Ковпак менән осрашыу

Беҙ Цветовок тигән ауылға барып индек. Немецтар иҫенә килеп, ҡаты ҡаршылаша башланы. Шул ауылды партизандар менән бергәләп алдыҡ. Ошо ауылда дивизия штабында партизандар отряды башлығы Ковпак менән осрашырға тура килде. Батарея командиры капитан Малинковский менән барып инһәк, бер гражданский кейемдәге кеше штаб офицерҙарына полк командирын табырға бойора. Немедленно полк командирын табығыҙ, ауыл немецтарҙан таҙартылды, ниңә һаман мәктәп түбәһенә флаг элмәгәнһегеҙ, хәҙер үк ҡыҙыл флаг элергә, тип бойора. Был ниндәй дыуамал кеше штабта хужа булып йөрөй, кем ул, тип һорағайным, Ковпактың үҙе шул була инде, тинеләр. Ул урта буйлы, тулы кәүҙәле, ҡарараҡ йөҙлө, башҡортҡа оҡшаған ине. Йөрөшөнә ҡарап, ошо тирәнең хужаһы икәнен аңларға була. Цветовокта ике көн торҙоҡ. Немецтар ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтә. Черкассы яғынан алты көбәкле минометтан аталар. Ул үкерә башлаһа, һәләтерәк укрытиеға ҡасырға кәрәк. Һуғышта ҡатнашҡан кеше был турала бик яҡшы беләлер.

Кискә табан пушкаларҙы позициянан алырға, штаб эргәһенә килергә бойорҙолар. Комбат мине шул бойороҡто еткерергә тип ебәргәйне, беҙҙекеләр миңә табан киләләр. Бойороҡто ишеткәндәр икән. Штаб эргәһенә йыйылғас, немецтар тылына партизандар сығасағын әйттеләр. Бер ниндәй тауыш-тын сығарырға тейеш түгелбеҙ. Походта барғанда атыу тыйылды. Тәүҙә урман юлынан бара бирҙек тә, юлһыҙ соҡор-саҡыр урындан үттек. Бара биргәс тағы юлға сыҡтыҡ. Арттан килгән ике немец машинаһына юл биреп тороп ҡалдыҡ. Унан тағы юлдан айырылып урман араһына индек. Урман ҡуйырҙы, сәсеп үҫтерелгән ҡарағайлыҡҡа оҡшаған. Пушкаларыбыҙ ҡуйы ағастарға эләгеп, пехотанан тороп ҡалдыҡ. Комбат капитан Малинковский миңә, әйҙә пехотанан ҡалмайыҡ, тип пехота киткән яҡҡа атланыҡ. Алда юл һымаҡ нәмә күренә, ә беҙҙекеләр юҡ. Уғаса булмай, немецтарҙың һөйләшкән тауышы ишетелде. Мин капитанға төртөп, немецтар килә, тинем, ул нишләптер ишетмәй. Немецтар урмандан ҡурҡа ул, тип китеп тик бара. Шул урында 15-ләп немец килеп сыҡты ла: “Һальт, партизанен!", - тип ҡысҡырып ебәрҙеләр. Ни эшләргә белмәй ҡатып ҡалдым. Шул ваҡытта миңә тоҫҡап автоматтан залп бирҙеләр. Терт итеп ҡалып торған ерҙән шул тиклем ныҡ һикерҙем, ниндәйҙер бер көс алып ташлағандай булды. Аңыма килеп, тирә-яғыма ҡаранһам, капитаным да юҡ, немецтар ҙа кире боролоп һыпыртты. Капитандың киткән яғына тоҫмаллап атланым. Бер аҙ барғас, юлға килеп сыҡтым. Юлдың аръяғында аҡлан һымаҡ асыҡ урын. Унда кешегә оҡшаш ҡарасҡылар күренә. Бер ҡарағай артына боҫоп күҙәтәм. Түңгәктәргә оҡшай. Юл аша сыҡһам, өҫтән ҡырҡылған ҡарағай түңгәктәре икән. Күрәһең, ҡыш көнө ҡарын да көрәмәй ҡырҡылған ҡарағайҙарҙыр. Бер ҡурҡҡас, бик һаҡ йөрөйөм. Түңгәктән-түңгәккә барам да, йән-яғымды байҡап алам. Бер түңгәк ҡыбырлағандай булды. Автоматымды тоҫҡап атайым ғына тиһәм,"Ганиев!" тигән тауыш ишетелде. Баҡһаң, капитаным түңгәк артынан мине күҙәткән икән. Бер аҙ барғас, пехота урынлашҡан окоптар эргәһенә еттек. Ә капитан миңә кире барып пушкаларҙы алып килергә бойорҙо. Яңғыҙ үҙем кире киттем. Теге юлға килеп сыҡтым да тыңланып торам. Хәҙер немецтар менән осрашҡан ерҙе үтергә кәрәк. Дошман тылында ағастар араһында яңғыҙ йөрөүе бик ҡурҡыныс икән. Ундай хәлде үҙ башынан үткәргән кеше генә беләлер. Бер аҙ барһам, русса һүгенгән тауыш ишетелде. Шул яҡҡа ҡарай йүгерҙем. Барһам, шырлыҡтан сыҡҡандар ҙа, ҡайһы яҡҡа китергә белмәй торалар икән. Барыһын да үҙебеҙҙең торған ергә алып килдем. Таң беленә башланы. Полк командиры бинокле менән нимәнелер текләй. Немец танкыһы түгел микән, тип һорай. Ҡараһам, утын өйөмө ята. Бер аҙҙан мин арҡыры үткеләгән юлдан танкылар тауышы ишетелде. Немецтар беҙҙең урманда йөрөгәнде белгәнлектән, танкыларын ебәргән икән тип уйлаһаҡ, үҙебеҙҙең өс танк килеп сыҡты. Героимовка тигән ауылға яҡын ғына килеп туҡтағанбыҙ икән. Өс танкты алдан ебәреп, уларҙың артынан шул ауылға бәреп индек. Немецтар беҙҙе көтмәгән. Ҡайһыныһы ҡоралын күтәреп, ҡайһыһы ҡоралһыҙ бирелә. Бирелмәй ҡасҡандарын сәпләйбеҙ. Шул ауылда 120-ләп немец һалдатын ҡулға алдыҡ, ике һарайҙан 80-ләп ат, бер нисә машина, бик күп боеприпасты ҡулға төшөрҙөк. Ә танкылар яҡындағы Русская поляна тигән ауылға китте. Пленға алған немецтарҙы бер рәткә теҙеп ҡуйҙылар ҙа, бында рустар ҙа бар, тип өлкән лейтенант: “Рустар, биш аҙым алға!”- тип команда бирҙе. Берәү ҙә сыҡмай. Шунан үҙе строй буйлап үтеп, ҡулынан етәкләп һигеҙ кешене сығарып баҫтырҙы. Ғәжәп, кешене йөҙөнә ҡарап нисек танырға кәрәк! Ысынлап та, бөтәһе лә рустар булып сыҡты. 1926 йылғы ике йәш егетте ҡалдырҙылар ҙа, ҡалған алтауһын түңәрәк эсенә алып туҡмап үлтерергә ҡушылды. Шулай эшләнеләр ҙә. Береһе йән бирә алмай, тартышып ята ине, командир миңә, атып үлтер, тип бойорҙо. Бойороҡто үтәргә тура килде.

