Йылдың 26 октябрендә Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы киңәйтелгән ултырышының 10-сы һанлы протоколы. 3 страница

“Бала саҡтан һөйөнөслө был ваҡиға, — тип яҙа күренекле шағирыбыҙ Яҡуп Ҡолмой өҫтә телгә алынған мәҡәләһендә, — ярты быуаттан артыҡ инде хәтеремдә һаҡлана. Әле Эстәрле педтехникумында уҡый ғына башлаған үҫмерҙең ҡыйыуһыҙ күңеленә осор ҡанат ҡуйҙы был көтөлмәгән хат. Өфө һынлы Өфөнән килгән был хат кинәт зиһенемде һүргәндәй булды. Ундағы һүҙҙәр әле булһа хәтеремдән сыҡмай: “Яҡуп, энем, һинең шиғырыңды ла, һүрәтләмәңде лә алдыҡ. Икеһен дә әҙерләп бирҙем, оҙаҡламай баҫылып сығыр. Сәләм менән Ғәйнан Әмири”, — тип яҙылғайны. Уҡыу башланып ун көн самаһы үткәс, “Йәш төҙөүсе” гәзитенең беренсе битендә нәҫер һымағыраҡ мәҡәләм, дүртенсе битендә “Һау булығыҙ, ҡоштар” тигән шиғырым баҫылып та сыҡҡан. Бер группала уҡыған ауылдашым Ғәйфулла ла, Әрмет егете, хәҙер яҙыусы Ибраһим Ғиззәтуллин да, беҙҙән юғары класта уҡыған Нурулла Янбаев та гәзитте ҡулдан ҡулға йөрөтөп уҡынылар... Һуңыраҡ үҙем дә Өфөлә, “Ленинсы” гәзитендә эшләй башланым...

Белеүемсә, шул йылда Ғәйнан Әмири пединститутты тамамлап сыҡты. Йыш ҡына редакцияға килә, шиғырҙарын баҫтыра, беҙҙе лә ситләтеп китмәй торғайны. Мин ултырған ҡыҫыҡ бүлмәгә лә керә, яңы ғына әүмәләгән ҡулъяҙмаларымды ҡараштыра, “был юлын былайыраҡ әйтергә кәрәк”, тип, төҙәткеләп тә ҡуя. Бара-тора ул минең серҙәш ағайым, ижадымда яҡын кәңәшсемә әүерелде... Ғәйнан Әмири — ижадымдың бөрөләнгән осоронда ла, шаҡтай сыныҡҡас та иркен һулыш алырға булышлыҡ иткән оло ҡәләмдәштәремдең береһе ул... Дөрөҫөн әйткәндә, яғымлы ижадсы менән йәнәш йәшәү — үҙе бер әҙәби дәрес һымаҡ була торғайны миңә. Бигерәк тә ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институтында эшләй башлағас, яңы шиғырым булһа-булмаһа ла, йыш ҡына кереп йөрөнөм мин уның янына”...

Йәшерәк быуын вәкиле булмыш мине иһә ағайым менән тәүбашлап илленсе йылдар аҙағында, ул саҡта әле “Әҙәби Башҡортостан” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналы редакцияһында ябай әҙәби хеҙмәткәр булып эшләгән һәм, тупаҫ кирза итектәрен шарпаңдатып ундағыларҙың ваҡ-төйәк йомоштарына әрһеҙ йүгереп йөрөгән (һуңынан — журналдың баш редакторы, ә торараҡ Яҙыусылар берлеге рәйесе) Әсғәт Мирзаһитов таныштырҙы.

