Сандомир плацдармы өсөн алыш

Һуғыштың тәүге көндәрендә үк беҙҙең полк ҙур юғалтыуҙар кисерҙе. Полк командиры гвардия полковнигы Матиковтың, замполит майор Зактың, полк штурманы майор Елисеевтың самолеттарын атып төшөрҙөләр. Полк командиры Матиков һәм штурман Елисеев тере ҡалды, ә майор Зактың самолеты ла, үҙе лә юҡ булды. Сандомирҙы алғандан һуң беҙҙең полкҡа "Сандомир" исеме бирелде. Весланың аръяғында немецтар ҡыҙыу сигендәлер. Ҡайһы бер дивизиялары бик артта ҡалды. Ҡайһы берҙәре беҙҙең авиаполк артынан сигенә килделәр. Ченстахов ҡалаһынан алыҫ түгел бер яланда һөрөлгән ерҙә аэродром яһап торабыҙ. Яҡында ауылдар күренә. Ҡояш байып эңер төшөп килә ине, берәү тыны бөтөп йүгереп килгән.

- Командирығыҙ ҡайҙа? Ауылыбыҙҙы немецтар килеп баҫты. Ҙур командирҙары ла, бөтә ҡоралдары ла, хатта танкылары, машиналары бар. Командирығыҙға алып барығыҙ, - тип үтенә. Полк командиры землянкаһына штабҡа алып барҙыҡ. Поляк хәле бөтөп белгәндәрен һөйләп бирҙе. Полк командиры самолеттарҙы круговой оборонаға ултыртырға бойорҙо. Сәғәтләп пулемет аҫтында ултырып төн уҙғарҙыҡ. Төн тыныс үтте. Таң атыу менән немецтар ауылды ташлап сығыуға беҙҙекеләр һауаға күтәрелә башланы. Күтәреләләр ҙә пикировать итеп, тегеләрҙе бөтә ҡоралдарҙан "һыйларға" керешәләр. Ауылдан ике-өс километр яланда немецтарҙың бер дивизияһын ҡыйраттыҡ. Был 45-се йылдың ғинуар аҙаҡтарында булды.

Фронт алға киткән һайын беҙ ҙә алға барып аэродом өсөн урын һайлайбыҙ һәм самолеттарыбыҙҙы ҡаршы алабыҙ. Шулай, майор Мулюков етәкселегендә өс машина технярҙар юлға сыҡтыҡ. 1 февраль көнө бер бәләкәй генә йылғаға барып туҡтаныҡ. Йәтеш кенә күперҙе сыҡҡас, ҡыҫҡа ғына митинг һымаҡ нәмә үткәрҙек. Майор Мулюков беҙҙе фашистик Германия еренә аяҡ баҫыуыбыҙ менән ҡотланы. Беҙ бүректәрҙе һауаға сөйөп "Ура" ҡысҡырҙыҡ. Германия еренә аяҡ баҫыуы әллә нисек ситен һымағыраҡ тойолһа ла, унда ла беҙҙең кеүек кешеләр йәшәй икән. Тәүҙәрәк урындағы халыҡ күренмәһә лә, аҙаҡ ҡарт-ҡоролар осрай башланы. Әле лә күҙ алдында тора. Бер зыярат янынан үтеп бара инек, бер ҡарт ҡына кеше зыяратта торған тәрегә бау тағып, үҙен-үҙе аҫмаҡсы булып мәшәҡәтләнә. Теләһә нәмә эшләһен, тип туҡтамай үтеп киттек.