Немецтар һәм трофейҙар менән мауығып йөрөп, пушкаларыбыҙҙы позицияларына ҡуймағанбыҙ. Шул арала бер колонна фашистар машиналары менән Черкассы ҡалаһы янынан килеп ауылға инә яҙҙы. Беҙҙе күреп туҡтанылар ҙа, беҙ ҡасан пушкаларҙы һуғышҡа әҙерләгәнсе, боролоп ҡастылар. Беҙ Черкассы ҡалаһына тура юлдан бармай, урман эсенәнерәк, урман ҡырлап барҙыҡ. Бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ ярҙамсы хужалыҡ ҡоролмаларын үтеп, эре генә ҡарағайлыҡтан ял йортона етеп бара инек, минометтан ут аса башланылар. Шунда бер нисә һалдатыбыҙ яраланды. Миналар ярыла башлағас та ергә ятып бөттөк. Ә санитаркабыҙ, албырғап, ергә ятып өлгөрмәгән. Мина ярсығы аяғын ярып үткән. Бер сыуаш һалдаты һәм Ауырғазы районы егете менән яраһын бәйләнек. Яраһын бәйләгәндә уңайһыҙланып йылмайып ҡына ятты сестрабыҙ. Беҙ тылдан килгәс, немецтар тип уйлап, үҙебеҙҙекеләр мина менән “һыйлап” ташланы. Бер нисә һалдатыбыҙ зыян күрҙе.

Ул көндө Черкассыға барып етә алманыҡ. Немецтар үҙ позицияһын бик ныҡ нығытҡандар ине, өҙлөкһөҙ эре калибрлы пулеметтан һәм былай пулеметтан атып башты ла ҡалҡыттырмайҙар. Иртәгеһенә лә тимер юл аша сығып булманы. Немец снайперҙар ҡамасаулай. Пушканан атып немец пулемет нөктәһен юҡ иттек. Ҡояш байыр алдынан тимер юл полотноһын аша төшөргә булдылар, мин дә уларға ярҙамлашам. Бер нисә һалдатыбыҙ шунда ятып ҡалды. Бер иптәшемә, сыуаш һалдатына, снайпер пуляһы шып итеп кенә килеп тейҙе. Иптәшем бер һүҙ ҙә әйтә алмай бөгөлөп төшөп йән бирҙе лә ҡуйҙы. Бик оҫта снайпер ултыра. Алда беҙҙекеләр бар тип вайымһыҙ йөрөһәң, йән ереңә ата ла ҡуя, үлемеңде көт тө тор. Дөрөҫ булһа, снайперҙы ҡатын-ҡыҙ затынан тинеләр.

Госпиталдә

Героимовка ауылы яғынан шоссе буйлап сираттағы бойороҡ менән китеп барам. Шул ваҡытта Русская поляна ауылы яғынан бер аҙымдай алдыма снаряд килеп төштө лә, зыулап рекашет яһап, осоп барып 25-30 метр самаһы аралыҡта төшөп туҡтаны. Барып ҡараным, 46 мм снаряд-болванка ята. Ярыла торған снаряд булһа, шул ерҙә мине өҙгөләп ташлай ине. Ҡабаланып һулаҡай аяғымды баҫһам, ярылмаған хәлдә лә аяғымды өҙөп алып китер ине. Һул аяғымды ҡалҡытҡан килеш аптырап тороп ҡалдым. Хоҙай Тәғәлә ошо ерҙә лә үлемдән һаҡлап алып ҡалды.