Иң элек беҙ ниндәйҙер складҡа барып, сарпалып бөткән иҫке йөк машинаһына оло бер уралан (рулон) ҡағыҙ тейәнек тә типографияға илтеп ҡуйҙыҡ. Шунан һуң Мирзаһитов мине, “әйҙә, Ғәйнан ағайҙың хәлен беләйек” тип (ул ваҡыт журналдың баш редактор урынбаҫары булып эшләгән әҙипте “Август төнөндә” тигән хикәйәләр йыйынтығы буйынса ғына яратып белә инем), Пушкин урамындағы “түрәләр хәстәханаһы»на алып китте; ағайыбыҙ, һуғышта алған ҡаты шаңҡыуы (контузияһы) ҡуҙғалып, башы бик ныҡ ауыртыуы сәбәпле, дауаланып ята икән. Карантин булғанлыҡтан, эскә үткәрмәнеләр, ләкин беҙҙең килеүҙе ишетеп икенсе ҡаттағы балконға сыҡты шағир һәм, нисектер, ғәйепле йылмайыбыраҡ баш эйҙе; шул саҡ уның түбәһе ялтас икәнлеге, аҡһыл йөҙө үтә йонсоу булыуы, әммә минең менән ихлас танышыуы, хәл-әхүәлемде хәстәрлекләп һорашыуы иҫемдә тороп ҡалды. Шунан һуң мин, төрлө сәбәптәр арҡаһында баш ҡалала артабан ҡалыуҙан төңөлөп, ауылға ҡайтып киттем дә алтмышынсы йылдарғаса морон төртмәнем Өфөгә. Ләкин ағайым мине теге күрешеүҙә үк күңеленә беркетеп ҡуйған икән. Улай ғына ла түгел, минең ауылдан “Әҙәби Башҡортостан»ға юлландырған хикәйәләремдең дә, үҙемдең дә яҙмышты ҡайнар ҡайғыртҡан, ҡырыҫлыҡтар донъяһында аҙап сиккән минең өсөн был һис тә көтөлмәҫ хәл ине. Бына әле алдымда ята тап шуның, башланғыс йәш яҙыусының киләсәген атайҙарса йән атып ҡурсалауҙың, ҡабатланмаҫ өлгөлө бер дәлиле — Өфөнән ауылға күк күгәрсендәй осоп килеп еткән хат һәм шуға яуапнамәм. Заманыбыҙҙа ҡайһындай ҙа изге рухлы ағайҙарыбыҙ булғанлығын һәм уларҙың күңел шаңы беҙҙең, йәштәрҙең, күңелендә ҡайһылай ныҡ шаңдауланғанын дәлилләү өсөн, икеһен дә тулы килеш күсерәм (шуға торошло былар!):

 

“Йыһат туғанҡай!

Бик оҙаҡ ваҡыттар тауыш бирмәй, һине билгеһеҙлектә ғазаплағаным өсөн ғәфү ит. Бик үтенәм.

Мин ауырыным, бик ҡаты ауырыным. Баш менән. Больница — йорт — Ҡафҡаз. Шулай үтте көндәр. Миңә килгән әйберҙәрҙе бүтән берәү ҙә уҡымаған.

Бына яңы ғына баш-күҙ алып киләм кеүек. Әйберҙәреңде “сукно аҫтынан” һөйрәп сығара башланым. Поэмаң М. Тажиҙа. Ҡалғандарын беҙ Әсғәт Мирзаһитов менән уҡыйбыҙ. Ҡәләмең яҡшы. Һин яҙыусы булырға тыуған кеше! Һин быны бел һәм үҙеңде һаҡла, ҡара, үҫтер. Танауыңды күтәрмә был һүҙҙәр өсөн, ләкин ҡәҙереңде бел.

Әле был әҫәрҙәрең баҫылып та ҡуймаҫ. Сөнки был замандарҙа сатираның абруйы төшөп тора бит...

Ә “Урмандар” — китәсәк. Кем белә, бәлки, тегеләрен дә баҫып булыр.

Был хатта мин бүтән мәсьәлә күтәрәм. Һинең алдағы яҙмышың тураһында уйлайым. “Белемһеҙ аҡыл — ҡанатһыҙ ҡош”, — ти ғәрәптәр. Һиңә уҡырға — иң яҡшы мәктәптә уҡырға кәрәк. Дөрөҫ, һин күп уҡыған күренәһең, ләкин системалы белем кәрәк. Һин миңә ашығыс яҙ: белемең ниндәй? 10 класс бармы? Аттестатың? Әгәр ҙә шундай документың булһа, мин һине Мәскәүҙәге А.М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәреүҙе тәьмин итеүҙе өҫтөмә алам! Унда махсус йәш яҙыусылар уҡый.

