Йылдың 26 октябрендә Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы киңәйтелгән ултырышының 10-сы һанлы протоколы. 4 страница

Бының ише яҙышыуҙың башланғыс яҙыусылар өсөн ҙур зыяны тураһында әйтеп тормайынса уҡ, мине, журналист булараҡ, беҙҙең партия матбуғатына ҡарата ошондай хөрмәтһеҙлек нәфрәтләндерә. Әгәр Игебаев быны аңламаһа, ул саҡта өлкәнерәк иптәштәр гәзит биттәрендә үҙҙәренең бюрократлашҡан әҙәби хеҙмәткәренең стандарт яуапнамәләрен (уны, күрәһегеҙ бит, һәр авторҙың үҙенә айырым яуап биреү ирендерә) баҫтыртып сығарыуҙың юл ҡуйылғыһыҙ икәнлеген төшөнөргә тейештәр.

Игебаев үҙенең “теоретик” хеҙмәттәренең береһендә башлап яҙыусыларға ошондай күрһәтмә бирә: “Автор һайлап алған тема поэтик һүрәтләү һәм образдар аша асылырға тейеш”. Ошо дөрөҫ күрһәтмәһен шиғырҙар яҙыу эшендә ул үҙе нисек үтәй һуң? Мәҫәлән, “Уҡытыусы” тигән шиғырында Игебаев теманы ошолай аса:

 

Беләм, иптәш, оло хөрмәт йөрөй

Һәр берәүҙең күңел хисендә

Һиңә, миңә тормош юлы асҡан

Уҡытыусы тигән исемгә.

Оператормы ул, журналисмы,

Ғалим, доктор, техник, актермы,

Агроном, танкист, капитанмы,

Художникмы, шағир, шахтермы? —

 

һәм артабан да шулай дауам итә бирә...

Бер минутҡа ғына ошондай нәмәне күҙ алдына килтерәйек: әйтәйек, бөтә башлап яҙыусылар, Игебаевтың “теоретик тәғлимәттәрен” үҙләштереп, шиғырҙарында үҙҙәренең ошо остазына эйәрә башланылар, ти. Иллә көлкөлө күренеш килеп сығыр ине, шулай бит?

Ә бит бында Игебаевтың ҡағылышы юҡ, тиерлек. Барыһынан элек был беҙгә, яҙыусыларға һәм тәнҡитселәргә ҡағыла. Әгәр ысынлап та матбуғатта беҙҙең әҙәби йәштәрҙе, шул иҫәптән Игебаевтың үҙен дә өйрәтеүсе юҡ икән, ул саҡ теләгән бер халтурасы тотонасаҡ был эшкә. Һәм улар тотона ла”...

Ул замандарҙың ныҡлы тәртибенә күрә, доклад буйынса фекер алышыусыларҙың да исемлеге алдан уҡ Юғарынан (йәғни партия өлкә комитетынан) билдәләнеп, уларҙың да докладсы һыҙған төп юҫыҡты көсәйтергә һәм йыйылыштың алдан уҡ яҙылған ҡарарын күпселек тауыштан ҡабул ҡылыуҙы тәьмин итешергә тейешлектәре әшкәртеп ҡуйылған була. Исемлек буйынса беренсе һүҙ алыусы төп мәсьәләне тап шул юҫыҡта самалап, докладсы саҡҡан тәнҡит утын дөрләтә:

“Сиражитдинов иптәш. — Бөтәбеҙ ҙә хөрмәт иткән “Совет Башҡортостаны” гәзите редакцияһы Игебаевты үҙенең һөйөклө уланҡайы яһаны һәм, ул ғына ла етмәһә, редакторы Ғафаров иптәш ағастар аша бөтөн урманды күрмәне һәм был эшкашмаған халтурасыны йәш таланттар күгендәге сағыу йондоҙ итеп һанай. Һәм был гәзит һәр көн һайын, тип әйтерлек, үҙенең биттәрен Игебаев плагиатына бирә. Ошоноң менән шағирҙар һәм яҙыусылар тураһында ялған фекер туплана. Йәштәребеҙ шулай уйлай һәм ышана: әгәр Игебаевтың шиғырҙары кеүек нәмәләр ташҡа баҫыла икән, ныҡышмалы хеҙмәт итеү, үҙең өҫтөндә эшләү уларға ла һис тә кәрәкмәй; шул арҡала брак, макулатура тыуҙырыла; ысын яҙыусы һәм шағир булыу өсөн күп һәм ныҡышмалы эшләргә кәрәклеген онота йәштәр. Игебаев шиғырҙары кеүек нәмәләр килтергән зыян ифрат ҙур, ә бер ҡатлы бәғзе бер кешеләр, Р. Бикбулатовты күҙ уңында тотам мин, Игебаевҡа арнап шиғырҙар яҙа, өҫтәүенә, Игебаевтың бөйөк таланты алдында теҙ сүгеп тубыҡланыу рухында яҙыла был шиғырҙар. Игебаев, әле генә яҙа башлағанынан алып, ике йөҙләп шиғырын баҫтыртып сығарҙы, ләкин улар араһынан уҡыусы күңелендә ҡалырҙай береһен дә тапмаҫһың. Игебаев ябай плагиат менән шөғөлләнә, иң яҡшы шағирҙарыбыҙҙың иң яҡшы шиғырҙарынан йолҡа.

