡуйғанмын. Иртәгеһенә иртәнге зарядкаға теҙелгәс, рота командиры: “Курсант Ғәниев, биш аҙым алға! Стройҙан сығырға!”, - тип команда бирҙе. Мин тертләп киттем, бер нимә лә боҙмағайным да баһа, тип уйлап, ҡобарам осоп, биш аҙым алға сығып баҫтым.

- Атыу буйынса яҡшы һөҙөмтә күрһәткән өсөн объявляю благодарность! - тип иғлан итте. Был - строй алдында алған тәүге благодарность ине.

Февраль баштарында беҙҙән тәүге имтихан алдылар. Сержант званиеһы биреп, 28-се стрелковый маршевый полкка ебәрҙеләр. Унда отделение командиры булып, фронтҡа китеүселәрҙе әҙерләнек. Шунда Ҡыпсаҡ ауылынан Таҡаев Әхмәҙи Әүхәҙи улын үҙемдең отделениеға алдым . Күсеп китһәң дә сәсеп кит, тигән боронғолар. Беҙ ҙә Дим йылғаһының Ар ауылы янында дүрт-биш көн картуф ултырттыҡ та, 21 май көнө эшелонға тейәлеп фронтҡа киттек.

Юлда

Таҡаев Әхмәҙи менән бер вагонда минең отделениела бергә ашап-эсеп барабыҙ. Ленинград өлкәһенә барып етәрәк, бер станцияла Әхмәҙи концентраттан бутҡа бешерә башлағайны ғына, эшелон ҡуҙғалды ла китте. Беҙ иң аҙаҡҡы вагондың платформаһына саҡ тотоноп өлгөрҙөк. Платформала йәш кенә кесе лейтенант тора ине. Беҙгә ярҙамлашыу урынына Әхмәҙиҙең күкрәгенә тибеп ебәрҙе. Беҙ әрһеҙләшеп платформаға күтәрелдек, шул ваҡытта Әхмәҙи теге кесе лейтенанттың башына бутҡалы котелогы менән тондорҙо. Бите-башы, яңы ғына кейгән обмундированиеһы бутҡаға буялды. Алдағы станцияла эшелон начальнигына доложить итеп, беҙ икәүҙе һыуыҡ вагонға ябып ҡуйҙылар. Һыуыҡ вагонда төн уҙғарырға тура килде.

Ленинград өлкәһе урманында

Эшелон начальнигы капитан Калинин, бер нисә сержант, старшина, юл буйы ашап-эсеп байрам итеп барҙылар. Баҡһаң, беҙгә тейешле ашамлыҡтарҙы, эске кейемдәрҙе һатып байрам иткәндәр икән. Ошо уғрылыҡты белеп ҡалып, һалдаттар капитанды һәм уның эйәрсендәрен уртаға алып төрткөсләй башланылар. Беҙҙе ҡаршы алыусы өлкән лейтенант: “Самосуд ойоштормағыҙ, беҙ юғары начальствоға еткерербеҙ, улар хәрби трибунал менән хөкөм ителер, штраф ротаһына ебәреләсәктәр”, - тип беҙҙе саҡ тыйып алды.

Станциянан 25-30 км самаһы урман араһына бер күл янына алып барып туҡтаттылар. Бер аҙ ял иттек. Шул ваҡытта кәмә менән күлдән дүрт-биш кеше килеп сыҡты, баҡһаң, дивизия командиры полк командирҙары менән киләләр икән. Арабыҙҙа ултырған сибек кенә Лебедев тигән бер сержант “Встать, смирно!” командаһы биреп, үҙенән юғары командирҙарҙан алда йүгереп барып, пополнение килеүе тураһында хәбәр итте. Ә мин бер ситтәрәк тик ултырам. Сержантҡа ҡарышып, торманым. Командирҙар дивизия, полк хәлдәре менән ҡыҫҡаса таныштырып, беҙҙең хәлдәрҙе һораштылар, һәр бер боец менән айырым-айырым һөйләштеләр. Командирҙар минең янға килеп һөйләшә башланы.

· Как Ваша фамилия?

· Ганиев.

· Нишләп ултырып һөйләшәһегеҙ?

· Арыным.

· Бүтәндәр арымағанмы ни?

· Кемдең ниндәй организм бит, иптәш полковник...