Февраль айында ҡапыл көндәр йылынып китте. Ҡар шаулап ирене, ысын яҙ килде. Беҙ бер бәләкәй генә ҡаласыҡҡа барып урынлаштыҡ. Ә самолеттарыбыҙ һаман да юҡ. Эш булмағас, буш ваҡыттарыбыҙ күбәйҙе. Баҡһаң, ҡар ҡапыл иреп аэродром батҡаҡҡа әйләнгән дә, самолеттар оса алмаған икән. Ә беҙ бер нисә урын алыштырып, самолеттарҙы көтәбеҙ, улар һаман юҡ та юҡ. Тамаҡ туҡ, ашханала һәйбәт ашаталар. Уға ҡәнәғәт булмайынса үҙебеҙ ҙә ризыҡ табабыҙ. Торған еребеҙҙән 20 км алыҫлыҡта спирт заводы булғанын белеп алғандар ҙа, һалдаттар канистр менән спирт ташый башланылар. Бер көнө мине лә ебәрҙеләр. Велосипед менән биш-алты километр ер үткәс, бер ауылда ҙур ғына ишек алдында эре сусҡаларҙың талаша-талаша нимәнелер ашағанын күреп туҡтағайным, бер үлек ҡатын-ҡыҙҙың кәүҙәһен ашайҙар икән. Сәсем үрә торҙо, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ҡатын-ҡыҙ икәне шунан беленде, башында сәсе ҡалған да, бармаҡтарында алтын балдағы күренә. Был хайуандар минән дә ерәнмәҫ тинем дә, велосипедымды кире бороп ҡайтыу яғына һыпырттым. Шул ваҡиғанан һуң сусҡа итен ашаманым.

Шулай, бер көндө френч, цилиндр ҡалпаҡ кейеп алып, велосипедҡа атланып урамдан китеп барһам, майор Мулюковҡа тап булдым да ҡуйҙым. Мине туҡтатты ла: "Ғәниев, был һинме?" - тип аптыраны. Уңайһыҙландым. Кискә йыйылыш үткәреп, совет һалдаты намыҫына тап төшөрмәҫкә икәнен әйтеп, минең званиемды хөрмәт итмәһәгеҙ, өлкәнлегемде хөрмәт итегеҙ, мин һеҙгә атай булырлыҡ кешемен, тип үпкә белдерҙе. Шунан һуң һалдаттар артыҡ шашманылар. Ит изгелек - көт яуызлыҡ тигәндәре шулдыр инде, мин майорға яуызлыҡ эшләүҙән түгел, йәшлек дыуамаллығы менән белмәй эшләүем өсөн ныҡ үкендем. Уйлап ҡараһаң, мине үлемдән алып ҡалыусы шул булған. Ярай әле, майор Мулюков алып йөрөгән беҙҙең командала ЧП булманы. Ҡайһы бер полктарҙа спирт эсеп үлеүселәр, һуҡырайыусылар ҙа булған икән.

Көндәр йылынды, ер йәшәрҙе, ысын яҙ етте. Беҙҙең самолеттар ҙа килде, иптәштәребеҙ беҙҙе һағынғандар. Любин тигән ҡаласыҡта нығындыҡ. Ҡала бәләкәй генә булһа ла бик таҙа, матур. 20 км самаһы арала Легницы тигән ҡала. Велосипед менән ҡул тейгәндә барып йөрөйбөҙ. Шундай бер-ике ваҡиғаны яҙып үтәйем әле. 2-се эскадрильяның бер вооружейнигы яҡындағы ауылға барған икән, бер фраулендты осратҡан да, прогулкаға саҡырған. Ҡарағай урманы араһында йөрөгәндә ҡыҙ ҡораллы немец һалдаттарын күреп ҡала. Ипләп кенә ҡайталар ҙа, был һалдат урманда күргәндәрен штабҡа килтереп һөйләй. Замполит капитан машинаға егермеләп боецты тейәп урманды һөҙөргә алып китте. Теҙелешеп урманды һөҙә башланыҡ. Бер ерҙә ваҡ ҡарағайлыҡ күренә. Яҡшылабыраҡ ҡараһам, кеше һымаҡ нәмәләр күренеп ҡала. Ҡарағайҙан-ҡарағайға боҫа-боҫа ипләп кенә барып ҡараһам, немец һалдаттары ята. Яҡыныраҡ ҡарағай артына барҙым да, ҡапыл йүгереп сығып Һанде-хоһ тип ҡысҡырып ебәрҙем. Береһе ҡоралын шунда уҡ ташлап ҡулын күтәрҙе, икенсеһе винтовкаһын тотоп ҡаршы килә ине, автоматымды уға тоҫҡаным. Ҡулыңды күтәр, тип ҡабатлайым. Ҡоралын ташлап ҡулын күтәрҙе. Билендәге ҡайышы сиселгән булған икән, гранаталары, пистолеты һыпырылып ергә төштө. Береһенең пистолетын һәләт кенә алып кеҫәмә тығып ҡуйҙым. Минең тауышҡа Лихачев тигән һалдат йүгереп килеп етте. Ул береһенең сәғәтен һалдыра һалып алды. Бүтәндәр ҙә йүгерешеп килеп еттеләр. Шулай итеп, ике немецты ултыртып алып ҡайтып киттек. Кеҫәлә ятҡан пистолет тынғы бирмәй бит. Икенсе көнөнә, уңайлы мәлде табып, яҡындағы ҡарағай урманына киттем. Пистолетты һүтеп йыйып өйрәндем дә сәп ҡуйып атып ҡараным. Тағы һүтеп, таҙалап, майлап ултыра инем, артымда радист старшина Рыбалков баҫып тора. Артыҡ мауығып китеп, уның килгәнен дә абайламағанмын. Бәйләнде бит, миңә бир, һинән барыбер аласаҡтар, мин һиңә алтын сәғәт бирәм, ти. Уйланым-уйланым да, риза булдым, исмаһам, ҡустыма ебәрермен, тинем.