Беҙ бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙ яратҡан Сәләмдең атаҡлы “Республикам иртәһе”н беләбеҙ, бына ошолай яңғырай ул (башҡортса уҡып ишеттерә). Билдәле булыуынса, әҫәрҙе башҡа телгә тәржемә итеү барышында оригинал үҙенең милли колоритын юғалта. Игебаев башҡортсанан башҡорт теленә тәржемә итергә тотонған, шуның һөҙөмтәһендә мәғәнәһеҙлек килеп сыҡҡан. Сәләмде ул ҡәбәхәтләгән. Хәҙер мин Игебаевтыҡын уҡып ишеттерәм (башҡортса уҡый). Башҡортсанан башҡорт теленә тәржемә был. Һеҙ, иптәштәр, ғәжәпләнмәгеҙ, ташҡа баҫылды был шиғыр. Игебаев үҙенең хәшәрәт ҡулдары менән хатта бөйөк Маяковскийға ҡағылыуҙан да ҡурҡып торманы. Был хаҡта иптәштәр әйтер”...

 

Тап шул илленсе йылдарҙа мин үҙебеҙҙең колхоз тауыҡ фермаһында инкубатор себештәренең ытырғаныс ҡылыҡтарын күреп тетрәнгәнем бар: араларында береһе насарландымы, — үткән һәр береһе уның ҡойроҡ аҫтын ҡанығып суҡый башлай ҙа, беренсе ҡан тамсылауы менән үк, бәхетһеҙгә бөтәһе бер юлы ябырылып, ҡаурыйҙарын туҙҙырып, шыр һөйәккә ҡалдырғансы тереләтә ашайҙар... Заманындағы ҡанун-йолалар буйынса, башланғыс шағир Абдул Игебаевты ла шуға оҡшашлы яҙмыш көткәнен төҫмөрләү ҡыйын түгел. Әммә, үрҙәге Дәү Хоҙайыбыҙҙың рәхмәте булыптыр инде, йыйылышты ойоштороусы һәм алып барыусыларҙың береһе лә көтмәгәндә, баяғы инкубаторлыҡ ҡанунын аша атлап сығыусы изге йән табыла һәм, һәүәҫкәрҙе һеңкәҙәтерлек һәләкәтле тәнҡит ялҡыны шул арҡала һүрәнәйеп, бара торғас һүрелеп, йәш шағир Абдул Игебаевтың исеме йыйылыш ҡарарында суҡып ташланаһы себеш рәүешендә мөһөрләнеүҙән ҡотола — башына һелтәнгән буйтлы күҫәктең еле генә һирпелеп ҡала ла онотола. Кемдер әйтмешләй, Абдул яғына “аумаҡайланып” сығыш яһаусы был уҙамандың телмәре хатта рәйес һөйләгән, өҫтә килтерелгән төп докладтан да сағыуыраҡ булып, бөгөнгө йәш әҙиптәргә лә фәһеме тейер кеүек:

 

«Ғ. Әмири иптәш. — Иптәштәр, күптән түгел мин “Совет Башҡортостаны” гәзитендә Ким Ибраһимовтың[13] шиғырын уҡыным; ул “Күңелле һөйләшеү” тип атала — сюжетлы шиғыр был, мин уны һеҙгә һөйләп кенә бирәйем.

