Методические рекомендации для преподавателя. Уҡытыусылар өсөн методик күрһәтмәләр:

Уҡытыусылар өсөн методик күрһәтмәләр:

а) студенттарға фән һәм сәнғәт үҙенсәлектәрен ныҡлы төшөндөрөргә;

б) сәнғәт төрҙәре теҙмәһендә һүҙ сәнғәтенең айырым урын биләүенә баҫым яһарға;

в) айырым темалар буйынса сығыштар биреп, (мәҫәлән, “Ижад методтары”, “Әҙәбиәт ғилеме составы” һ.б.)теоретик мәғлүмәтте практик йәһәттән нығытыу өсөн художестволы текстарҙы анализларға ҡушырға;

г) әҙәбиәт ғилеме тармаҡтары араһындағы бәйләнешкә баҫым яһарға һәм осор буйынса ғилми-теоретик художестволы текстарҙы уҡырға;

д) материалдың характеры һәм уны өйрәнеүҙең дидактик маҡсаттары буйынса: яңы материалды аңлатыу, үҙләштереү, ҡабатлау, студенттарҙың белемен тикшереү, аралаш дәрестәр үткәреүҙе лә күҙ уңында тоторға;

е) белем биреү формаһы буйынса әңгәмә, лекция, диспут, экскурсия һ.б. төрҙәрен файҙаланырға мөмкин;

е) хәҙерге заман әҙәбиәт фәненең ҡаҙаныштарын һәм “аҡ таптары”н күҙаллау өсөн матбуғат материалдарына системалы байҡау яһарға, бигерәк тә, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Йәдкәр”, “Литературная газета”, “Роман-газета”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” баҫмаларына иғтибар итергә;

ж) студенттарҙың хәтерен яҡшыртыу, телмәр үҫтереү маҡсатында художестволы текстарҙан өҙөктәр ятларға. Һәр әҙәби төр жанрҙары буйынса эшләгән авторҙарҙың хеҙмәттәрен студенттарҙың ныҡлы белемен талап итергә.

Студенттар өсөн методик күрһәтмәләр:

  1. Курсты өйрәнеү буйынса методик күрһәтмәләр:

а) уҡытыу-методик комплекс менән ентекле танышып сыҡҡандан һуң шәхси китапханала төп һәм өҫтәлмә ғилми әҙәбиәтте булдырыу тураһында хәстәрлек күрергә;

б) ғилми мәҡәләләрҙе конспеклау өсөн айырым дәфтәр булдырып, унда әҙәбиәт теоретиктарының фундаменталь хеҙмәттәре исемлеген һәм тезис планында йөкмәткеһен яҙырға;

в) поэтик китаптан шиғри текст күсереп алырға һәм ундағы бөтә төр троптарҙы табырға, һайланған строфала стилистик эксперимент үткәреп ҡарарға;

г) семинар дәрестәр планына ярашлы әҙерләнеп, технологик картала күрһәтелгәнсә балдар йыйыуҙы хәстәрләргә;

д) ғилми-терминологик һүҙлек булдырырға;

 


Разработано и рассмотрено на заседании кафедры русской филологии (протокол № от «»20__г.) Зав. кафедрой ______________ «Утверждено» на заседании УМС гуманитарного факультета
 
(протокол № от «»20__г.)

Председатель ______________

 

Министерство образования и науки Российской Федерации

Нефтекамский филиал

Федерального государственного бюджетного образовательного учреждения

высшего профессионального образования

«Башкирский государственный университет»

Гуманитарный факультет

Кафедра русской филологии

Рабочая программа

 

по дисциплине «Теория литературы» для студентов заочной формы обучения

специальности «Филология»

 

Рабочую программу осуществляют: Лекции: к.филол.н., доц. Практ. занятия: к.филол.н., доц. Хуснуллина Р.Д. Учебных часов: 16+111+2 В т.ч. лекций: 8 семинарских занятий: 8 самостоятельной работы: 47+ 64+2, в том числе КСР – 2 форма контроля: экзамен – 7 семестр