Шуны уҡып бөтөрһәң, һинән беренсе дәрәжәле прозаик сығасаҡ. Мин бындай һүҙҙе ғүмеремдә икенсе генә кешегә әйтәм, бел. (Һуңынан белеүемсә, беренсе кешеһе йәш Мостай Кәрим булған[12]. — Й.С.).

Шулай, ашығыс рәүештә минең һорауға яуап бир һәм, әгәр ҙә урта белемең бар икән (документально), — мин тәҡдим иткән институтҡа уҡырға китергә әҙерлән, көҙ үк.

Хәҙергә хуш. Сәләмәт бул.

Яҡын күреп, Ғәйнан Әмири. 11/IV — 57.

Г. Уфа, Ленина, 2, кв. 36. Амири Г.Г.

PS.Бында шундай һүҙ ҙә бара әле, дөрөҫөрәге — фекер тыуып тора: һине берәй 10 көнгә саҡыртып алдырырға ниәт. Берлек иҫәбенән, әлбиттә. Мирзаһитов менән бергә хикәйәләреңде баҫырға әҙерләү буйынса эшләр инегеҙ. Ләкин был хаҡта 1-2 көндән конкрет яҙырбыҙ.

Мири”.

Бының ише лә изгелекте, игелекте, ҡабатлайым, бығаса үҙ ғүмеремдә күргәнем юҡ ине (атай-әсәйҙән башҡа, әлбиттә), артабан да башҡаларҙан да был тиклемен үк күрергә насип итмәне...

Инде бына мәрхәмәтле шул ауазға минең күңел шаңдауым:

 

“Иҫәнмеһегеҙ, Ғәйнан ағай!

Кисә төнлә генә Һеҙҙең хатығыҙҙы алып бик ҡыуандым. Оҙаҡ хәбәр килмәй торғас, һуңғы көндәрҙә күңелһеҙләнә башлаған инем. Һеҙҙең әйткән һүҙҙәрегеҙ миңә ҡанат үҫтереп ебәрҙеләр. Рәхмәт, ағай, йылы һүҙ, игелекле уйҙарығыҙ өсөн. Мин бер ваҡытта ла танауымды күтәрмәм, үҙ-үҙемде әллә кемгә ҡуймам, сөнки минең бөтә теләгем, бөтә ынтылышым шәхси үҙем өсөн түгел, ә башҡорт халҡыма яҡшы хеҙмәт күрһәтеү, нисек тә уның культураһын, рух байлыҡтарын үҫтереү өсөн йүнәлдерелгән. Бала сағымдан уҡ мин туған халҡымдың быуаттар буйына ирек яулап яҙған данлы тарихы менән ғорурландым, уның йыр-моңдарға бай булыуын күреп шатландым, ләкин, шул уҡ ваҡытта, әҙәбиәтебеҙҙең, искусствобыҙҙың сағыштырмаса арттараҡ барыуын һиҙеп һыҙлана инем. Туған халҡым бәхете өсөн йәшәргә теләп янам мин, ағай. Әгәр ошо ниәтемә ирешә алһам, бик бәхетле булыр инем.

Аҙыраҡ лирикаға бирелеп киттем, буғай, ғәфү итегеҙ. Практик мәсьәләләргә күсәйек. Берәй 10 көнгә Өфөгә килергә, тигән тәҡдимегеҙҙе бик, бик шатланып ҡабул итәм. Мөмкин булһа, шуны ойоштороғоҙ әле, ағай; хикәйәләрҙе үҙем дә әҙерләшһәм, бик тә шәп булыр ине. Унан, миндә йәнә бер әйбер бар — ирекле (аҡ) шиғырҙа яҙылған повестең беренсе киҫәге. Шуны ла үҙегеҙгә уҡып, кәңәштәр алыр инем. И так, мин шатланып риза Өфөгә барырға.