Батарея командиры Малинковский әллә ҡайҙа ныҡ артта урынлашҡан. Кискә ҡарай батарея хәлен белешергә мине ебәрә. Тимер юл будкаһы эргәһенән бик оҫталыҡ менән сығырға кәрәк. Ҡапыл ырғып тороп йүгерәһең дә, тиҙ генә ергә ҡолап, ситкә шыуышырға кәрәк. Юғиһә, ятҡан ереңә снайпер пуляһы килеп тә төшә. Миңә шулай снайпер пуляһынан ҡасып-боҫоп, бер нисә тапҡыр үтергә тура килде. Шулай, сираттағы заданиены үтәп кире ҡайтып барғанымда тимер юл полотноһын үткәс тә ҡолап китеүем булды, аяғыма шып итеп пуля тейеп үтеп тә китте. Яраландым. Комбат бер көнө эңерҙә тимер юл полотноһы аша сығып һалдаттар араһына барҙы. Ҡыҫҡа ғына йыйылыш һымаҡ нәмә үткәрҙе. Кемдәр батырлыҡ күрһәтте, кемдәргә награда бирергә була тигәс, парторг өлкән сержант, наградаға Ғәниевты бирергә кәрәк, һуғыштың ҡыҙыу ваҡыты тип тормай, ниндәй задание булыуына ҡарамаҫтан, теүәл еренә еткереп үтәй, тигәйне, Малинковский кире ҡаҡты. Уға булғанын да, булмағанын да ҡупыртып-шаштырып һөйләүсе кеше кәрәк ине. Ә мин улай һөйләй белмәйем. Санбатҡа барып аяғымды бәйләттем, яралылар менән бергә беҙҙе Золотонож тигән ҡаласыҡҡа ебәрҙеләр. Ярам ул тиклем ауыр булмағас, Орск ҡалаһынан Шакиров тигән башҡорт егете менән санитаркаларға ярҙам итеп йөрөйбөҙ: ауыр яралыларҙың яраларын бәйләшәбеҙ, аш килтереп ашатабыҙ, ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтәбеҙ, мунсаға алып барып ауыр яралыларҙы йыуындырышабыҙ. Шундағы мунсала бер 1926 йылғы һалдаттың аяғын киҫкәнде ҡарап хайран ҡалдым. Топчанға һалдылар ҙа, ҡәҙимге ҡул бысҡыһы менән аяғын бысып ташланылар. Исмаһам, бер ыңғырашһасы, түҙеп кенә тик ятты. Санитаркалар, сестралар ундай сыҙамлы, һере кешене күргәнебеҙ юҡ ине әле, тинеләр.

Золотонож госпиталендә бағынғандан һуң ярам төҙәлер-төҙәлмәҫтән тағы фронтҡа киттем. Юлда йәйәү барырға тура килде. Черкассының ял йортона барып етеүгә аяҡтан баҫып тора алмаҫтай булдым. Ятһам тороп китә алмаҫ инем. Бер палатаға барып урынлашҡайныҡ, Черкассы ҡалаһы яғынан алыҫтан ата торған пушкаларҙан ата башланылар. Ҡайҙан көс тапҡанбыҙҙыр, ырғып торғаныбыҙҙы белмәй ҙә ҡалдыҡ. Эңерҙә беҙҙең килгәнде ҡайҙан белгәндәрҙер, немец разведкаһы һәм корректировщиктарының шул тиклем һәйбәт эшләүенә ғәжәпләнерлек.

Черкассы ҡалаһы өсөн ҡаты һуғыш бара. Иртәгеһенә беҙҙе роталарға бүлделәр. Мине 6-сы ротаның командиры күреп ҡалды ла: “Герой, һин тереһең бит, әйҙә минең ротаға!”, - тине. Мин үҙ ротама барырға теләйем, тигәс, ул ротаның исеме генә ҡалды инде тип өгөтләй бирҙе. Шулай ҙа мин үҙемдең 3-сө ротама киттем. Барһам, ысынлап та, бер генә танышым да юҡ. Аҙаҡтан 6-сы ротаға ҡалмағаныма үкендем, әлбиттә. Ул лейтенант минең пулеметтан яҡшы атҡанымды белә ине һәм ул лейтенант ҡасып-боҫоп йөрөмәне, плащы ярпылдап, һыҙғырып торған пуля араһына инеп китә, һис тә йәшенмәй, һәм пуля ла алмай. Ниндәйҙер бер сихырлы, ғәжәп кеше ине.

Ноябрь аҙаҡтары, декабрь баштарында ҡапыл ғына һыуытып туңдырып ебәрҙе лә, тубыҡҡа тиклем ҡар яуып һалып ҡуйҙы. Ҡайһы бер немец һалдаттары окоптарында туңып ултырғыланы. Бер иптәшем туңып ултырған немецтың ҡул сәғәтен һалдырып үҙенә тағып алды. Үлгән кешенең әйберен алма тиһәм дә, тыңламаны. Ҡара әле, сәғәте йөрөй, ти. Миңә атайым армияға китер саҡта урлашма, улым, алдашма, үлгәндекен бер нәмәһен дә алма, тигәйне. Шуны әйтеп ҡарайым, тыңламай. Ике сәғәттәй ваҡыт үттеме-юҡмы, теге һалдат эргәһенә снаряд төшөп ярылды һәм сәғәтле егет донъянан китте. Ул ырым рустарға ла, кемгә булһа ла тарый икән.

Миңә Дегтярев пелуметын бирҙеләр. Ярҙамсы итеп Микола тигән хлопецты биргәйнеләр, бик ҡурҡаҡ булып сыҡты. Саҡ ҡына ҡараңғы төшһә, бер ҡайҙа ла ебәреп булмай. Боеприпасты ла, ашты ла үҙемә ташырға тура килде.