Аҙна самаһы ваҡыт үтте. Штабтан дневальный килеп, Ғәниев, һине особый отдел офицеры штабҡа саҡыра, ти. Берәй нәмә боҙғанһыңдыр, тип йөрәккә шом һалып китте. Иптәштәрем дә аптырашып тороп ҡалдылар. Штабҡа барып инһәм, йәш кенә лейтенант ултыра. Миңә лә ултырырға тәҡдим итте. Ҡайҙан икәнемде, фамилиям-исемемде һорашты. Башҡорт икәнде белгәс, татарса һүҙ ҡушты, тәмәке тартырға тәҡдим итте. Бик яғымлы һөйләшә, мин: "Бик хәйләкәр кешегә оҡшай был", тип уйлап ҡуйҙым. Ул аҙна элек тотҡан немецтар тураһында һүҙ башланы. Иң беренсе булып һеҙ барып ҡулға алғанһығыҙ, уның өсөн рәхмәт, улар яуыз ниәт менән беҙҙең тылға ташланған, һәм беҙ уларҙы хөкөм итәсәкбеҙ. Тик уларҙың бөтә ҡоралдары ла теүәл түгел, әйтеүҙәре буйынса, бер пистолетын һеҙ алғанһығыҙ. Ғәйебегеҙҙе танығыҙ, һуғыш бөтөп барған ваҡытта буш нәмә өсөн штраф ротаһына ебәреүҙәре мөмкин, ти. Миңә ғәйебемде танырға тура килде. Урмандағы хәлде һөйләп, пистолетты старшина Рыбалков менән сәғәткә алмаштырыуыбыҙҙы әйттем. Ярай, ҡайғырма, былай булғас табылыр, ҡайтырға мөмкин, тип ҡайтарып ебәрҙе. Ике ниместе ҡулға алып, рәхмәт урынына һуғыш аҙағында штраф ротаһына эләгә яҙҙым.

Икенсе көндө ашханала старшина Рыбалков менән осраштым. Хәлдәребеҙҙе белештек. Нишләй, сәғәтте бирәһеңмие, тип һорай. Алтын сәғәтте ҡайтарып биреп бәләнән ҡотолдом.