Бүтәнсә өндәшмәнеләр, ары киттеләр. Мин 933-сө полктың 1-се батальонына эләктем. Миңә ун кешенән торған отделение бирҙеләр. Үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре. Бик шәп егетттәр ине. Бер ай самаһы урманда һаҙлыҡлы, батҡаҡ урындарҙы нисек үтергә, нисек һуғышырға өйрәндек. 25-30 см ер ҡаҙһаң, окоптан һыу сыға башлай. Урманда мүк өҫтөндә бараһың. Үрҙәнерәк һикереп һелкетһәң, хатта үҫеп ултырған шыршылар һелкенеп китә. Түбәнерәк урындарҙа батҡаҡлыҡ. Абайлап баҫмаһаң, батҡаҡҡа сумып ингәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Шулай бер ваҡыт күләүектең аръяғындағы бер һарайҙы беҙҙең отделениеға “штурм" менән алырға бойороҡ бирелде. Отделениела пулеметыбыҙ ҙа бар. Пулеметты һүтеп тоттоҡ та, тумарлыҡлы батҡаҡ аша сығырға булдыҡ. Мин алдан бара инем,"Ганиев!" тигәнгә әйләнеп ҡараһам, берәү ҙә күренмәй. Абайлап ҡараһам, Самушин тигән кесе лейтенанттың башы батҡаҡ эсенән саҡ ҡына күренеп тора. Ярай әле, талға йәбешеп өлгөргән. Пулеметтың кожухы унда ине, уны ла ысҡындырмаған. Ысҡындырып һыу төбөнә ебәрһә, беҙ штраф ротаһына эләгә инек.

Үҙебеҙгә бирелгән һуғыш ҡоралдарын яҡшылап өйрәндек. Бер аҙҙан һуң һуғышҡа нисек әҙерләнеүҙе тикшереү көнө булды. Командирҙар алдынан строй менән үтәбеҙ. Ҡоралдарыбыҙҙан атып күрһәтәбеҙ. Беҙҙең отделение егеттәре стройҙа ла шәп, тигеҙ баҫып йырлап үттеләр:

Ворошилов карточкаһын

Күргән һайын ҡарайым.

Армияға барыуымды

Ҙур бәхеткә һанайым!

Командирҙарға беҙҙең егеттәр бик оҡшаны. Атыуҙа ла һынатманылар. Күлдең осонда ҡалҡыулыҡта һуғыш ҡоралдары ҡуйылған. Күлдә, 700 м алыҫлыҡта, өрөп тултырылған шарҙар ипләп кенә йөҙә. Шуларға атып тигеҙергә тейешбеҙ. Иң тәүҙә үҙем атып ҡарарға булдым. “Иптәш полковник, миңә атырға рөхсәт итегеҙ!”. “ Пожалуйста”, - тине. Станковый пулеметты тоҫҡап, бер очередь биргәйнем, бер нисә шар һүнде. Маладис, тип полковник маҡтап ҡуйҙы. Минең отделение егеттәре үҙ ҡоралдары менән атҡан һайын шарҙарҙы юҡ итеп тик торалар. “Молодцы, яҡшы әҙерләнгәндәр!” - тип маҡтанылар. Тикшереүҙән һуң полкты стройға теҙҙеләр. Командирҙар строй буйлап килә. Ҡайһылар менән туҡтап һөйләшәләр. Беҙгә лә килеп еттеләр. Дивизия командиры полковник (исем-фамилияһын онотҡанмын): “Ә, теге ваҡыт ултырып һөйләшкән сержант бит әле, фамилияң Ғәниевмы әле?” - тип һораны. Эйе, Ғәниев, тип яуап бирәм. “Нисек, дошманды туҡмайбыҙмы?”. “Обязательно! Тыуған ил өсөн, үлтерелгән ағайым өсөн үс аласаҡмын!” - тип яуап бирҙем. “Ниңә Сталин өсөн түгел?”. “Бер кеше өсөнмө?” - тип һорауға ҡаршы һорау менән яуап бирҙем. Ул ваҡытта “За Родину, за Сталина” тип әйтеү ғәҙәткә ингән ине. “За отца народов Сталина!” тип ебәрһәң, бигерәк шәп булаһың инде...

Минең отделение бөтә күрһәткестәр буйынса ла полкта беренсе урынға сыҡты. Отделение командирҙарға оҡшаны. Ә командиры Ғәниев оҡшаманы, һөйләшә белмәне. Командирҙар ситкәрәк китеп кәңәшләштеләр, нимәлер яҙҙылар. Иртәгеһен дивизия командирының приказын уҡып ишеттерҙеләр. Минең отделение егеттәренә бөтәһенә лә кесе сержант званиеһы бирелде. Улар араһында Учалы районынан Әхмәтғәлин Әхмәтйән Рәхимйән улы - буласаҡ Советтар Союзы Геройы, Сәфәрғәлин (икеһе лә Сәфәр ауылынан), Бөрйәндән Ишбулдин, Зианчуранан Абдрахманов тигән бик шәп егеттәр бар ине. Отделениены бөтөрөп, мине пулемет расчетының командиры итеп “үрләттеләр”.