Дүртенсе синыфта уҡыған ҡыҙ өйгә эштәрен эшләп ултыра. Атаһы эштән ҡайта ла уның ҡайһылай дәрес әҙерләүе менән ҡыҙыҡһына. «Ниндәй китап уҡыйһың?” — тип һорай ул. “Географияны”, — ти ҡыҙы. Атаһы уның белемен, географияны ҡайһылай белеүен тикшерә, һорау бирә: “Волга йылғаһы ҡайҙа ҡарай аға һәм ҡайһы диңгеҙгә ҡоя?” Ҡыҙы яуаплай: “Советтар Союзының йылғалары, беҙ ҡайҙа теләһәк, шунда ҡоя”.

Ҡайһы бер иптәштәр әйтеүенсә, башланғыс шағир Ибраһимов беҙҙең нисек коммунизм төҙөүебеҙҙе образлы һынландырған. Ә мин был фекер менән риза түгел, иптәштәр.

Дүртенсе синыфта уҡыған ҡыҙ атаһының “Волга ҡайҙа ҡоя?” тигән һорауына тура яуап бирергә тейеш ине. Волга Каспий диңгеҙенә ҡоя, тип яуапларға тейеш ине ул.

Әгәр ҙә беҙ балаларыбыҙҙы был “Күңелле һөйләшеү” тигән шиғырҙың авторы тәрбиәләгәндәй итеп тәрбиәләй башлаһаҡ, балаларыбыҙ кәпәс ырғытып ҡына еңеүселәр булып үҫәсәк. Улар географияны белмәйәсәктәр, арифметика-математиканы, химияны белмәйәсәктәр; тимәк, коммунистик төҙөлөштөң әүҙем ҡатнашсылары булып үҫә алмаясаҡ улар.

Беҙ балаларыбыҙҙы, йәштәребеҙҙе белемгә сарсау, фән нигеҙҙәрен үҙләштереү рухында тәрбиәләргә тейешбеҙ, ә баяғы кәпәс ырғытып ҡына еңеүселәр итеп түгел...

Ҡайһы бер йәш шағирҙарыбыҙ үҙҙәре үк тейешенсә ныҡышмалы уҡымайҙар, дөйөм мәғариф белемдәренә эйә булырға ныҡышмалы уҡталмайҙар һәм оҫталыҡҡа өлгәшеү өҫтөндә насар эшләйҙәр, тип әйтер инем мин. Атнабаев, Сиразитдинов, Карам Бакиров, Муллабаев, Миронов һәм башҡалар кеүек ышаныслы һәм һәләтле йәш шағирҙарыбыҙҙың байтағы, шаҡтай йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ошоғаса үҙҙәренең ҡасандыр алған урта ғына белемдәре менән ҡәнәғәтләнеп йәшәйҙәр.

Бер нәмәгә лә ярамай был, иптәштәр. Мин махсус ҡыҙыҡһындым: ситтән тороп уҡыу институтында уҡыйҙармы ошо иптәштәр? Баҡтиһәң, уҡымайҙар, хатта киске марксизм-ленинизм университетына ла йөрөмәйҙәр.

Иптәштәр, совет Яҙыусылары берлеге был иптәштәрҙең ижади үҫешенә ярҙам итергә күпме генә тырышһа ла һәм был йәһәттән редакциялар күпме генә ынтылһа ла, әгәр улар һаман ошолай урта белемле килеш ҡалһалар, уларҙан яҡшы яҙыусылар сығыуы икеле[14].

Үҙ быуыным яҙыусылары яҙмышынан яҡшы беләмен: 30-сы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәтенә килгән, ә дөрөҫөрәге, әҫәрҙәрен ташҡа баҫтырта башлаған, ләкин тейешле белем алмаған иптәштәр аҡрынлап әҙәбиәттән киттеләр. Партия һәм халҡыбыҙҙың әҙәбиәткә талаптары арта бара, иптәштәр, шуға күрә белемһеҙ эшләүе ҡыйын. Әйтергә теләгәнемдең беренсеһе был.

Унан һуң мин Сиразитдинов иптәштең Игебаев тураһындағы сығышы буйынса һөйләшергә теләйем. Сиразитдинов иптәш Игебаевты һәм уның ижадын ифрат ҡаты тәнҡитләне, хатта уны ауыр һүҙҙәр менән дә тамғаланы (жулик, тип). Уның ғәйепләүҙәре нигеҙҙә ике моментҡа ҡайтарып ҡалдырылды:

1. Игебаев бөтәһе тураһында ла яҙа[15] (“Ленинсы” гәзите редакторының урынбаҫары быға, Игебаев ни ҡушһаң — шуны яҙа, тип тә өҫтәне).