Көндәр йылыны, буш ваҡытта ҡалаға сығып әйләнәбеҙ. Шундай көндәрҙең береһендә Звеноров Петя менән ҡалаға сығып киттек. Йөрөй торғас, ҡала урамында ҙур ғына йорттоң эргәһендә бер БМВ мотоциклы торғанын күрҙек. Эргәһенә барҙыҡ, тирә-яҡты ҡараштырҙыҡ, мотоциклдың сигналына баҫып ҡараныҡ, берәү ҙә күренмәй. Петя: "Әйҙә, ҡыуып алып ҡайтайыҡ", - ти. "Нисек?" - тип һорайым. "Һин велосипедта һәйбәт йөрөйһөң, ултыр, мин арттан этәм", - ти. Ултырҙым. Икенсе тиҙлеккә һалғайным, мотоциклдың двигателе тоҡанды ла китте. Руленән артҡа тартып ҡарайым, киреһенсә, тиҙлеге шәбәйгәндән-шәбәйә. Урам боролған ерҙә ҙур тиҙлек менән бик йыуан тирәккә төкөй яҙып барып остом. Мотоцикл ятып ҡалған, ә үҙем унан ары биш-алты метр осоп төшкәнмен дә, тын ала алмай, ыһ-ыһ тип тик ултырам. Эсемдәге ағзаларым ныҡ һелкенгән буғай, тора алмайым. Звеноров йүгереп килеп етте, күтәреп торғоҙҙо. Ҡайҙандыр мотоциклдың хужалары ике сержант килеп етте. Белмәгәс, тотонмаҫ кәрәк ине,тип мотоциклды юлға һөйрәп сығарҙылар ла ултырып киттеләр. Ярай әле, мин ҡолаған ер һаҙлыҡ, йомшаҡ урын булған. Йыуан тирәккә һуғылһам да, был юлдарҙы яҙып, иҫләп ултыра алмаҫ инем. Ошо хәлдән алда Оренбург ҡалаһынан Соколов тигән сержантыбыҙ мотоцикл менән машинаға һуғылып үлеп ҡалғайны. Шуны иҫләһәм ни була. Йәшлек дыуамаллығы инде. Өс көн самаһы һыҙланып, ауырыҡһынып йөрөнөм, был да ата һүҙен тотмау булып сыға инде. Эйәһеҙ тип ҡыуып алып китеү ҙә, уйлап ҡараһаң, урлыҡ була ла баһа. Нисек тере ҡалғанмындыр, үлем эргәһенән 20 см ғына осоп үткәнмен...

Еңеү!

Беҙ бер нисә аэродром алмаштырҙыҡ. Бреслау ҡалаһын урап үттек, ул ҡамауҙа ҡалды. Беҙҙең летчиктар Берлинға оса башланылар. Апрель айында көндәр йылынды, һалдаттар һыу инә башланылар. Хәтерләмәйем, ҡайһы аэродромда булғандыр, Звеноров Петя аэродром ҡырында бәләкәй генә бассейн эргәһендә ҡояшҡа ҡыҙынып ята ине. Һыуға төшөп сыҡҡан да ҡояшҡа ҡыҙынып ята икән тип уйлап, һыуға төрттөм дә төшөрҙөм. Йөҙә белмәгән икән, һыуға бер бата, бер килеп сыға. Мин был шаярта икән тип тик торам. Баҡһаң, уйнамай икән. Ысын икәнен белгәс, кейемдәремде сисә һалып һыуға ташландым. Петяны тотоп алған инем, үҙемә сат йәбеште лә, мине лә батыра башланы. Бассейнға һыу тултыра торған торбаға тотоноп, үҙен саҡ һөйрәп сығарҙым. Шаяртайым тигәнсә иптәшемде лә, үҙемде лә һәләк итә яҙҙым. Шул уҡ аэродромда яңы килгән осоусыларҙың береһе хәрби заданиенан ҡайтып ултырыу полосаһына төшөп килгәндә ялан аша үткәрелгән телефон линияһына шассиһын эләктерҙе һәм самолет ҡолап төштө. Беҙ йүгерешеп барып осоусыны һөйрәп сығарһаҡ, уның муйыны нимәгәлер ҡырҡылған, ҡаны саптырып тора. Летчик та, стрелок та шунда уҡ йән бирҙе. Һуғыш бөтөр алдынан йәш кенә егеттәрҙең һәләк булыуы бигерәк ҡыҙғаныс ине. Шундай уҡ хәл Польша ерендә лә булды. Бер һөлөклө күл эргәһендә аэродромда инек. Хәрби заданиеға киткән самолеттар ҡайтып бөттө, ә берәүһе ниңәлер айырылып ҡалып һуңлап килде, осоу полосаһына яйһыҙ ғына килеп төштө лә, аэродромдың ситенә барып туҡтаны. Йүгерешеп барып кабинаны асһаҡ, летчик башын баҫып тик ултыра. Һөйрәп сығарғайныҡ, шунда уҡ йән бирҙе, ә стрелогы һауала уҡ үлгән булған. Йәп-йәш кенә һалдаттар ине. Бөтә көс-ҡеүәтен туплап самолетын аэродромға еткерергә тырышҡан. Ауыр юғалтыуҙар булһа ла, дошмандың еңелә барыуы беҙҙең рухты күтәрә ине. Беҙҙең полк Берлиндың көньяғынараҡ Зигендорф тигән аэродромға күсте. Бик матур урын. Аэродромдың йән-яғынан канауҙар ҡаҙып, һыуын һарҡытҡандар булһа кәрәк. Бер яғында ҡарағай урман. Шул урманға бер генә урындан һәйбәт юл инә. Был юл ҡайҙа бара икән тип, бер көнө барһам, урман эсендә авиазаводҡа юлыҡтым. Ниндәй оҫта маскировать ителгән! Берәү ҙә унда завод бар икән тип уйламаҫ, сөнки завод цехтары ер аҫтында төҙөлгән, ә өҫтөнә ҡарағай урманы үҫтергәндәр ҙә ҡуйғандар.