Черкассы ҡалаһын һаман да ала алмайбыҙ. Немецтар ҙа, беҙ ҙә һөжүмгә күсмәйбеҙ. Декабрҙең 14-нән 15-енә ҡарай төндә немецтар пулеметтан бик ныҡ ата башланы. Күрше окопта Шишмә районы Боголюбовка ауылынан бер саржант ята ине. Уға мин: “Немецтар бик ныҡ ата башланы, моғайын, сигенәләрҙер”, - тинем. Уғаса булмай, минең окопҡа туп-тура пулеметы менән немец пулеметчигы килеп сыҡты. Мин "Һальт, ханде хох” тигәйнем ыңғай ғына ҡулдарын күтәрҙе. Пулеметын ташланы ла тик тора. Күршеләге сержант штабҡа алып барып йөрөгәнсе расходҡа сығар ҙа ҡуй, тигәс, атып үлтерҙем дә ҡуйҙым. Бер аҙҙан өҫтөбөҙҙән ПО-2 самолеты осоп үтте лә, моторын һүндереп беҙҙең өҫтә өйөрөлә башланы. Летчиктың “ура-ура" тигән тауышы ишетелде. Баҡһаң, ниместәр ҡасты, һөжүмгә күтәрелегеҙ, тигәнде аңлатҡан икән. Шулай итеп, Черкассыны ла алдыҡ. Черкассыны алыу хөрмәтенә главнокомандующийҙың приказы булды. Беҙҙең полкка "Черкасский" тигән исем бирелде. Күптәрҙе наградаға тәҡдим иттеләр. Шулар араһында исемлектә мин дә бар инем. Немецтарҙы иртәгеһенә Белозерная ауылында ҡыуып еттек. Ул ауылда бик һәйбәтләп ҡаҙылған немецтар окобына төшөп урынлаштыҡ. Артыбыҙҙа ғына ҡыйығы ябылған өй. Кис булды. Ярҙамсымды кухняға ебәрмәксе булғайным, ул ҡурҡып барманы. Үҙем барып кухняны табып, кискелеккә бутҡа алып килдем. Ашап алғас, тартырға уйлаған инем, эңер төшөү менән немецтар яғында хәрәкәт башланды. Яҡында ғына 200-300 метр самаһы булыр, ҡул бысҡыһы менән ағас ҡырҡа башланылар. Әһә, былар ДОТ төҙөргә булдылар, тип уйланым да тауыш килгән яҡҡа очередь бирҙем. Бысҡы тауышы тымды. Бер аҙ торғас, тағы быса башланылар. Тағы очередь бирҙем, тағы тымдылар. Шулай итеп, тегеләргә иркенләп эшләргә ирек бирмәйем. Улар ҙа миңә ҡаршы очередь бирә башланылар. Тора бирә лә аталар, тора бирә лә аталар. Мин дә уларға ҡаршы очередь ебәрәм. Микола көндөҙ өйгә ингән икән. Шул өйҙә мөйөштә өҫтәл ултыра, өҫтәлдә туралған тәмәке ятыуын әйтте. Алып сыҡ, тиһәм, бармай, үҙемә инергә тура килде. Өйгә инеп ҡараңғыла өҫтәлде табып, ҡул менән һәрмәләнеп, турап киптерелгән картуф һымаҡ нәмә табып алып ауыҙыма ҡаптым. Киптерелгән алма булып сыҡты. Береһен ашап, икенсеһен ауыҙыма яҡынлатыуым булды, немецтар нәүбәттәге очередте бирҙе. Бер пуля яурыныма тейҙе. Ултыра төшә яҙҙым. Яраландым. Окопка төшөп, Миколаға яраландым, тиһәм, ышанмай. Минһеҙ нисек кенә һуғышты икән, бигерәк ҡурҡаҡ ине. Черкассы ҡалаһында ярама операция яһап, таҙаланылар. Гипс һалып, ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп бәйләнеләр ҙә, Харковь ҡалаһына госпиталгә оҙаттылар.

Юлда төрлөсә яраланған кешеләр менән барабыҙ. Еңел генә яраланғандары ла, сыҙай алмағандары ла бар. Ауыр яраланып та, өндәшмәй генә ятҡаны ла бар. Шундайҙарҙың береһе Зианчура районынан Мазитов тигән ағай ине. Уның эсенән пуля үтәнән-үтә сығып эсәген өҙгән. Ярау итер өсөн арҡаһынан трубка сығарып ҡуйғандар. Беҙ уның менән Харковта айырылыштыҡ. Беҙҙе трактор заводының ятағына барактарға һалдылар. Ваҡыты еткәс, гипсты алдылар. Ҡул кәкерәйеп ҡатҡан, ҡуҙғатып булмай. Шулай булып ҡалһа, зәғиф булырмын инде, тип ҡурҡам. Ныҡышмалы рәүештә физкабинетҡа йөрөп ҡулымды ҡуҙғата башланым. Физкабинетта төрлөсә хәрәкәттәр яһарға тырышабыҙ, ҡатып ҡалған ағзаларҙы хәрәкәтләндерәбеҙ. Мин бер бәләкәй генә тәгәрмәсте хәрәкәткә килтерәм, шуның менән ҡулды йөрөтәм. Тырыша торғас, тәгәрмәсте әйләндәреп төшөрөп ебәргәнмен. Үҙемдең иҫем китә яҙҙы. Шулай итеп, яйлап-яйлап ҡулым хәрәкәтләнә башланы. Ярам төҙәлер-төҙәлмәҫтән март айында госпиталдән сығарҙылар. Сума ҡалаһында ике көн торғандан һуң, беҙҙе һауыҡтырыу батальонына ебәрҙеләр. Пятихатка тигән станция аша Кременчуг-Кировоград-Шпола-Смело ҡалалары аша Звеноградҡа барып туҡтаныҡ. Унда армейский артскладта эшләнек. Беҙҙе станциянан ситтәрәк Ероси тигән ауылға урынлаштырҙылар. Мин Костенко Николай тигән кешенең өйөнә урынлаштым. Өйө бәләкәй генә булһа ла, хужаның күңеле киң ине. Катерина апай мине үҙ балаһы кеүек баҡты. Уларҙың Анюта тигән ҡыҙҙарын Германияға ҡыуып алып киткәндәр икән. Катя апай ҡыҙын иҫкә төшөрә, уның өсөн бик ныҡ ҡайғыра ине. Мине Гриша тип йөрөй. Гриша, был һуғыштан иҫән ҡалһаң, тура беҙгә кил, Анюта ла иҫән ҡайтһа, һиңә кейәүгә бирербеҙ, тигән була торғайны. Бер аҙҙан беҙҙе станцияға күсерҙеләр, шунда барак һымаҡ йорттарҙа йәшәй башланыҡ. Беҙҙең эшебеҙ шул: вагон менән килгән снарядтарҙы , боеприпастарҙы бушатып штабелгә һалыу. Катя апайҙың һауын кәзәһе бар, ул ауылда берҙән-бер кәзә ине. Нисек итеп немецтарҙан һаҡлап алып ҡалғандарҙыр. Шуны һауа ла, һөт файҙалы була ул, тип миңә эсерә. Станцияға күскәс тә онотманылар. Көн һайын шешә тоттороп 12 йәшлек Ваня исемле улы аша миңә һөт ебәрә ине. Шундай изге кешеләрҙе нисек итеп онотмаҡ кәрәк! Һуғыштан иҫән ҡайттым, уларға бара алмаһам да, хат яҙып ҡараным. Яуап булманы.