2. Йәнәһе, Игебаев плагиат йәғни әҙәби ҡараҡлыҡ менән шөғөлләнә.

Сиразитдиновтың тәнҡитендә, бәлки, дөрөҫлөктөң күпмелер өлөшө лә барҙыр, ләкин нигеҙҙә ул үҙенең юҡҡа сығарғыс тәнҡите менән хаҡлы түгел.

Игебаев бөтәһе хаҡында ла яҙа, тигән беренсе ғәйепләүен алайыҡ. Ни хаҡында яҙа ул? Игебаев иптәштең мин һуңғы осор шиғырҙарының исемдәрен һанап бирәм: “Юлбашсы телмәре” — Игебаев иптәш Сталин иптәштең партияның XIX йыйынындағы телмәре хаҡында яҙа һәм шаҡтай яҡшы яҙа. Шуның бер генә строфаһын урыҫсаға юлға — юл тәржемәләйем (уҡый).

Игебаев иптәштең нәүбәттәге шиғырҙары “Владимир Ильич исемендә”, “Волга — Дон тураһында” тип атала. Артабан ошондай шиғырҙар: “Тракторсы”, “Аҡ күгәрсен”, “Хеҙмәт”, “Зарланмайым”, “Йомағужа далаһы”, “Партия”, “Мәскәү”, “Мин тауыш бирәм, иптәштәр”, “Тыныслыҡ законы”, “Тыныслыҡ һуғышты еңер”, “Совет байрағы”, “Башҡорт нефтселәренә”, “Мәжит Ғафури” һ.б., һ.б[16].

Күренеп тора, былар бөтәһе бик кәрәкле патриотик темалар һәм Игебаев иптәш уларға мөрәжәғәт итеп ифрат дөрөҫ эшләгән. Тап ошо — йәғни төрлө һәм кәрәкле темаларға яҙып бик яҡшы итә. Ғафури традициялары, Маяковский традициялары өйрәтә шуға.

Үкенескә ҡаршы, бындай ифрат мөһим темалар өҫтөндә йәш шағирҙарыбыҙҙың бөтәһе тиң эшләмәй. Байтаҡ ҡына йәш шағирҙарыбыҙ йыш ҡына үҙҙәренең “Мин”е эсендә соҡсоноу менән артыҡ күп шөғөлләнә, быны улар лирик шиғырҙар тип атай. Уларҙы был тема тарлығына, йәмғиәти һәм социаль яҡтан әһәмиәте аҙ, альбом шиғырҙары тыуҙырыуға килтерә, шуға ла улар совет кешеләре массаларын тулҡынландыра алмай.

Ә мотлаҡан Игебаев иптәш был темаларҙы ҡайһылай хәл ҡыла — уныһы икенсе эш. Турыһын әйтергә кәрәк, етерлек тәрән, етерлек художестволы рәүештә түгел. Был иһә башланғыс шағирҙарҙың барыһына ла хас, тип әйтерлек.

Игебаев иптәштең ижадын күҙәтеп барам мин. Йәш, башланғыс шағирҙарҙың бынан алдағы кәңәшмәһендә үк мин Игебаев иптәштең әҫәрҙәрен тәнҡитләп сығыш яһаным, уның етешһеҙлектәрен күрһәттем, ләкин шул уҡ ваҡытта мин, ул — һәләтлектәргә эйә, үҙ өҫтөндә етди эшләргә тейеш, тип әйттем.

Шунан һуңғы ике йыл эсендә күрәмен: Игебаев иптәш үҫә һәм ифрат етди шөғөлләнә.

