Бабай. 1950. Йәшенле йәшлек

Фө, детдом (С. Ҡудаш мәктәбе). Роман.

 

Күпме шатлыҡ, күпме хәсрәт,

Күпме дәрт, моң, уй, теләк,

Күпме һөйөү, күпме нәфрәт

Һыйҙыра минең йөрәк!

Мири.

 

Үҙенең ул «Ленин һәм шағир» поэмаһын яңынан эшләргә тотондо. Был — өсөнсө вариант ине инде. Ни булһа ла, баҫтырыу тураһында уйларға кәрәк. Иң башта Әмиригә, һис шикһеҙ, күрһәтергә кәрәк. Бер генә шиғыр ҙа уның күҙ һалыуынан башҡа тыумаҫҡа тейеш. Сөнки ул ысынлап та ысын кеше. Вахиттың (йәғни Рәмиҙең. — Й.С.) ул беренсе штурманы!..

 

Миригә хат

Ҡәҙерле штурманым минең! Мин Һеҙгә беҙҙең осрашыуҙан һуң үҙемдең фекерҙәремде әйтергә теләһәм дә, һаман һуңланым. Сөнки был осрашыуҙан һуң мин үҙемдең тотҡан юлым тураһында бик ныҡ уйланырға мәжбүр булдым. Йәшермәйем, нисектер, мин ҡәләмгә тотонманым. Ниндәйҙер туҡтап тороу килеп сыҡты. Мин үҙемдең яҙғандарымды, бәлки, улар осраҡлы ғына бер күренештер, тип уйланым. Ләкин яҙмайынса тороу һис бер, һис бер мөмкин түгел ине. Түҙемлелек етмәне. Тик ҡәләмем менән генә мин күберәк файҙалы буласаҡмын, тигән фекер миндә көндән-көн нығыны. Ә ул миңә иң ҡатмарлы, иң ауыр, иң ғазаплы, ләкин хөрмәтле эш булып тойолдо.

— Мин көрәшә алырмынмы? — Был һорауға:

— Әгәр янып торған йөрәк, һүнмәҫ теләк, ижадҡа ҡанатландырып торған тормош булғанда, ниңә көрәшмәҫкә? Көрәшәсәкмен! — тип яуап бирҙем.

Миңә тормошта кәртәһеҙ генә еңел юл һайлау — иң мәғәнәһеҙ, иң ҡәбәхәт, иң хурлыҡлы нәмә булып, һәм бындай йәшәүҙең ҡыҙығы ла юҡтыр кеүек күренде.

Һәм тормошомда Һеҙҙең кеүек ябай, кеше өсөн бөтә йөрәген, аталарса ҡайнар йылылығын, аҙ ғына булһа ла ижад итеп, шытып килгән кескәй генә бер нөктәгә лә ҙур иғтибар биргән кешене, ысын Кешене осратыу миңә иң бәхетле көндәремдең береһе булды. Был осрашыу минең йәшлегемдә юйылмаҫ, тәрән һәм ҡайнар эҙ ҡалдырҙы. Үҙ көсөмә мин бер аҙ ышанып ҡарай башланым. Мине, аҙашып йөрөгән сағымда, донъяла иң кешелекле кеше булған бөйөк Горькийҙың йылы ҡулдары тотоп алған кеүек булды.

— Их, бар кешеләр ҙә шулай булһын ине! — тип яндым мин. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә боҙ кеүек һалҡын, хатта кешегә ерәнеп ҡарай торған тереклектәрҙе лә осратырға тура килде. Ләкин мин көсһөҙ инем. Ә Һеҙҙең: «Рәми туған! Һин Яҙыусылар союзына — минең янға бар әле. Шиғырҙарыңды алып кил. Уҡырбыҙ, кәңәшербеҙ», — тигән һүҙҙәрегеҙҙе уҡып сыҡҡас, мин шатлығымдан ни эшләргә лә белмәй аптырап ҡалдым. Мин, үҙ-үҙемә ышанмайынса, «юҡ, быны берәйһе шаяртып яҙғандыр», тип уйланым. Сөнки ауылда Һеҙҙең «Август төндәре»н, «Алтын»дарығыҙҙы уҡып сығып, «был кешенең үҙен күрһәң ине», тип хыялланып йөрөгән булһам, ул мине үҙе күреп, хатта үҙенә кәңәшләшергә саҡыра!

 

(Ышанығыҙ,

зинһар өсөн әйтәм;

Уйламағыҙ:

«Таҫма тел...» — тиеп, —

Донъя

уларға ла мохтаж түгел:

Күп ағастар

йөрөй «гөл» кейеп).

 

Барҙым. Һәм был көндә мин ни тиклем бай һәм ни тиклем ярлы инем!..