Милләтселәр шундай изге күңелле халыҡты рустарҙан, бүтән милләттән айырыуҙан ниндәй файҙа алдылар ?! Ниндәй ҡеүәтле Советтар Союзын тарҡатып үҙҙәрен тарихҡа индереп ҡалдырыу өсөн генә тырыштылар. Советтар Союзы булһа, чечен һуғышы ла башланмаҫ ине. Хәҙер беҙҙең рус президенты Ельцин бүленмәҫ Россия тип тауыш күтәрергә ярата. Бүленмәҫ булғас, тәүҙә үк бүлгеләмәҫ кәрәк ине бит. Үҙебеҙҙең Башҡортостан суверенитет өсөн көрәшкән ваҡытта Яуышев кеүек әфәндәлер хатта башҡорт һәм татар араһын киҫкенләштереү өсөн нимә генә эшләмәне. Шундай түбәнселеккә бирелеп, аслыҡ иғлан итеп ятҡан кешеләр ҙә булды.

Еңеү яҡыная, әммә һуғыш дауам итә

 

Звеногородка станцияһы ҡаланан ситтәрәк урынлашҡан. Станцияға күскәс, һинең яраң әле йүнләп төҙәлеп бөтмәгән, узкоколейкала паровозда йөрөп тор, трофей ташырһың, тип мине тар тимер юл менән немецтар ҡалдырып киткән трофейҙарын ташырға бойорҙолар. Узкоколейка эшелоны начальнигы булып, Коршунь-Шевченковскийға тиклем һалынған юлда йөрөнөк. Ҡамауҙа ҡалып немецтар күп кенә ҡоралдарын ҡалдырғандар ине. Шуларҙы бәләкәй вагондарға тейәп ҡуялар, ә беҙ уларҙы Звеногород станцияһына ташыйбыҙ. Унда шәкәр заводы ла булған икән. Шәкәр заводынан шәкәр, шәкәр ҡалдығы (патока) ташыныҡ. Патоканы беҙҙең старшина күргәс, бик ныҡ шатланды. Биҙрә-биҙрә патоканы украинкаларға өләшеп биреп, көмөшкә яһатып алды. Ерки ауылында бик елле итеп Пасха байрамын уҙғарҙыҡ. Бер аҙна самаһы Звеногородка-К. Шевченковский араһында йөрөгәндән һуң Вопнярка станцияһына күстек. Ауылдың осонда арыу ғына һаҡланған өйҙәргә урынлаштыҡ. Көндәр йылынды, ысын яҙ килде. Беҙ урынлашҡан өйҙөң хужаһы немецтарға хеҙмәт иткән, ҡасып киткәндәр. Күршеләре уларҙың йәшереп ҡуйған байлығы булырға тейеш тигәс, старшина Колесниченко эҙләнеү эштәрен башлап ебәрҙе. Эҙләнә торғас, һарайҙа ике йәшниккә һалынған сусҡа салоһын табып алдылар. Һәйбәт һаҡланған, боҙолмаған. Старшина салоның бер өлөшөн көмөшкәгә алыштырҙы, 1 Май байрамын ысын байрамға әйләндерергә уйланы. “Хай буде настоящая Перше-травня!”

Беҙҙең эшебеҙ - вагон бушатыу. Ике кеше йәшниктәрҙе күтәреп арҡабыҙға һала, ә беҙ яланға ташып штабелдәргә һалабыҙ. Йәшниктәр ауыр ғына, ҡайһылары центнерға еткәндәре бар. Бик күп вагондарҙы бушаттыҡ. Шулай уҡ байтаҡ ҡына продуктылар килгән, уларҙы ла ташып яланға һалабыҙ. Шул тиклем эшелондар күп килгән, буш юл юҡ. Хатта тупиктарға ла вагондарҙы тыҡҡандар. 1 Май көнө бик ҡыҙыу эшләнек. Перше-травня хөрмәтенә старшина ла тырышҡан. Киске ашы ла һәйбәт ине, көмөшкәһе лә булды. Күңелләнеп урамдағы эскәмйәләрҙә йырлашып ултыра инек, самолет тауыштары ишетелде. Уғаса булмай, һауала яҡтыртҡыс ракеталар эленде һәм бомбаға тотоу башланды. Тәүҙә станция тирәһен бомбаға тоттолар, унан ситкәрәк беҙҙең тирәгә ташлай башланылар. Көндөҙ урам аша сыҡҡанда бер ташландыҡ мөгәрәп күргәйнем, шунда йүгереп барып төшһәм, артымдан килеп өҫтөмә һикереп тик торалар. Аҫта ҡалып тапалып үлә яҙҙым. Станциянан ҡасҡан һалдаттар ауыл ситенә беҙҙең яҡҡа йүгерә. Немецтар иһә беҙҙең тирәне нығыраҡ бомбаға тота башланы. Сыҙарлыҡ түгел. Ауылдан ситтәрәк һыу йырыны - тәрән соҡор бар ине, шунда йүгерҙек. Барыбер баҫтырып йөрөп бомбаға тоталар. Был төндө һыу йырынында - соҡорҙа үткәрҙек. Иртәнсәк станцияға ҡайтһаҡ - мәхшәр, вагондар яна, тирә-яҡта консервалар, балыҡтар ята. Вагон-вагон обмундированиелар яна. Һүндерерлек рәт юҡ. Ҡайһы бер вагондарҙы ватып, иҫән ҡалған кейемдәрҙе ҡотҡарырға тырышабыҙ. Шунда уҡ иҫке кейемдәрен һалып, яңы кейем кейеүселәр ҙә етәрлек. Ул көндө снарядтар складына, ГСМ складына зыян ҙур булманы. Ут һүндереү, үлектәрҙе йыйыу эше менән булыштыҡ. Көндөҙ немец разведчигы “рама”осоп, бик ентекләп ҡарап үтте. Беҙ киләһе төндә тағы бомбаға тотасаҡтарын төшөндөк. Шунлыҡтан төндө яҡындағы урман эсендә урмансы өйөндә үткәрергә булдыҡ. Өс өлкән һалдатыбыҙ әжәл етһә, ҡайҙа ла табыр, беҙ бармайбыҙ, тип ҡалдылар. Иртәгеһен килһәк, өйөбөҙ ҙә юҡ, ҡарттарыбыҙҙың ҡалдыҡтары ғына алма ағастарында эленеп тора ине. Һәнәк менән шуларҙы йыйнап алып, шинелдәренә төрөп өйҙән алыҫ түгел баҡсала ерләнек. Көндөҙ ут һүндереү, аҙыҡ-түлекте уттан ҡотҡарыу менән булыштыҡ. Немец разведчигы “рама” тағы ла күренде. Төндә тағы киләсәктәр, тип һөйләштек. Ысынлап та, килделәр. Яҡындағы һыу йырынына, әлеге соҡорға ҡасып ҡотолдоҡ. Һауаға яҡтыртҡыс ракеталар элеп, беҙҙе баҫтырып йөрөп бомбаға тота башланылар. Яҡындағы ауылға ҡасырға тура килде. Йүгереп барып иң беренсе өйгә инәйем тип ишекте асһам, эсе тулы халыҡ, һалдаттар, бала-сағалар ҙа бар. Ишек төбөндә кәүҙәле генә сержант: “Не видишь что ли, битком набито”, - тип мине төртөп сығарып ебәрҙе. Урам аша һикереп сығып, шоссе юлы ҡырындағы соҡорға йығылыуым булды, бер секунд та үтмәгәндер, теге өйгә туп-тура бомба төшөп, алып та бырғаны. Ул өйҙән сығып китмәгән булһам, мин дә был юлдарҙы яҙып ултыра алмаҫ инем. Ауылдан сығып бер йырында ултыра инек, беҙҙең штурмовиктар осоп үтте. Күрәһең, төнө буйы осоп беҙҙе бомбаға тотҡан самолеттарҙы һәм аэродромдарын бомбаға тотҡандарҙыр. Бүтәнсә немецтар беҙҙе маҙаһыҙламаны. Шуныһы ғәжәп, өс көн буйы станцияны бомбаға тотһалар ҙа, вокзал бинаһына бер нәмә лә булманы. Ысын булһа, станция начальнигы хыянатсы булған, тип һөйләнеләр.