Ә белем мәсьәләһенә килһәк, Һеҙ хаҡлы: системалы белем юҡ миндә. Минән тормаған сәбәптәр арҡаһында мин урта белемһеҙ ҡалдым. Өҙөп-йолҡоп, тигәндәй, туғыҙынсыныҡын үтә башлаған инем (Чкаловтағы колхоз председателдәре әҙерләү урта мәктәбендә), хеҙмәткә алып киттеләр. Аттестат юҡ. Шулай эштәр...

Әҙәбиәт институтында уҡыу минең өсөн донъялағы бөтә бәхеттәрҙең иң өлкәне булыр ине. Хыялдарымдың осланышы булыр ине ул, ағай.

Һеҙҙең хәлдәр нисек? Тамам һауыҡтығыҙмы? Сәләмәтлек, уңыштар теләйем. Хушығыҙ, хат көтәм.

Йыһат Солтанов”.

Мәскәүгә шул Әҙәбиәт институтына барыу яҙманы миңә, әлбиттә (һуңынаныраҡ, Яҙыусылар берлегенең етәксеһе Ә.М. Мирзаһитов ине, шундағы уҡ һиммәтле 3 йыллыҡ Әҙәбиәт курстарына алҡынып-алҡынып ынтылғанымда ла мине ебәрмәнеләр). Ә шулай ҙа мин, остазымдың изге кәңәшен тотоп, үҙ алдыма ла, ситтән тороп та уҡып, тәүҙә — урта белем, унан һуң юғары белем алыуға — “аҡылымды ҡанатлы ҡылыуға” өлгәштем. Бында ла баштан уҡ Ғәйнан ағайҙың ныҡ ярҙамы тейҙе миңә: күрше ауыл урта мәктәбендә ситтән тороп уҡырға морон төртә алмай интегеп йөрөгәнемдә, мәктәп дирекцияһына Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһынан минең хаҡта үтенесле телеграмма килеп төштө, Мостай Кәрим үҙе ҡул ҡуйған, тинеләр (ул мине белмәй ине). Ғәйнан ағай хәстәрлекләп ойошторған ошо ҡағыҙ, миңә белем ҡәлғәләренә юл асып, бөтә яҙмышымды ыңғай хәл итте...

Өфөгә барғылап йөрөй башлаған бер осорҙа Күмертауҙан шахтер егет (үҙем һымаҡ уҡ, элекке хәрби моряк) Хөснулла Түләкәйев менән дуҫлаштым; Ғәйнан Әмири менән ул ныҡ бәйләнештә, сөнки ағайыбыҙ шахтерҙар тормошон өйрәнеп әҫәр (“Мораҙым” повесының дауамын) яҙыу өсөн 1964 — 1965 йылдарҙа Күмертауҙа йәшәп алған, шул арала күмер саңы араһынан шағир Түләкәйҙе танып, республика эфирҙарын шаулатырлыҡ “шахтер шағир” яһаған һәм беренсе китабын да сығарышҡан, — бына ошо Хөснулла Түләкәйев менән икәүләшеп Ғәйнан ағай тупһаһын тапаштырғаланыҡ. Әйтеүемсә, икебеҙ тиң элекке хәрби моряктар, ә ағайыбыҙ хәрби моряктарҙы ифрат ярата, ярата ғына түгел, уларға мәңге һәм мөкиббән ғашиҡ ине, шуға күрә лә ул беҙҙе, йәшермәйенсә, айырата йәненә яҡын күрҙе. Баҡтиһәң, бының сере ағайыбыҙҙың Сталинград һуғышынан килә имеш: бер төркөм моряктар унда, фашистарҙың тәрән тылында уратылып ҡалып, әллә нисәмә аҙналар буйына һуңғы патронға, һуңғы тамсы ҡанғаса бирешмәй һуғышҡан — шанлы Брест ҡәлғәһе ҡаһарманлығын ҡабатлаған. “Шунан биреле мин моряктарға ғашиҡмын, мин уларға ныҡ ышанам: бер ҡасан да һатылмай һәм һатмаясаҡтар улар!” — тип ҡабатларға яратыр ине яугир-әҙип (шул моряктар хаҡындағы ялҡынлы хикәйәһе уның “Ғашиҡтар” китабына керетелгән). “Сталинград хәтирәһе” тигән шиғри шәлкеме һәм атаҡлы “Салауат аманаты” поэмаһы тупланған “Толпарҙар” йыйынтығын миңә бүләк итеп биргәнендәге иҫтәлекле яҙыуы тап ағайым күрергә теләгән шул моряклығыма ишара: “Иң һәм бик ышаныслы дуҫым — моряк, шағир һәм әҙип, ифрат ҙур киләсәкле Йыһат Солтановтың үҙенә — Ғәйнан Әмириҙән. 26/VII — 76”. Шулай уҡ “Аҡ елкән” китабындағы саф күңелдән бағышлауында ла яугир ағайым мине яҙыҡ юлдан йән атып ҡурсалай кеүек: “Аҡ елкәнле йәш дуҫым Йыһат Солтановҡа. Мин һиңә ниндәй ҙур ышаныстар бағлап йөрөгәнде, нисек ышанғанымды яҡшы беләһең инде — ҡабатламайым.