Сөнки быға тиклем мин «беләм» тип йөрөнөм. Һеҙ, әлбиттә, «белмәйһегеҙ» тип әйтмәнегеҙ. Өйрәттегеҙ. Юл күрһәттегеҙ. Ләкин мин шунда үҙемдең ни тиклем ярлы, ни тиклем әле зәғиф, ни тиклем әле наҙан икәнлегемде һәм ни тиклем миңә уҡырға, белергә, күрергә, кисерергә кәрәклекте күрҙем. Мин бик ныҡ әрненем дә, шатландым да. Мин Һеҙгә, «күберәк фекер ишетермен» тип, элегерәк яҙылған «шиғыр»ҙарҙы күрһәтеп, хәйләләнем. Һеҙ быны, әлбиттә, ғәфү итерһегеҙ.

Мин, ашыҡмаҫҡа, тигән инем. Ләкин был үҫергә юл ҡуймаясаҡ. Сөнки миңә күптәрҙең фекерен ишетеү бик кәрәкле. Бының әһәмиәте тураһында Һеҙ беләһегеҙ.

Икенсенән, минең бөтә хыялым — белемде арттырыу. Әҙәбиәт институтына инә алыу өсөн, минең баҫылған әйберҙәрем дә кәрәк буласаҡ.

Һеҙ был эштә ярҙам итә алырһығыҙ тип мин ышанам. Минең бер генә шиғри юлым да Һеҙҙең ҡулығыҙҙан үтмәй ҡалырға тейеш түгел. Был ышанысҡа, минеңсә, Һеҙ шатланырһығыҙ ғына.

Бына Һеҙгә мин «Ленин»дың өсөнсө вариантын ебәрәм. Шулай уҡ: «Үлем көсһөҙ — көслө алдында» һәм Һеҙ бүләк иткән «Дуҫлыҡ».

Әлбиттә, мин әле Һеҙҙең бөтә талаптарға яуап бирә алмағанмындыр. Шулай ҙа эволюция булырға тейеш. Был турала Һеҙ үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе яҙһағыҙ, етешһеҙлектәрен әйтһәгеҙ, мин бик шат булыр инем.

Ҡулдарығыҙҙы ҡыҫып,

Рәми Ғарипов.

9.01.1950».

 

Һәм бына һеҙгә кеше менән кеше араһы (контраст): Рәми-Вахит, Ленин тураһындағы баяғы шиғри әҫәрен тотоп (икенсе тапҡыр), яҙыусыларҙың «ояһы» булған «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы редакцияһына килә (кәңәш, йылы һүҙ ишетергә):

 

«...Ләкин ул тейешле бүлмәгә инмәйенсә, бик оҙаҡ тәҙрә төбөнә ултырып, «Ленин»ды яңынан ҡат-ҡат ҡарап сыҡты. Бер куплет яңынан төҙәтелде.

Баҫҡыстан аҡрын ғына күтәрелгән, ҡултығына папка ҡыҫтырған Ҡадир Даянды күреп, урынынан торҙо ла:

— Һаумыһығыҙ, — тине Вахит.

— Ә, Ғалимов, һинме? Нәмә, әллә бында ултырып шиғыр яҙаһыңмы? — тип күреште Даян. Ләкин ул, артыҡ иғтибар итмәйенсә, Вахиттың: «Яҙылған. Ләкин бына инергә ҡурҡып торам әле», — тигән һүҙҙәрен тыңланы ла:

— Ҡурҡмаҫҡа кәрәк, — тип, Вахит инә торған бүлмәгә инеп китте. Вахит кисәге күренеште күҙ алдына килтереп, «бөгөн дә, бәлки, миңә: «бушамайым, бына эш муйындан, төҙәтергә кәрәк — бағана артынан бағана...» тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килер әле...» тип уйланы. «Ниңә һуң был кешеләр үҙҙәре лә бағана икән?!» — тип ҡуйҙы Вахит. Бер аҙ торғас, ул инде. Күк төтөн менән ҡапланған бүлмәләге тәмәке еҫе уның боғаҙынан быуып алған кеүек булды...

— Һеҙ миңәме? — тине таныш апа. Вахит, яҡыныраҡ килеп, шунда ултырған Сәғит Агиш менән күреште лә:

— Эйе, — тине һораусыға.

— Ниндәй йомош?

— Билгеле инде. Кисәге шиғыр. «Иртәгә килерһегеҙ», — тигәйнегеҙ бит...

— Бына тағы эш күп, — тине өҫкө яҡтан ҡырылып, аҫҡа ҡыуып төшөрөлгән ҡашлы, ирене һәм бармаҡ тырнаҡтары ҡыҙылға буялған эшлекле кеше. — Ялдан һуң килерһегеҙ. Бына хатта был ағайҙарыңдың шиғырҙарын да уҡымайынса һалып ҡуйҙым. Эш, эш... — тип зарланды эшсе кеше.

— Ул ағайҙарҙың, әлбиттә, уҡып та тораһы юҡ, — тип йылмайҙы Вахит. Ләкин уның был йылмайыуы аҫтында икенсе бер уттар ҡайнай ине.