1944 йылдың матур май айы баштарында беҙ көнбайышҡа ҡуҙғалдыҡ. Полкыбыҙ әкрен генә бара. Төндә лә яҡтыртмай тиерлек. Днестр йылғаһына етәрәк немецтарҙың техникаһы шул тиклем күп ҡалған - ғәжәпләнерлек. Бер станцияла поездан төшөрҙөләр ҙә, артабан йәйәүләп киттек. Ҡабаланмайбыҙ. Ҡайһы бер ауылдарҙа икешәр көн торабыҙ. Өйрәлелә - бер көн, итлелә - ике көн тигән һымағыраҡ барабыҙ. Молдавияның Рыбница тигән ҡалаһында маршевый полкка барып ҡушылдыҡ. Бер көн иртәнсәк полкты теҙҙеләр ҙә, йәшерәк, пулеметты, техниканы белгәнерәк, төҙ аттан һалдаттарҙы айырып сығара башланылар. Мин дә шулар араһына эләктем. Бер аҙҙан ПО-2 самолеты яҡындағы тигеҙ ергә килеп төштө. Унан ике кеше сығып беҙҙең янға килде. Береһе - полковник, икенсеһе - подполковник званиеһында ине. Ерҙә һуғышыу етәр, егеттәр, һауала ла һуғышсылар кәрәк. Беҙгә пулеметчиктар, оружейниктар, техниканы белгән һалдаттар кәрәк, тинеләр. Беҙ шатланып риза булдыҡ. Ике көндән һуң Молдавияның Флорешты ҡалаһына барып еттек.

142-се гвардия штурмовой полктың штабында беҙҙе эш урындарына тәғәйенләнеләр. Штабта ике генә офицер, бер майор һәм бер капитан ултыра ине. Майор өлкән йәштәрҙә, йыуан ғына кеше. Минән:

· Как ваша фамилия?, - тип һорай.

· Ганиев, - тип яуап бирәм.

· Откуда?

· Из Башкирии.

· Национальность?

· Башкир.

Капитанға ҡарап:

· Лутковскийҙың ярҙамсыһы бармы? - тип һорай.

· Юҡ, - ти.

· Запиши его помощником Лутковского, мотористом.

· Мин моторист була алмайым, пулеметчик итеп яҙығыҙ, - тием.

· Приказ не обсуждается, выполняйте, - тип кенә ебәрҙе.

Шулай итеп, мин полк командирының самолетына моторист булып киттем. Ә Лутковский тигәне полк командиры самолетының механигы булып сыҡты. Милләте буйынса белорус, бик һәйбәт егет ине. Яҡшылап аңлата, тауышын күтәрмәй, башҡалар кеүек һүгенеп һөйләшмәй, күберәк йырлап йөрөргә ярата. Полк командирының, полк штурманының, политбүлектең, управление звеноһының самолеттары, шулай уҡ бер ПО-2 самолеты бар ине. Полк командирының механигы Владимир Лутковский, полк командиры урынбаҫарының - Мәскәүҙән Честных, штурмандың - Константинов, ПО-2 самолетының Дунаев тигән егеттәр ине. Бик һәйбәт егеттәр, бер-беребеҙгә ярҙам итеп йәшәнек. Дунаевтың Ҡыҙыл Йондоҙ ордены бар ине. Шул орденды нисек бирелгәнен һорағайным, ошоно һөйләп бирҙе: 1941 йыл. Беҙҙекеләр сигенгән саҡ. ПО-2 самолетын атҡас, летчик бер яланға төшөргә мәжбүр була. Дунаев йүнәтергә бара. Боҙоғон табып йүнәтә. Осорға летчик юҡ. Үҙе кабинаға ултыра ла, бер боецтан винтен әйләндереүен һорай. Самолетты тоҡандырып, газ бирә лә һауаға күтәрелә. Яҡынлашып килгән немецтар атып тороп ҡалалар. Аэродромға иҫән-һау самолетты алып ҡайта. Орденды шуның өсөн биргәндәр икән. Буйға минән дә бәләкәйерәк. Полк командиры гвардия полковнигы Матиков 40-45 йәштәрҙәге өлкән генә кеше. Бик күп тә һөйләшеп бармай. В. Лутковский самолеттың осорға әҙер икәнен хәбәр итә. Парашютын кейергә ярҙамлаша. Самолетты тоҡандырып, моторының нисек эшләгәнен тыңлай ҙа, стартҡа ҡарай ҡуҙғала. Уның артынан осорға тейеш самолеттар ҙа стартҡа юл тота. Бик әһәмиәтле йәки хәтәр ҡурҡыныс объекттарҙы бомбаға тоторға булһалар, полк командиры төркөмдө йә эскадрильяны үҙе алып китә торғайны.