Ғәйнан ағайың. 21/XII — 71 й.”

 

1969 йылда донъя күргән “Йондоҙ ямғыры” тигән шиғри йыйынтығымды, өҫтәрәк әйтелгәнсә, йәмәғәтселек башланғысында Ғәйнан Әмири үҙе редакторлап сығарҙы — “һине үҙе һорап алды”, тинеләр... Изге күңелле мәшһүр әҙиптең йәш ҡәләмдәштәренә ҡарата бына ошондай йомартлығын, бөтәбеҙгә мәңге ғашиҡ булып йәшәүен халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә үҙенең «ғүмер миҙгелдәре”ндә күпмелер сағылдырған: “Ғәйнандың бер сәйер сифаты бар: ул, теге йәки был хәл тураһында фараз итеп, алдан нәтижә сығарырға, йәғни әүлиәлек ҡылырға ярата. Бигерәк тә башлап яҙыусыларға, иң яҡшы ниәттән сығып, ҙур гарантиялар бирә... Һәр юрағаны, әлбиттә, ғәмәлгә ашманы”, — тип оторораҡ һөҙөмтә сығарһа ла, бушҡа түгел ине был күңел йомартлығы, сөнки Ғәйнан Әмири ҡуйған ҡанаттар йәш ҡәләм эйәләренең байтағын төңөлмәҫкә, ергә йөҙтүбән ҡапланмай талпынырға, хатта сорғолоп осоп китергә дәртләндерҙе, — ә был иһә беҙҙәйҙәргә тынсыу һәм тар бүлмәнең тәҙрәһен асыу, сихәтле һулыш өрөү менән бер ине. Быны хәҙерге танылған шағир Абдулхаҡ Игебаевтың ҡатмарлы ижади яҙмышында ла айырым-асыҡ күрәбеҙ.

40-сы, 50-се йылдарҙа ВКП(б) Үҙәк Комитетының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге билдәле яһил ҡарарҙарын еренә еткереп үтәү йәһәтенән республикала әҙәбиәт һәм сәнғәт эйәләренең баш ҡала күләмендәге йыйылыштарын гөрләтеп үткәреү һәм шунда, Юғарынан төшкән күрһәтмә буйынса, бер килке әҙиптең (мәҫәлән, М. Буранғоловтың, Б. Бикбайҙың, Ҡ. Даяндың, ә иһә шул Буранғоловты төрмәгә ултыртҡас, ҡалған баяғы икәүҙең һәм Р. Ниғмәтиҙең) тетмәһен тетеп, күҙен суҡып тәнҡитләү, милләтселектә фашлау йолаһы йәшәп килгән; тәғәйен кемдәрҙең күҙен суҡытыуҙы, әлбиттә, йәшерен рәүештә, партия өлкә комитеты үҙе алдан уҡ билдәләй, ә Яҙыусылар берлеге идараһы иһә был “юғары идеялы” сараны дәррәү күтәреп алырға ла хатта арттырып үтәргә тейеш булған.