— Юҡ-юҡ, ҡарайҙар... — тине Ҡадир Даян, әҙәп һаҡлап. — Ҡарайҙар, что һин?!.

— Ҡалдырығыҙ шиғырығыҙҙы, — тине ҡыҙыл ирендәр. Вахитҡа ҡапыл беҙ менән сәнскән кеүек булдылар.

— Юҡ, — тине ул. — Миңә һөйләшергә кәрәк. Һөйләшер...

— Улай булғанда, ялдан һуң килерһегеҙ, — тип бүлдерҙе уны ҡыҙыл ирендәр.

Вахит өндәшмәне. Ул үҙен ошо минутта иҙелеп осоп киткән кеүек һиҙеп, бүлмә эсендә йөҙгән күкһел төтөнгә оҡшатты.

«Нисек һуң?.. Нисек?.. Хатта бит шиғырҙың исеме менән дә ҡыҙыҡһынмайҙар! Ә ул исем... Ә ул исем?.. Их, һинең бит, революцияға тиклем үк: «Долой партияһыҙ әҙәбиәтселәр!» — тип әйтеүеңде һаманға тиклем ишетмәгән, тормоштоң ҡойроҡ осонда һөйрәлеп килгән ҡолаҡҡа ҡаты әҙәбиәтселәр ҙә бар...»

Вахиттың илағыһы килде... Ләкин ул ҡапыл ғына:

— Һинең менән, энем, эш бөттө булһа кәрәк?.. — тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте. Вахит бүлмәнән туҡмалған кеүек сығып китергә мәжбүр булды...

Ә ҡайтып, Әмириҙең хатын алғас, осор дәрәжәгә етте:

 

«Рәми туған! Хатыңды һәм «Ленин»ды бөгөн генә алып уҡыным. Хатыңда керһеҙ йөрәгеңде күрҙем. Шиғырыңдың аҙаҡҡы өлөшөн һис бер үҙгәртеүһеҙ журналға тапшырҙым. С. Кулибай: «Февраль номерында мотлаҡ баҫырбыҙ», — тине. Көт.

Әлегә оҙон хат яҙа алмайым, кәйефем насар, эшем күп. Һуңыраҡ яҙырмын. Мин хәҙер гел өйҙә эшләйем. Һөйләшәһең килһә, һин минең квартираға шылтырат (2-98-37).

Үҙеңә бәхет теләп, Ғ. Әмири.

18.01.50».

 

«Аңлаған ул мине! Аңлаған! Ниндәйен ижад диңгеҙендә йөҙгәндә лә ул, бер нөктәгә иғтибар итеп, уға яуап яҙырға тартынмаған!.. Ниндәй кешеләр була донъяла!» — тип шатланды Вахит. Уға бынан да ҡәҙерлерәк хаттың булғаны юҡ ине».

 

Һәм бына шул «роман» тип аталған икенсе бер дәфтәренән сәхифәләр:

 

Ур өмөт...

4 май. Был минең иң бәхетле көндәремдең береһе. Ғәйнан Әмири мине үҙенә саҡырҙы. Мин уға үҙемдең шиғырҙар йыйынтығын уҡыным.

Ә ул...

Юҡ, туҡта, һуңынан... — тип яҙҙы Вахит үҙенең көндәлегенә.

Быға тиклем уны Ғ. Әмири урамда осратып:

— Барып сыҡ, ҡустым, һөйләшеп ултырырбыҙ, — тиһә лә, Вахит бер нисек тә быға батырсылыҡ итә алманы.

«Нисек инде Вахит ҡына башың менән шундай ҙур, яҙыусы кешегә барып ултырырға. Ул үҙенең ни тиклем алтын ваҡытын ҡорбан итһенме һиңә? Һин бит, Вахит, әле генә уның китаптарын уҡып төндәр уҙҙыра һәм уның үҙен рәсеменән генә ҡарап белә инең...» тип уйланы ул.

Ләкин шундай кешенең һиңә иғтибар итеүе ни тиклем бәхет! Бәлки, ул ысынлап та һиңә бөтөнләй яҡын иптәштәрсә ҡарар, кәңәштәр бирер, юлдар күрһәтер? Бит ул бөтөнләйгә ябай күренә. Урамда осрағанда һин йәшенеп кенә үтеп китергә тырышаһың, ә ул һине үҙенең асыҡ йөҙө менән танып ала, иҫәнләшә һәм һуғыш яландарында ярты ҡанын һеңдереп, хәҙер ябыҡ ҡына булып ҡалған ҡулы менән һинең ҡулыңды ҡыҫа...

Вахит шуға күрә лә бөгөн «Фотография»нан үҙенең рәсемдәрен алып сыҡҡас та уҡ, уға барырға ҡарар итте.

Вахит барып ингәндә Әмири үҙе өйҙә юҡ ине.

— Көтөп ултырығыҙ. Ул хәҙер ҡайтыр, — тип урындыҡ бирҙеләр.