Молдавияла Кишинев-Яссы операцияһында ҡатнаштыҡ. Беҙҙең эскадрильяла юғалтыуҙар бик булманы. Шулай ҙа полк бер нисә самолетын юғалтты. Бер самолетыбыҙ бик яйһыҙ ғына осоп килде лә ултырыу полосаһына боролған ерҙә генә ҡолап төшөп шартланы. Летчик менән стрелок та һәләк булды, самолеттан да бер нәмә лә ҡалманы. Хатта мәрхүмдәрҙең ҡалдыҡтарын да таба алманыҡ. Полкыбыҙға яңы летчиктар, бер нисә самолет килде. Яңы осоусылар араһында Рыбаков, Рогожин тигәндәре айырылып тора ине. Рогожин тигәнебеҙ йырлай ҙа йөрөй торғайны. Осоу һәм бомбаға тотоу һәйбәт үтһә, Рогожин йырлап ҡайта. Рациянан тыңлап торабыҙ ҙа, уның йырлағанын ишетеү менән операцияның уңышлы үткәнен аңлап, беҙ ҙә шатлана торғайныҡ.

Флорештыла Рыбаковтан пулеметчик итеп мине алыуын һораным. Риза булды. Һәм ошонан һуң хәрби самолетта оса башланым. Шул ваҡыттағы Ғәйнулланың ерҙә генә түгел, һауала ла һуғыша алғанын күрһәгеҙ ине! Ниндәй ғорурлыҡ! Ярай әле, хәрби осоуҙарыбыҙ уңышлы тамамлана, ә бит ҡайһы берәүҙәрҙе беренсе осҡанда уҡ бәреп төшөрәләр. Беҙҙең полкты Польшаға ташланылар. Көнбайыш Украинала, Польшала бендеровсылар ныҡ мәшәҡәтләне. Бик абай йөрөргә ҡушалар. Ни өсөн тигәндә хатта һин дә мин һабан һөрөп йөрөгән крәҫтиән бураҙна араһынан беҙҙекеләрҙе атып йығыуы ихтимал ине. Ә төндәрен ҙур ҡапҡаларға “Хай живе Степан Бендер!” тип яҙып китәләр. Беҙҙең һалдаттар уларҙың “хаталарын” төҙәтеп, “а” хәрефен һыҙып, урынына “у” хәрефен яҙып ҡуялар.

Польшала беҙ бер нисә аэродром алыштырҙыҡ. Немецтар Веслаға тиклем бик шәп сигенделәр. Мин авиация полкына килгәндә полкта беренсе эскадрильяның командиры гвардия капитаны Александров берҙән-бер Советтар Союзы Геройы ине. Матур һынлы, һылыу капитан, үҙен һауалыраҡ та тота. Польша еренә сыҡҡас, артығыраҡ шашынып китте. Уға икенсе тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме бирергә тип һүҙ башлағайнылар, һауаланыуы, ҡупырыуы башына етте. Польшала хәрби заданиенан ҡайтып килеүендә юл буйлап ҡасып барған поляктарҙы күреп ҡалған. Александров етәкселегендә ике ИЛ-2 самолеты тегеләргә пикировать итеп ергә төкөй яҙып осоп үтәләр. Ҡасаҡтар ергә ята. Ҡыҙыҡ күреп, тағы бер заход яһайҙар. Ҡасаҡтар һибелеп тағы ергә яталар. Өсөнсө заход яһағанда Александров ергә шул тиклем яҡынайған һәм самолеттың винтен юлға тигеҙеп, эшлектән сығарған һәм ергә ултырырға мәжбүр булған. Ә стрелогы башын ныҡ ҡына бәреп иҫтән яҙған, бер ай иҫенә килә алмай госпиталдә ятты. Шул холҡо өсөн Александровты генерал шул тиклем әрләне, Герой званиеһын, алтын йондоҙҙо тартып алам, тип тә янаны. Ә бер хәрби осош ваҡытында Александров самолеты менән бөтөнләйгә юҡ булды. Ә немецтар: “ Һеҙҙең данлыҡлы геройығыҙ үҙ теләге менән пленға төштө”, - тип ҡысҡырҙылар йәки листовка ташлайҙар ине. Александровты күпме эҙләһәләр ҙә тапманылар. Ғәрлегенән һыуға батҡандыр, тинеләр.

Весланың аръяғын бик ныҡ крепостҡа әйләндергәндәр. Невеста тигән ауыл янындағы матур ғына ҡалҡыу ергә аэродром урынлаштырҙыҡ. Көндәр аяҙ торған ваҡытта самолеттар һәйбәт осто. Ә көҙгө ямғырҙар башланғас, аэродром яланы батҡаҡҡа әйләнде. Осоу полосаһына тимер листар йәйергә тура килде. Невеста ауылы бик матур урында ултыра, ауылдың ҡаршы яғында ике-өс өй күренә. Улар араһында өйкөм генә урманлыҡ та бар. Шул урманлыҡтан туп-тура беҙҙең самолетҡа унлап илек килеп сыҡты. Уны-быны уйлап тормай самолетҡа йүгереп менеп, илектәргә тоҫҡап ҡыҫҡа ғына очередь бирҙем. Илектәр кире әйләнеп ҡасты. Атыу тауышына “Кем атты?” - тип полк командиры килеп еткән.