Йәш яҙыусыларҙың 1953 йылдың 28 февраленән — 2 мартынаса дауамланған республика күләмендәге оло кәңәшмәһе лә тап шул рухта әҙерләнә, әлбиттә; тик был юлы айырма шунда — “һөрһөгән милләтселек” сирен олораҡтар өлөшөнә ҡалдырып тороп, буғай, әҙәбиәтебеҙҙәге графоманлыҡ бәләһен бер һуғыуҙа юҡ итергә йыйыналар һәм, бөтә йәштәргә лә күргәҙмәле һабаҡ өсөн, һуғылыуға иң йәтеш һәм берәгәй кандидат итеп әлегә теше лә сыҡмаған, шағирәнә исеме лә хәҙергеләй оҙонайып өлгөрмәгән Абдул Игебаев тигән азаматты тәғәйенләйҙәр. Ҡуҙғатылған мәсьәләнең йәш шағир өсөн ни дәрәжәлә хәтәрлеген күҙалларға, протоколдан өҙөмтә килтерәйек:

Башҡортостан Яҙыусылар берлеге рәйесе Кәримов (Мостай Кәрим) иптәштең доклады. — ...Ғәлиев, Бакиров, Миронов, Атнабаев, Сиражитдинов кеүек йәш шағирҙар емешлерәк эшләнеләр... Әле телгә алынған йәш яҙыусыларҙан тыш, беҙҙә Марат Кәримов, Рәми Ғарипов, Сафаров, Мансуров, Салихов, Алғушаев, Мулдабаев кеүек башланғыс шағирҙар һәм Хөсәйенев, Зарипов, Хәсәнов, Абдуллин кеүек башланғыс тәнҡитселәр ҙә аҙ түгел...

Үкенескә ҡаршы, башланғыс әҙиптәр араһында шундай иптәштәр ҙә бар: улар был намыҫлы ижад эшен еңел кәсепкә әүерелдергәндәр. Был йәһәттән иң күренекле урынды Абдул Игебаевалып тора, биш йыл эсендә ул иң кәмендә биш йөҙ шиғыр яҙған, тиҙәр. Ул шиғырҙарҙың күбеһе гәзиттәрҙә һәм журналдарҙа баҫылып сыҡҡан.

Әммә, иптәштәр, турыһын әйтергә кәрәк — Игебаев иптәш һәр осраҡҡа һәм осраҡһыҙ ҙа рифмаланған мәҡәләләр сығарыу менән шөғөлләнә.

Быларҙан тыш, абруйлы гәзитебеҙ “Совет Башҡортостаны” биттәрендә ул (Игебаев) башланғыс яҙыусыларҙы “теоретик уҡытыу” менән дә шөғөлләнә. Ошо йылдың февралендә генә лә уның шундай “теориялы”, һәр ҡайһыһы яртышар подваллыҡ ике мәҡәләһе баҫылған. Шуларҙың береһендә ике бүлек башы аҫтында Игебаев утыҙ өс (!) йәш авторҙың ижадын тикшерә; бүлектәрҙең беренсеһе — “Тема”, икенсеһе — “Мәҫәлдәр, сатира, юмор”. “Шиғыр тураһында” тип ҙур мәғәнәле исемләнгән икенсе мәҡәләһендә ун бишләп башланғыс авторҙың әҫәрҙәре тикшереүгә һалына. Теманың нимә икәнлеген йәш авторҙарға Игебаев бына ниндәй стилдә аңлатып бирә: “Башлап яҙыусыларҙан Х. Хәлисов (Әбйәлил районынан), З. Кәримов (Шаран районынан), К. Аҡбашев, Б. Рафиҡов, А. Камалитдинов (Эстәрлетамаҡтан), И. Яҡупов (Черниковск ҡалаһынан), Р. Фазлыев (Илеш районынан), Ф. Ҡужин (Ғафури районынан), А. Ғарипов (Илеш районынан), А. Китиков (Күгәрсен районынан), Р. Сәхәүетдинова (Мәсетле районынан), А. Шәйәхмәтов (Ғафури районынан) иптәштәрҙең үҙҙәренең һайлаған темаларын ситләштереүҙәре уларҙың төп етешһеҙлек булып тора”. Нәүбәттәге абзацта нәүбәттәге тиҫтәләрсә исемдәрҙе һанау китә һәм артабан да шулай.