Вахиттың күҙе иң беренсе китаптарға төштө.

— Китаптар!.. Күпме китаптар!.. — тип ғәжәпләнде Вахит. Ул бөтә полкаларҙы күҙе менән генә ентекләп ҡарап сыҡты.

Ғ. Әмири көтөлмәгәнсә ябай ине. Әйтерһең дә, ул Вахитты үҙенең туғаны итте.

Вахит үҙенең был беренсе юл күрһәтеүсе уҡытыусыһы өсөн шатланып бөтә алманы.

Вахиттың шиғырҙарын Әмири бик ныҡ иғтибар менән, ҡулындағы йәшел ҡәләменән төрлө билдәләр ҡалдырып, уҡып сыҡҡансы, Вахит уның китаптарын ҡараны. Китаптарҙың күбеһен яҙыусының ҡәләмдәштәре, дуҫтары, рус шағирҙары бүләк иткәндәр.

Бер китаптағы Сәләмдең тапҡыр һәм көлкөлө ҡулъяҙмаһын Вахит айырыуса оҙаҡ ҡарап ултырҙы.

 

Сәләм, сәләм!

Йырҙарыңды һинең

Йөрәгемдә

һаҡлап йөрөтәм.

«Эшкә тора

Республикам!»

тиеп

Ҡабатлайым

һине һәр иртән, —

 

тип ҡуйҙы ул, ауыҙ эсенән генә.

 

Ун ғүмергә бөтмәҫ

йәшәү дәртен

Йөрөтә алды

һинең йөрәгең.

Һин йәшәйһең:

ҡасан,

кем һуң күргән

Ҡанатлы йыр

үлеү белгәнен?..

 

— Һин беҙҙең әҙәбиәттә ҡыҙыҡ ҡына бер фигура булырға оҡшайһың, — тип йылмайҙы Әмири. — Яҡшы. Яңы тормошто һин яңыса, үҙеңсә йырларға тырышаһың. Был барыһынан да яҡшы.

Ул урынынан торҙо ла китаптары араһынан үҙенең «Ҙур баҡса» тигән хикәйәләр йыйынтығын алып, уға ниҙер яҙҙы ла Вахитҡа бүләк итте.

— Ғәйнан ағайыңдың ҙур баҡсаһының да емештәрен аша, — тине ул.

Вахит шатлығынан йөрәге дөп-дөп типкән килеш, китаптың титул битенән: «Вахитҡа ҙур, бик ҙур өмөт һәм ышаныс менән, — Ғәйнан Әмири.4.05.1950 йыл», — тигән юлдарҙы уҡығас уҡ, ул, тулҡынланып, ауырттырғансы итеп, үҙенең уҡытыусыһының ҡулын ҡыҫты һәм кеҫәһенән рәсемдәренең береһен алып, тышына яҙҙы ла уға бүләк итте.

— Рәхмәт, — тине яҙыусы.

Вахитҡа ул уның етешһеҙлектәрен күрһәтеп, әҙәбиәткә килеүсе йәштәр тураһында, Мәжит Ғафури тураһында йылы иҫтәлектәр һөйләп, улар бик оҙаҡ ултырҙылар. Вахит уға шиғырҙарынан Айһылыу тураһында яҙылғандарын йәшерергә итһә лә, ул:

— Юҡ, Ғәйнан ағайыңдан һин бер ниеңде лә йәшермә. Ул һине белә. Әгәр ҙә һин был турала яҙмаған булһаң һәм һиндә шундай иң гүзәл тойғолар булмаған булһа, мин һине шағир ҙа, кеше лә тип атамаҫ инем. Һәр шағирҙың ул башынан үткән һәм улар аҡылдан шашып, бөйөк һөйөү менән һөйгәндәр, — тине ул, нисектер яғымлы итеп һәм уның күҙҙәре ҡайҙалыр бик алыҫҡа — йылы иҫтәлектәргә, дауыллы йәшлек йылдарына барып төбәлделәр. Вахиттың ул:

 

Мөхәббәт ул миңә

берәү генә,

Тик шунда ул

матур,

күңелле.

Тауҙар емерелеп

Таштар баҫһын,

Мөхәббәтһеҙ үтһә,

Ғүмерҙе, —

һәм:

Бәхетле мин

әгәр әйтә алһам,

Юлдашым, тип

тик бер Маръятты.

Беренсе һәм

бәлки

һуңғы ҡабат

Уны ғына

шулай яраттым,

тигән юлдарын уҡыны ла:

— Гүзәл, — тине. — Тик һин яңылышма. Рифмалары ниндәй матур! Бына ошо рифмалар шиғырыңда ике фекерҙе матур итеп бәйләгән кеүек, һеҙҙең арағыҙ ҙа шулай бәйләнһен. Ул һиңә бөтә ғүмерең буйынса ярҙам итерлек һәм ҡәнәғәтләндерерлек булһын. Барыһынан да элек, уның һинең ни тиклем ауыр һәм ҙур эш эшләүеңде тәрән итеп аңлауы кәрәк.