· Нишләп атаһың? - ти.

· Илектәргә аттым...

Ул машинаһы менән ҡыуаҡлыҡты урап сыҡты. Ҡыуаҡлыҡта бер илек ятып ҡалған икән. Машинаһына илекте һалып алып ҡайтып, ашханаға тапшырҙыҡ. Аҙаҡтан командир еңелсә генә шелтәләне: “ Илектәрҙең аръяғында гражданский халыҡ эшләп йөрөй, уларға тейҙереп ҡуйһаң...”.

“Мин уларҙы күрҙем, тейерлек булһа атмаҫ инем”, - тинем. Эш шуның менән бөттө.

Невеста аэродромында өс ай самаһы торҙоҡ. Буш ваҡыттарыбыҙ ҙа байтаҡ булды. Иптәштәребеҙ ҡыр сусҡаһына ла һунар иттеләр. Һәм ҡайһы ваҡыт алып та ҡайталар ине. Поляктар үҙҙәре картуфлығыбыҙҙы ҡыр сусҡалары ҡаҙып бөтөрә, шуларҙы өркөтөгөҙ, тип үтенәләр ине.

Көндәр һыуынды, аэродром яланы туңды. Невеста тирәһендәге урманға беҙҙең һалдаттар килеп тулды. Һөжүмгә әҙерлек бара. Декабрь айы урталарында штаб тирәләрен, юлдарҙы таҙаланыҡ, ҡышларға йыйынабыҙмы ни? Беҙҙе ҡоралландырып юлға патрулгә - нарядҡа сығарҙылар. Баҡһаң, фронт командирҙары беҙҙең полк штабында кәңәшмәгә йыйылалар икән. Шул кәңәшмә ваҡытында Жуковты, Коневты һәм башҡа командирҙарҙы үҙ күҙем менән күрергә насип булды. Беҙҙең полктың осоусыларын, техниктарын киноға ла төшөрөп йөрөнөләр. Киножурналда полк командиры самолетының ҡанатында баҫып торған килеш мин дә күренеп ҡалам. Самолеттар һирәкләп осоп торалар, Весла аръяғына разведкаға осһалар, ярпылдашып тишелеп ҡайталар. Беҙ “технярҙар” шул тишектәрҙе төнө буйы төҙәтеп сығабыҙ. Бер самолетты төҙөп бөттөк тә, техник-лейтенант Султанов (татарса ла, башҡортса ла һөйләшмәй ине үҙе, мин русса яңылышыраҡ әйтһәм, хатамды төҙәтә торғайны, ул беренсе эскадрильяның техник-лейтенанты ине) механиктар менән яҡшы мөғәмәләлә булды. Минең бик матур, семәрләп эшләнгән кинжалым бар ине. Бер ваҡыт күреп ҡалды ла, сат йәбеште. Үҙенең кинжалына алмаштырайыҡ, ти. Шуға ҡарап мине иҫкә алырһың, һинең бүләгең тип мин һине иҫкә алырмын, тип алмаштырҙыҡ. Техник-лейтенант Солтановты дивизия командиры үҙенә алды. Ул ҙурыраҡ командирҙарҙың самолеттарын хеҙмәтләндерҙе, беҙҙе лә онотманы. Килгән һайын күкрәгендә берәр орден арта ине. Дивизия командирының самолетын хеҙмәтләндереү уға килеште.

Беҙҙең полкта һуғыш аҙағында 11 Советтар Союзы Геройы булды. Иҫтә ҡалғандарын ҡыҫҡаса һанап үтмәксемен. 1-сеһе - полк командиры гвардия подполковнигы Матиков, нескә күңелле, аҙ һүҙле, кешегә ҡаты бәрелмәй, бөтә полкты ҡайғыртыусан кеше ине, гвардия капитаны герой Александровты яҡлашҡаны өсөн генерал уны бик ныҡ тиргәүе хәтеремдә. Полк һалдаттары уны атай тип кенә йөрөттө; 2-сеһе - гвардия майоры Елисеев, полк штурманы; 3-сөһө - Балабин, 2-се эскадрилья командиры, Ҡаҙағстанда балалар йортонда үҫкән, ҡаҙаҡса ла, русса ла һәйбәт һөйләшә ине. Уны полк штурманы итеп 2-се полкҡа алдылар; 4-сеһе - Рыбаков, өлкән лейтенант, звено командиры. Германия еренә сыҡҡас, Герой званиеһы бирелде. Уның менән ике тапҡыр һауаға хәрби заданиеға күтәрелдем; 5-сеһе - Рогожин, өлкән лейтенант, Германияла һуғыш аҙағына ҡарай Герой званиеһы бирелде, йырлап йөрөгәнен бөтәбеҙ ҙә ярата торғайныҡ; 6-сыһы - Драченко Иван, өлкән лейтенант, звено командиры. Самолетын атып төшөргәндәр һәм пленға эләккән икән. Самолеты менән ҡолаған ваҡытта танауын емергән һәм бер күҙһеҙ ҡалған. Немецтарҙың госпиталендә дауаланған, яһалма танау ҡуйғандар ине, ә плендан нисек ҡотолғандыр, уныһын белмәйем. Шул офицер полкҡа кире килде, звено командиры итеп ҡуйҙылар. Хәрби заданиенан ҡайтҡанда самолетын истребитель кеүек уйнатып килә торғайны. Һуғыш аҙағында Герой званиеһы бирҙеләр, ИЛ-2 самолеттары сығарылған ергә испытатель итеп ебәрҙеләр. Һуғыштан һуң Драченко ИЛ-10 самолетын һынау өсөн һауаға күтәрелә лә, полкҡа алып ҡайтмаҡсы була. Киевта, Львовта посадка эшләп, заправка яһай. Полкҡа килеп етә алмай, яғыулығы бөтөп, бер яланға ултыра. Беҙҙекеләр барып, самолетҡа яғыулыҡ ҡойоп алып ҡайттылар. Был хәл 45-се йылдың июль айында булды.