Артабан. Игебаев иптәшкә тағылған плагиат тураһындағы икенсе ғәйепләү. Сиразитдинов иптәш быға миҫал рәүешендә Ғ. Сәләмдең “Республикам иртәһе” шиғырын килтерә. Баҡтиһәң, Игебаевтың “Һалсылар” тигән шиғыры темаһы буйынса шул шиғырға тартым имеш. Ике шағир бер үк тулҡынландырғыс картинаны күреү нигеҙендә генә Игебаев иптәште плагиатлыҡта йәғни әҙәби ҡараҡлыҡта ғәйепләргә ярамай. Әгәр айырым фразалар, эпитеттар, образдар оҡшаш икән, ҙур ғәйеп юҡ бында. Мин уның “Эҙҙәр” тигән шиғырын уҡыным, ул иһә миңә үҙемдең “Ҡыҙҙарыма” тигән шиғырымды хәтерләтте; оҡшашлыҡ шунда: мин дә, Игебаев та ҡыҙҙарыбыҙ, ҙур үҫкәс, ер йөҙөнә оло юлдар һалһындар, тип яҙғанбыҙ. Ләкин Игебаев иптәш был теманы шулай ҙа үҙенсә сискән һәм мин бында бер ниндәй ҙә хилафлыҡ күрмәнем, киреһенсә, Игебаев иптәште минең шиғырым тулҡынландырғаны һәм, оҡшашыраҡ булһа ла, башҡа, яңы шиғыр яҙырға этәргәне өсөн бик шатмын. Йәш бит әле ул.

Тәнҡит беҙҙең һәр беребеҙ өсөн кәрәк — ҡартына ла, йәшенә лә, яҙа башлаусыға ла. Игебаев иптәш иһә ярҙамлыҡлы, иптәштәрсә етди тәнҡиткә мохтаж, ләкин һәләкәтле, мәсхәрәле тәнҡит булмаһын был, гонаһ шомлоғо түгел бит ул. Бына шуны әйтергә теләгәйнем”.

 

Аҙаҡ бәғзе берәүҙәргә “аумаҡайлана” тип баһаларға ем биреп, йыйылышҡа Юғарынан күрһәтелмеш “дөрөҫ” юлдан бына шулай ауышты, “аумаҡайланды” Ғәйнан Әмири... Артабанғы матбуғатта ла йәш шағирҙың шиғри ҡаҙаныштарын да, ысын етешһеҙлектәрен дә иптәштәрсә күрһәтеп, эшлекле кәңәштәрен дә бирә барҙы (“Талапһыҙлыҡ — ижадтың дошманы”. — “Әҙәби Башҡортостан” журналы, 1956/9). Ошолар барыһы Игебаевҡа рухланырға — үҙ ижадына яуаплыраҡ ҡарарға ярҙам иткәндер, моғайын; сөнки Ғәйнан Әмириҙең артынса уҡ, Игебаевтың “Йәшлек йыры” тигән тәүге китабына ҡарата Рәшит Ниғмәти ҙә йылы һүҙ әйтте; ә торараҡ, 50-се йылдар аҙағында, Мостай Кәрим дә үҙ фекерен ыңғай яҡҡа үҙгәртте лә үҫеп барған йәш ҡәләмдәшен заманында күҙгә салынырлыҡ дүртәүҙең береһе итеп дөрөҫ баһаланы (Ғәйнан Әмири юрауы юш килде, тимәк!). Шуға күрәлер ҙә инде, әлеге дүртәү араһынан ошо беҙ әйткән берәү генә (быныһына афарин!) дүртәүһен берәгәй баһалаусы олпат Мостай ағаһына ғүмере буйынса осраҡлы ла, осраҡһыҙ ҙа икһеҙ-сикһеҙ рәхмәттәрен яуҙырыу, мәҙхиәләр арнау буйынса барыһынан да уҙҙырҙы (рәхмәт төшкөрө!), тик был ифрат та игелекле һәм йомарт күңелле инсан, йәғни Игебаев, үкенескә ҡаршы, баяғы баҫалҡы һәм ғәйәт инсафлы, игелекле Ғәйнан ағаһының ғына иҫтәлеген иҫенән бөтөнләй сығарҙы ла баяғы шөһрәтле ағаһын ғына маҡтаны (ҡойроғон киҫһәң, эт һине “еҙнәм” тип әйтер, тиҙәр бит!)... Ә иҫләү һәләтен юймаған һәм баяғы йыйылышта партия ихтыярын үткәреүсе докладсыға көтөлмәгән ҡапма-ҡаршылыҡлы телмәр һөйләп, “аумаҡайлығы” менән Абдул Игебаевты яҡлап сығып зиттарына тейгән бәғзе бер “көслө” һәм “аумаҫтай”ҙар иһә йомшаҡ күңелле остазды үҙ бизмән табаҡтарында әүмәләтеп үлсәнеләр: “Әмири менән ғүмер буйы тиерлек һәйбәт мөнәсәбәттә, теләктәшлектә булдыҡ... Тик йәнгә йән һыйынырлыҡ яҡынайыуға нимәлер ҡамасауланы. Арабыҙҙа кәртә юҡ ине. Тик һирәк-мирәк ниндәйҙер йоҡа пәрҙә тартылып ҡуя торғайны. Бының ниҙән икәнен самалап әйтә лә алам. Кемдәргәлер йәки кемгәлер оҡшарға (йәғни яҡшы булып күренергә. — Й.С.) тырышып, ул бәғзе саҡта аумаҡайланып ҡуя торғайны. Файҙа ла күҙәтмәй шикелле. Ә үҙен күрһәтеп ҡалырға ярата ине. Ошо ҡылығы уның шәхсән миңә зарар килтермәне, әммә үҙенә зыян итте. Аумаҡайҙарға көслөләр[17] генә түгел, көсһөҙҙәр[18] ҙә таянмаҫҡа тырыша” (М. Кәрим. — “Ағиҙел”, 1996/9, 39-сы бит). Тимәк, мәрхүм булған Ғәйнан Әмириҙең ҡәбере өҫтөндә 1988 йылда ҡара ҡойон уйнатыусыларҙың ҡылығына Яҙыусылар берлегендәге “көслөләр”ҙең төптө битараф ҡалыуы тап ошо сәбәпле икән...