«Ниндәй гүзәл кеше!» тип уйланы Вахит.

Әмири, бер аҙ тынып торғандан һуң:

— Мин дә берәүҙе ярата инем... Ләкин беҙгә бергә булырға тура килмәне. Йылдар үттеләр... Ә мин уға һаман да инде йөрәгемдә йылы тойғолар һаҡлайым. Һаман да ул миңә яҡын... — тип ул үҙенең башынан үткәндәре тураһында ла һөйләне.

Вахитҡа был көн сикһеҙ хыялдар томын тоттороп, уны ашҡыныулы тойғолар диңгеҙенә ташланы...»

 

Халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың был һөйөнөслө һәм ялҡынлы йәшлек кисерештәрен биргән ҡәҙерле сәхифәләр аҫтына, әлбиттә, ул йылдарҙа һәм һуңыраҡ та Ғәйнан ағай Әмириҙе күреп белгән йәш әҙиптәрҙең бөтәһе лә ихлас ҡул ҡуйырҙар ине.

Һәм бына Ғәйнан Әмириҙең әҙәбиәткә яңы ғына морон төрткән йәш таланттарҙы үтәләй күреү, үлсәй белеү маһирлығы, бизмәненең теүәллеге (Рәми Ғарипов тураһында иҫтәлектәр йыйынтығынан. Хөснулла Түләкәйев. Кешелә ине эше.):

 

«Күмертау ҡалаһында йәшәгәнемдә, Өфөнән Ғәйнан ағай Әмириҙән кескәй бандероль алдым. Асһам, һинең (Рәми Ғариповтың. – Й.С.) «Һабантурғай йырҙары исемле китабың сыҡҡан икән дә -- Ғәйнан ағай миңә шуны ебәргән. Китаптың аҡ битенә түбәндәге һүҙҙәр яҙылғайны:

«Хөснулла туғаным!

Бына һиңә Рәмиҙең яңы китабын бүләк итеп ебәрәм. Үҙе ебәреп өлгөргәнсе уҡый тор. Китапта һиңә бағышланған «Торналар» бар. Рәми ул — ҙур талант! -- башҡорт халҡының ысын 5-енсе халыҡ шағиры буласаҡ кеше. Әйтте, тиерһең.

Йнан Әмири. 17.Х.1964 йыл».

 

Ысынлап та, ҡарағыҙ: Башҡортостандың «указлы» халыҡ шағирҙары исемлегендә халыҡ шағиры Рәми Ғарипов нәүбәттәге бишенсе урында тора — «күрәҙәсе» Ғәйнан Әмири 1964 йылда уҡ күрә белгән, әйтеп биргән буласаҡ ысын халыҡ шағирын! Сөнки уның үткер күҙе, йөрәк йылыһы ярҙам иткән танырға. Тейешенсә таныны, бер туған ҡустылары кеүек күрҙе шул һәммәбеҙҙе Ғәйнан ағайыбыҙ...

Ысынлап та, бөтәбеҙ ҙә аҙаҡҡаса тоғро дуҫтары булып ҡала алмаһаҡ та, йәштәребеҙ буйынса ҡустылар инек шул. Әйтәйек, уның “Яңы уйҙар” тигән тәүге очерктар китабы 1933 йылда сыҡҡан — минең менән бер йәштә, тип әйтерлек! Бына хәҙер инде үҙем Ғәйнан ағай йәшенә етеп киләм — ҡултыҡ араһындағы ҡустылыҡтан — йәштәшлеккә ҡурпыным, уның ҡорҙашы булдым. Ағайымса әйткәндә, уның менән яу ҡырындағы бер үк рота һалдатына әйләндем! Ә бәлки, Ғәйнан Әмири ротаһының һуңғы һалдатылыр ҙа; был иһә миңә изгеләрҙән дә изге бурыс — “ротала ҡалған һуңғы һалдат һүҙе”н илгә еткереүҙе йөкмәтә:

“Һуғышта шулай була торғайны, — ти ул, — һөжүм һуғыштарынан һуң иҫән ҡалған һалдаттар һәләк булған дуҫтарының яҡындарына хаттар яҙалар, ҡайһылай батыр алышҡанлыҡтарын бәйнә-бәйнә һөйләп, иптәштәренең иҫтәлектәрен мәңгеләштерергә, уларҙың туғандарының ҡайғыларын еңеләйтергә тырышалар ине.

Бер-нисә ваҡыттан һуң — тағы һөжүм операциялары. Быныһында инде был хаттарҙың авторҙары баштарын һала... Был юлы иҫән ҡалғандар уларҙың үҙҙәре хаҡында яҙалар.

Был изге эш ротала һуңғы һалдат ҡалғанға тиклем шулай дауам итер ине.

