Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

Аңлатмалы яҙыу

Был программала башланғыс кластарҙа башҡорт теле фәне буйынса уҡытыу тематикаһы, уның йөкмәткеһе һәм уҡыусы үҙләштерергә тейеш булған универсаль уҡыу эш төрҙәре системаһы, метапредмет, шәхси, предмет һөҙөмтәләре бар.

Мәктәп алдында, шулай уҡ тел дәрестәрендә, ҡуйылған иң төп маҡсат - баланы шәхес итеп үҫтереү.

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этнокультура өлкәһенә 5араған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә.

Лингвистик компетентлыҡ (уҡыусыларҙың башҡорт теленән мәғлүмәтлелеге) өндәр һәм хәрефтәрҙе, һүҙьяһалышын, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, һүҙ төркөмдәрен, һөйләм киҫәктәрен, лексик һәм грамматик берәмектәрҙе, лингвистик анализды һ. б. үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) компетентлығы - уҡығанды һәм башҡалар һөйләгәнде аңлау, хәҙерге әҙәби башҡорт теленең нормаларына эйә булыу, һүҙ байлығын, телдең грам­матик яғын дөрөҫ итеп үҙләштереү, телдән һәм яҙма формала бәйләнешле телмәр күнекмәләрен булдырыу һ. б.

Этнокультура өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ,йәғни телде милли-мәҙәни юҫыҡта үҙләштереү - ул уҡыусыларҙың телгә өйрәнеү барышында милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған текстар менән эшләүе, халҡыбыҙҙың тормош- көнкүреш, йола, ғөрөф-ғәҙәт үҙенсәлектәрен, шанлы үткәнен, әҙәп-әхлаҡ нормаларын, телмәр әҙәплелеген, һынлы сәнғәт әҫәрҙәрен, мәҙәниәтен, халыҡ ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен белеүе, башҡорт халҡының телмәр әҙәплелеген үҙләштереүе, рухи ҡомартҡыларын ихтирам итеүе һ. б.

 

Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп бурыстары:

 

- туған телдә камил һөйләшеү, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;

 

- уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;

 

- башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһы-ныу тәрбиәләү;

 

- дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;

 

- башҡорт телек башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;

 

- уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.

 

Программаның бурыстарын тормошҡа ашырыу өсөн заманса эш методтарын һәм алымдарын ҡулланырға кәрәк. Дәрестә уҡыусыларға төплө белем нигеҙ- ҙәре, ныҡлы күнекмәләр биреү менән бергә, уларҙың танып белеү эшмәкәрле- ген һәм фекерләүен үҫтереүсе, дөйөм үҫешен тәьмин итеүсе алымдар һәм саралар менән файҙаланыу мотлаҡ талап булып тора. Уҡыусылар грамматик ҡағиҙәләрҙе практик эш нигеҙендә аңлап, әүҙем үҙләштерергә, алған белем- дәрен аңлата, нигеҙләй, иҫбатлай, ҡуллана белергә тейеш. Уҡыусыларға проект төҙөү методын ҡулланыу ҙа тәҡдим ителә.

Уңышҡа ирешеү өсөн тел дәрестәрен уҡыу дәрестәре менән тығыҙ бәйләп алып барыла.

Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлде:

 

1) һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;

 

2) фәннилек һәм системалылыҡ принциптары;

 

3) уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;

 

4) баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

 

Программаның нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.

 

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тор мошҡа ашырыла:

- предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

- уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

- яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

- тел тураһында бел ем алыу һәм системалаштырыу;

- орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;

- башҡорт теленең тәрбиәүи потҫнциалын ҡулланыу;

- телде тойомлауҙы үҫтереү.

Фонетика һәм графика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

-өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;

-өндәргә характеристика биреү:һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлы

һәм баҫымһыҙ); тартынҡылар (яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ);

-башҡорт алфавитында хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибен һәм уның әһәмиәтен үҙләштереү (һүҙҙәрҙе билдәле тәртипкә килтереү, алфавит ярҙамында кәрәкле мәғлүмәт эҙләү һ. б.).

Башланғыс класты тамамлаусы укыусы бирелгән схема буйынса өн-хәреф

анализын эшләргә өйрәнеү һәм уның дөрөҫ булыу-булмауын тикшереү мөм-кинселегенә эйә булырға тейеш.

Орфоэпия

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-башҡорт теленең нормаларын үтән уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән күләм кимәлендә);

-белмәгән осраҡта һүҙлектән йәки дәреслектән дөрөҫ әйтелеш нормаларын үҙ аллы табыу йәки уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү.

Составы

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә

була:

-үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;

-тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;

-һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы табыу.

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы һүҙҙәрҙе соста­вы буйынса тикшерә белергә, анализ яһарға өйрәнеү мөмкинселегенә әйә була.

Лексика

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә бу

лырға тейеш:

-һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк булған һүҙҙе айырып алыу;

-һүҙҙең мәғәнәһен текст буйынса йәки аңлатмалы һүҙлек буйынса дөрөҫләү

Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:

-бер төрлөлөктән азат булыу маҡсатында тейешле синонимдарҙы та

быу һәм ҡулланыу;

-сағыштырыу һәм теүәл характеристика биреү өсөн антонимдар ҡулланыу;

-текстағы телмәрҙә ҡулланылған тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе таныу;

- ябай фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм уларҙы телмәрҙә

ҡулланыу;

-һүҙҙәрҙе урынлы йәки урынһыҙ ҡулланыуҙы баһалай белеү;

-аралашыу мәсьәләһен урынлы хәл итеү маҡсатында тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙең тейешлеһен һайлал алыу.

Морфология

Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә бу

лырға тейеш:

-исемдең һанын, затын, килешен, һөйләмдәге урынын билдәләү, исемдәргә морфологик анализ яһау;

-сифаттарҙың төрөн, дәрәжәһен билдәләү, уларға морфо­логик анализ яһау;

-ҡылымдың грамматик билдәләрен: һөйкәлешен, заманын, затын бил-

дәләү, морфологик анализ яһау;

-рәүештәрҙең грамматик билдәләрен таныу: үҙгәрмәүсе һүҙ төркөмөн,төрөн, дәрәжәһен белеү;

-алмаштарҙың грамматик билдәләрен таныу: һанын, затын;

-һандарҙың грамматик билдәләрен белеү: төрөн, төркөмсәләрен һ. б.

«Башҡорт теле» предметының уҡыу планындағы сәғәттәр бирелеше

Базис уҡыу планына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә «Башҡорт теле» предметын өйрәнеүгә башланғыс класта бөтәһе 460 сәғәт бүленә. (I класта грамотаға өйрәтеүгә - 102, башҡорт теленә - 35,туған

телгә-23сәғәт, II, III, IV кластарҙа 102 - аҙнаһына 3-әр сәғәт (34 аҙнанан сығып).)

-

Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше

 

Башҡорт телен өйрәне һөҙөмтәһенең бер й9нәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәгерухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

 

Изгелек ҡиммәте- үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.

 

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

 

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.

 

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

 

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

 

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.