Эйе, ундай сифаты бар ине шул Сталинград яугире булған ағайҙың: “юғарынан күрһәтмәләр”гә буйһонһа ла, үтә буйһоноп та бармай ине бит. Быны йәш шағир Игебаевтың ғына түгел, ә ҡарттарының да яҙмыштарында шаҡтай сырамытып була.

 

 

 

Шуныһын да аңлатып үтергә кәрәк: ҡитға халыҡтарын йүгәнләп һәм ауыҙлыҡлап тотоу мәсьәләһендә 1917 йылғы ихтилалға тиклемге Рәсәй империяһы менән унан һуңғы Совет империяһы араһында хәтһеҙ ҙур айырма бар: большевиктар был йәһәттән дә “ҙур революцион үҙгәртеп ҡороу»ға өлгәшкәндәр. Әйтәйек, әленән-әле азатлаҡ даулап баш күтәреүсе башҡорттарҙы батша хөкүмәте уларҙың үҙҙәренән үк һуйҙыртып, үҙ ҡандарында тонсоҡтороу сәйәсәте алып барһа, ҡыҙыл империя өсөн дә был сәйәсәт бер үк ҡалған, әммә уға өлгәшеүҙең ысулы һәм масштабы бығаса һис күрелмәгән дәрәжәлә “ғилми яҡтан” үҫтерелеп үҙгәргән. “Аҡ батша”лар, мәҫәлән, башҡорттоң байғураларын һәм түрәләрен, муллаларын һәм шуларҙың ярандарын (йәғни “зыялы”ларын) империяға тоғролоҡло “һуйыусылар” (“лутшие башкиры”) рәүешендә ел-ямғыр тейҙертмәй һаҡлап аҫырағандар — илдең “айыртылған һөт” һаналмыш ябай-ялпыһына ҡаршы ҡуйыу өсөн ошо ҡуйы “ҡаймағын” булдырғандар; бер үк ваҡытта империя золомона һәм уянған Намыҫы өйкәүенә түҙә алмай шул уҡ “ҡаймаҡ”тан “май” булып айырылып сыҡмыш, империяның ҡорос ауыҙлығын сәйнәп өҙөргә яҫҡаныусы бер килке яңы зыялыларҙы ла “айыртылған һөт” (ябай-ялпы) менән ҡуша тарих сүплегенә түгеп ташларға тырышҡандар. Шулай булған батша ғали йәнәптәренең милли сәйәсәтенең асылы. Ә большевиктар отҡорлоғо уларҙан, батша сатраптарынан, күп тапҡырға уҙҙырып ебәреүе менән ныҡ айырылып тора: тәүҙә улар, большевиктар, “аҡ батша»ның үҙе менән ҡуша ул айыртҡан әлеге “башҡорт ҡаймағы”ның да (“лутший башкир”) бер юлы башына етеп, шул уҡ ваҡытта большевиктарға мөкиббән табыныусы ябай-ялпының — “айыртылған һөт”төң дә революция шауҡымында өҫкә ҡалҡҡан йоҡа ғына ярылы “ҡаймағын” (зыялыларын) уларҙың үҙ ҡулдарынан уҡ бер туҡтауһыҙ юҡ иттертеү (йәғни, “ата большевик” Лев Троцкий тәғлимәтенсә, перманентный революция алып барыу), шул рәүешле “ваҡ” милләттәргә баш-күҙ алырға һәм сәйәсәттә үҙ башы менән уйлап эш итергә мөмкинлек бирмәү, милләтте тамам “айыртылған һөт” (маңҡорт) хәленә ҡалдырып имгәтеү, ә ахыр сиктә үҙенән үк үҙенең боғаҙын салдыртыу ысулын уйлап