Дүрт йәштәштән мин яңғыҙым ҡалдым. Ваҡытһыҙ сафтан киткән ҡәләмдәш-көрәштәш дуҫтарымдың ҡайһылай итеп батыр алышыуҙары тураһында хаттарҙы инде мин яҙырға тейешмен”... (Ғ. Әмири. Аҡ елкән. 146-сы бит).

 

Минең дә, роталағы тере ҡалған һалдат Йыһат фәҡирегеҙҙең дә, тим мин, биш-алты ҡәләмдәш-яуҙаш хаҡында шулай уҡ яҙаһым бар...

Хәҙергеләргә һәм килерҙәргә ғибрәт өсөн шул хаттарҙың беренсеһен яҙып ултырам бына...

 

 

 

“Беҙ — ғәйнәләр, — башҡорттоң төбө булабыҙ”, — тип бәйән ителә Башҡортостаныбыҙҙың төньяғында һәм ут күрше Пермь өлкәһендә аҫабаланып йәшәүсе Ғәйнә ырыуы башҡорттарының донъяға билдәле мифында.

Башҡорттоң мәшһүр шағиры һәм прозаигы, Тыуған илебеҙҙең дә, милләтебеҙҙең дә ялҡынлы патриоты, ғүмере буйына йәшәүгә, кешеләргә булған һүнмәҫ мөхәббәтен бөйөк Ватан һуғышының Сталинград тамуғынан көйҙөртмәй-бөлдөртмәй алып сыҡҡан һәм аҙаҡҡаса мәңге ғашиҡ булып ҡалған Ғәйнан ағай Ғимазитдин улы Әмиров (Ғәйнан Әмири) 1911 йылдың 25 авгусында хәҙерге Яңауыл районының Яңы Уртауыл (Янтыҡ) ауылында тыуып, тап ана шул “башҡорттоң төбө” булмыш Ғәйнә башҡорто ине.

Минең Ырымбур яҡташым, юмор һәм сатира оҫтаһы Сәғит ағай Агиш мәҙәкләп һөйләй торғайны: йәйҙең йәмле көндәрендә Өфөнән — башҡорт әҙибе Ғәйнан Әмири, Ҡазандан татар әҙәбиәтсе ғалимы Нил Юзиев менән үҙҙәренең Янтыҡ ауылына[20] икеһе бер юлы ҡайтып төшкәндәр имеш. Ауылдың данлыҡлы баҡсасыһы Нуримөхәммәт ағай Раянов (Ғ. Әмириҙең “Ҙур баҡса” хикәйәһе геройының прототибы) табынында саҡ ҡына “йылымыс” булғандан һуң мендәргә янтая биреп, ара-тирә баҡса емештәренән дә ҡапҡылап, шул емеш исемдәренә бәйле мәсьәләне сисергә керешеп киткәндәр, ти.

— Безнең саф татар телендә мона бу жимеш — ҡарлыған, ә мона монысы — шомырт диб, ә мона бу ағач — нарат диб әйтелә, — ти икән Нил Юзиев.

— Ә беҙҙең саф башҡорт телендә улар ҡарағат, муйыл, ҡарағай була, — тип әшкәртә имеш ырыуҙашын Ғәйнан Әмири. Шулай ныҡыша торғас, төптө “емеш”ле булмаған һүҙҙәргә күсеп, ҡыҙыша башлағандар:

— Безнең саф татар телендә болай була бу!

— Ә беҙҙең саф башҡорт телендә былай был!

Өндәшмәй генә тыңлап ултырған-ултырған да, ти, Нуримөхәммәт ағайыбыҙ, тамағын ҡырып, “Ә беҙҙеңсә бына былай була ул”, тип, тегеләр уртаҡ тел таба алмаған бөтә һүҙҙәрҙе лә тап ғәйнәләрсә теҙгән дә биргән, имеш, һәм өҫтәкләп тә ҡуйған:

— Их-ма, янтыҡтар! Бер төптән шытһағыҙ ҙа, икегеҙ ике яҡҡа янтайғанһығыҙ...

Ошоноң ише “саф татар”лыҡ һәм “саф башҡорт”лыҡ мәсьәләһе заманабыҙҙа зыялыларыбыҙҙың байтағының, бигерәк тә Ғәйнан Әмириҙең, тере теңкәһенә тейеп, ижади яҙмышында хатта фажиғәле, тип әйтерлек, сағылғанлыҡтан, “мәсьәлә”гә ҡағылышлы тағы ла бер-нисә эпизодҡа туҡталып китмәксемен.

Етмешенсе йылдар уртаһында яҙыусыларҙың Мәскәү янындағы ижад йортонда шул Нил Юзиевтың Ҡазандан килмеш бер туған ҡустыһы — татарҙың атаҡлы шағирҙарының береһе Илдар Юзиев менән “мәй” янында һөйләшеп ултырғайныҡ. Һүҙҙән һүҙ сығып, мин: “Их һин, Ҡазанда аҙашып ҡалған башҡорт балаһы!” — тип өндәшкәс, табындашым, ҡуҙға баҫҡандай тыбырсынып: “Ник мин башҡырт булайым, паспортымда ғына башҡырт дип язғаннар!” — тип өҙөп алмаһынмы...