тапҡандар... Был сәйәсәт 1937 йылдан башлап Башҡортостан Яҙыусылар берлеге (“ил ҡаймағы”!) етәкселегенең яҙмышында ап-асыҡ кәүҙәләнә: тәүҙә Афзал Таһиров һәм уның ҡорҙаштарын — Төхфәт Йәнәби һәм уның ҡорҙаштарынан “фашлаттыртып” юҡ итәләр ҙә Төхфәт Йәнәбиҙе ҡорҙаштары менән бергә тегеләр урынына етәкселеккә үрләтәләр. Күп тә үтмәй, Төхфәт Йәнәбиҙе һәм ҡорҙаштарын шул уҡ ысул менән Йософ Гәрәй һәм ҡорҙаштары алмаштыра, ә уларҙы — Низам Ҡәрип һәм ҡорҙаштары (былар барыһы 1937 — 1941 йылдар араһында була)... Бына ошо “әһәмиәтле” тәжрибәне әсе һабаҡ рәүешендә үҙ елкәләрендә кисергән һәм бөйөк Ватан һуғышы һәм унан һуңғы йылдарҙа ла, хәҙер инде ҡан ҡойошһоҙ фашлау юлы менән генә булһа ла, бер-береһен әүәлгесә алмаштырып, Яҙыусылар берлеген етәкләгән Баязит Бикбай, Сәйфи Ҡудаш, Әхнәф Харисов, Мостай Кәрим һәм уларҙың ҡорҙаштары, әлбиттә, был арала көнбайыштағы ҡанлы һуғыш ғәмдәренән бушанмаған “халыҡтар атаһы” Сталиндың ҡулы теймәү арҡаһында ғына үҙҙәренең дә, баяғыса, һирпеп ташланған “ҡаймаҡ” хәленә ҡалыуҙарының күпмегәлер кисектерелеүен, әммә сират яҡынлашыуын яҡшы аңлайҙар ине, буғай. Ысынлап та, һуғыш бөтөү менән үк “бөйөк юлбашсы”быҙ йәнә көр баш-күҙ алып, Башҡортостандағы милли сәйәсәткә иғтибарын бүлә: 1945 йылдың 27 ғинуарында һәм 1946 йылдың 26 авгусында туранан-тура Кремлдең үҙенән үк атҡарылмыш “тарихи фарман” — М. Буранғоловтың “Иҙеүкәй һәм Мораҙым”ы менән “Батырҙар тураһында эпос”ы, Б. Бикбайҙың “Ҡаһым түрә”һе тураһындағы, бер түгел, ике дана шанлы ҡарар — буласаҡ яңы репрессияларҙың нәҡ елкәгә өргән һалҡын һулышы икәнлегенән, моғайын, ытырғанып, яҙыусылар ойошмаһы етәкселегенә килгән был әһелдәребеҙ ҙә, баяғы бахыр инкубатор себеше хәленә ҡалмаҫ өсөн, ҡарарҙарҙа атап күрһәтелгән шаҡшы ике “себеш”те күмәкләшеп суҡырға тейеш булалар. Һөҙөмтәлә Мөхәммәтша Буранғолов башы-тояғы илә Гулагка олаҡтырылғас, унан ҡала бер-бер артлы Ҡадир Даян, Рәшит Ниғмәти, Батыр Вәлид, Нәжиб Иҙелбай кеүектәргә лә суҡыла башларға сират етә... Бына ошондай фажиғәле заманала Яҙыусылар берлегенең етәкселек ҡоронда ҡорҙаштары менән бергә әүҙем эшләп йөрөмөш Ғәйнан Әмири ҙә, суҡылыусы “себеш” көнөнә төшөргә теләмәһә, баяғы имәнес инкубатор себештәренең ҡорлоҡ (өйөр) ҡанунынан бер иле лә тайпылмаҫҡа — “аумаҡайланмаҫҡа” тейеш була, әлбиттә. Ләкин...