Шул уҡ йылдарҙа Өфөбөҙҙә саф татарса тел сарлап йөрөмөш Әнғәм Атнабаев тигән ҡәләмдәшем менән бер соҡортайҙан “зәм-зәм һыуы” тәмләгән хозур минуттарҙа мин уға, күңелем тулышыптыр инде: “Мең йәшә! Һинең кеүек аҫыл татарҙың, Ҡазанға китмәй, бында ҡалыуы ниндәй шәп!” — тигәйнем, күҙен аҡайтып ҡараны ла: “Ник мин татар булайым, башҡорт мин!” — тип паспортын сығарып күрһәтте...

Шуныһы ла хәтерҙә: 1967 йылда Ҡазанда Волга буйы йәш яҙыусыларының конференцияһы йыйылып, беҙҙән ҙур ғына делегация барғайны. Ҡунаҡханаға урынлашыуыбыҙ менән үк, татарҙың оло әҙәбиәтсе ғалимы, Ғәйнан ағайҙың ырыуҙашы Хатип ағай Ғосман өлтөрәп килеп етте, беренсе ял кисенә үк бөтөнебеҙҙе[21] фатирына аш мәжлесенә саҡырҙы: “Үҙемдең башҡорттарым менән гөрләшеп ултырғым килә”, — тине ул ихластан. Нәҡ башҡортса хозур табында ағайыбыҙ үҙенең, аҫаба башҡорт була тороп та, башҡорт әҙәбиәтенә һәм фәненә хеҙмәт итергә Хоҙай яҙмауын, Башҡортостанын ныҡ һағынып йәшәүен, ләкин инде тәртәләрҙе ҡайырырға һуң икәнен ныҡ моңайып һөйләне... Шул йәһәттән ҡарағанда, Ғәйнан ағайыбыҙ бәхетле башҡорт булды тип һанайым: үҙенең башҡорт әҙәбиәтенә һәм сәнғәтенә, фольклорына ғүмере буйына мөкиббән һәм фиҙакәр хеҙмәт итте, Бөйөк Ватан һуғышының Сталинград тамуғынан да 124-се айырым Башҡорт уҡсы бригадаһында ҡаһармандарса һуғышып еңеп сыҡты, һуғыштан ҡайтып мәшһүр “Мораҙым”, «Ғашиҡтар” повестәрен һәм гүзәл хикәйәләрен, публицистикаһын яҙҙы, шиғри йәйғорлоғо менән гәрәбәле Балтик диңгеҙе ярҙарын алтын Урал түбәләренә тоташтырып “Салауат аманаты»н йөрәкһеп йырланы, аҡтыҡ сиктә есеме лә тыуған еренең есеменә ҡушылды...

Бала сағынан уҡ күңелен әҙәбиәт ғашиҡ итә, ауыл башланғыс мәктәбендә уҡығанда ла, Бөрө педагогия техникумында ла ҡулъяҙма журналдар сығарыуҙы башлап ебәрә, 1928 йылдан алып әҫәрҙәре Өфө һәм Ҡазан гәзиттәрендә баҫыла, утыҙынсы йылдар башында тәүҙә — “Коммуна” гәзитенең яуаплы сәркәтибе, шунан һуң “Йәш коммунар” һәм “Ленинсы” гәзиттәренең мәҙәниәт бүлеге мөдире булып эшләгән осоронда ижад ителгән “Кәмһетелгән Шәмситдин, трудденһыҙ Нуритдин” тигән беренсе поэмаһы уҡ уға танылыу килтерә заманында. Бөтәһен дә тормоштан алып яҙыусан ҡәләм эйәһе 1933 — 1935 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафтарының кесе командиры булып хеҙмәт итеү осоронда ла ғүмерен елгә осормай — 1936 йылда яугир рухлы “ҡыҙыл әрмис хикәйәләре”нән хасил “Ауғус төнөндә” тигән өсөнсө китабы баҫылып сыға. Ләкин ғүмере буйына белемгә һыуһаған һәм үҙенең йәш ҡәләмдәштәрен дә юғары белем тауҙарына үрләргә өндәгән яҙыусы тынысланмай — армиянан ҡайтыуы менән үк Башҡорт педагогия институтында белем алыуын дауамлап, уны тамамлағас та уҡ 1938 йылда Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт институтына фольклор секторы мөдире итеп эшкә тәғәйенләнә. Шунда эшләү осоронда башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадын тәрәндән өйрәнә, башҡорт фольклорын йыйыу буйынса ғилми экспедицияларҙа ҡатнаша, башҡорт әкиәттәрен, йырҙарын китап итеп баҫтыртып сығарыуҙа, Батыр Вәлид, Фәррәх Дәүләтшин, Йәрми Сәйете кеүек хәҙерге заман башҡорт сәсәндәренең ижадын юлға һалыуҙа тырышып эшләй, уларға ныҡ ярҙам итә. Шул арҡала үҙенең бөтөн әҫәрҙәре лә, тип әйтерлек, сағыу башҡорт фольклорына, халыҡсанлыҡ аһәңенә мул һуғарылған, былар уның хикәйәләүенең һәм тасуирлауының үҙенә хас колоритлы стилен тәьмин иткән. Бигерәк тә Урал артына сәйәхәттәре яҙыусының күңелендә һүрелмәҫлек сағыу тәьҫораттар, хәтирәләр булып ярылып ҡала, шунда йыйылған бай тарихи һәм ғәмәли материал уны ғүмере буйынса уйландырып, һөҙөмтәлә “Атлы халыҡ” тигән затлы очергын, атаҡлы “Мораҙым” повесен (роман тиергә лә була), “Башҡорт толпарҙары» балладаһы һәм “Салауат аманаты” поэмаһы кеүек шиғри әҫәрҙәрен яҙырға илһамландыра һәм, ысынлап та, үҙен “башҡорттоң төбө” итеп тойоу ҡеүәһен нығыта. 1939 йылғы баяғы “Атлы халыҡ”та ул оҙаҡламай бөйөк Ватан һуғышында тиңһеҙ данланасаҡ Башҡорт атлы дивизияһы төҙөлөрөн дә алдан күрҙе — күрәҙәләне һымаҡ:

 

“Бөгөнгө Сталинлы азат илдә мәңгелек бәхеткә ирешкән башҡорт халҡы — үҙенең бәхетен һис ваҡыт, һис бер дошманға бирмәҫ! Әгәр ҙә дошман уның был бәхетенә ҡул һуҙа ҡалһа, барлыҡ азатлыҡ һөйөр башҡорт халҡы — йәше-ҡарты, ҡатын-ҡыҙы, үҙенең толпарҙарына атланыр ҙа, башҡа туған халыҡтар менән бер стройға баҫып, үҙенең бай, гүзәл Ватаны өсөн, бөйөк Сталин өсөн яуға сабыр һәм дошман башына йәшен булып атылыр!”

 

Эйе, үҙҙәре теләп баяғы Башҡорт атлы дивизияһына киткән геройҙары менән бер үк йылда, нәҡ утыҙ бер йәшендә, бәхетле тәүге китаптарының тәүгеләрҙән береһенә (“Ауғус төнөндә”) һәм иң һуңғыһына ла (“Август йондоҙҙары”) заманында берҙәй үк тылсымлы исем биргән сөмәкәй күкле, шау йондоҙло август төнөндә — 1942 йылдың 24-нән 25-нә ауышҡан һәм тап үҙе әсәнән донъяға тыуған август төнөндә — баяғы 124-се айырым Башҡорт уҡсы бригадаһында дәһшәтле Сталинград һуғышына барып керҙе, ҡан ҡойошло бөйөк эпопеяның башынан алып аҙағынаса атаҡлы “үлем ҡулсаһы”нда тороп һуғышты. “Юйылмаҫ ҡултамғалар” тигән әҫәрендә ул, берсә тетрәнеп, берсә ғорурланып яҙҙы:

 

“Сталинград һалдаты мин. Был легендар ҡалала йөҙ ҙә етмеш тәүлек буйына барған титаник ҡыйралыштың ҡатнашсыһы булдым... Өс мең дә һикһән сәғәт буйына барған дәһшәтле һуғыш геүелдәүе (сәғәткә күсерәм, сөнки Сталинград һуғышында артиллерия уты, бомбаға тотоу, йөҙәрләгән самолет һәм танкыларҙың мотор тауыштары бер генә сәғәткә лә тынып торманы) ҡолаҡтарҙа ғүмергә шаулап торор, ҡот осҡос янғындарҙың ялҡындары ғүмергә күҙҙәрҙе сағылдырыр, бындағы имәнес күренештәр һуңынан төштәргә кереп, йәнде һәр ваҡыт тетрәтеп торор... Әсәләр һәм балалар тейәлгән ҙур пароходтың фашист бомбалары тарафынан батырылыу күренеше һәм күкрәктәренә балаларын ҡыҫып, шашып ҡысҡырған бер-нисә йөҙләгән әсәләрҙең аһы, сабый балаларҙың һалҡын Волга һыуына батҡан ваҡытта һуңғы һулыш алып ҡысҡырыу тауышы”...

 

Хәтеремдә, таңдар утта сәсәй,

Көндәр — төтөндәрҙә тонсоға,

Ҡояш, яраланған һалдат булып,

Алыҫ медсанбатта төн сыға...

Таштар янды, Волга үҙе янды! —

Ә беҙ генә иреп аҡманыҡ;

Мамай ҡурғанында Ҡафҡаз, Урал,

Карпат түбәләрен һаҡланыҡ...