Любин ҡалаһында ҡарындашым Хәйернисанан хат алғайным. Ул хатында Фәйзулла ҡустыбыҙ Танһыҡҡужанан скрипка яһатып уйнай башланы, һеҙ ҡайтыуға скрипкасы булып торор әле, тип яҙғайны. Беҙҙең арала һәйбәт музыканттар, ғалимдарыбыҙ ҙа бар. Бер старшинабыҙ ниндәй генә музыка ҡоралын тотһа ла, бик һәйбәт итеп уйнай ине. Шуға барып хәлемде һөйләнем, һәм ҡустыма скрипка алып ҡайтырға ине, тинем. Ә теге музыка магазинын беләм, хужаһы ҡасып киткән, бер нисә скрипка алып кил, һайлап алайыҡ, ти. Бер тоҡ табып, велосипедҡа мендем дә музмагазинға барып тоғома биш-алты скрипка һалып ҡайтып килдем. Старшинаға килтереп биргәйнем, бөтәһен дә көйләп уйнап ҡараны ла, быныһы һиңә, быныһы миңә тип һайлап бирҙе. Ҡалғандарын кире музыка магазинына алып барып ҡуйҙым. Скрипкама футляр табып, һуғыш бөткәнсә үҙем менән алып йөрөнөм. Ауылға алып ҡайттым. Тик Саракташ станцияһынан алыҫ түгел Петровск ауылында бер ҡатын өҫтөнә ултырып сатнатты. Шулай ҙа тауышы бик һәйбәт ине. Фәйзулла ҡустыма килтереп бирҙем. Ул уйнамағас, үҙем уйнарға өйрәндем.

Арабыҙҙа ғалимдарыбыҙ ҙа булды тигәйнем. Шул турала бер-ике ауыҙ һүҙ яҙайым әле. 2-се эскадрильяла бер олораҡ өлкән сержант була торғайны. Һалдаттар менән бик ҡатнашып та бармай, артыҡ һөйләшмәй ҙә, төрлө бәхәстәргә лә ҡушылмай, үҙенең эшен тыныс ҡына эшләп тик йөрөй. Польшаның Невеста ауылы эргәһендәге аэродромда шул сержант янына бер капитан честь биреп килеп күреште. Ордендары ла күренә. Кем ул тип һораһаҡ, ул минең уҡыусым, студент тине. Баҡһаң, өлкән сержант институтта уҡытҡан ғалим булып сыҡты. Бына һиңә сержант! Туҡ башаҡ ергә эйелеүсән була шул, күренә һалып бармай.

Тағы бер кеше тураһында яҙмай булмай. 3-сө эскадрильяла ла бер оружейник булды. Фамилияһы Самохин. Үҙен иптәштәре бик яратып барманы, эшкә барымһыҙ ине. Шул һуғышсыбыҙ бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ алдында маҡтанырға ярата торғайны. Йәнәһе, ул летчик, теләһә ниндәй мажаралар һөйләй. Иптәштәре алдында һауалыраҡ та тота торғайны үҙен. Ысын мәғәнәһендә тауыҡты буш емгә алдаған әтәс инде. Эйе, буш башаҡ алыҫтаныраҡ күренеүсән була шул.

Зигендорф тигән ауыл эргәһендәге аэродромда бер подвалдан матур ғына, уйынсыҡ һымаҡ бәләкәй калибрлы винтовка табып алдым. Патроннигы ҡыҫҡараҡ булһа ла, мелкачтың патроны ярай. Ҙурыраҡ сумаҙанға һалып алып йөрөрлөк үҙе. Прицеле 50-100-150-200 м менән билдәләнгән. Шул тиклем төҙ тейә, һөйләп килештерерлек түгел. Бер ваҡыт шуны тотоп урманға сығып киттем. 200 м самаһында бер ҡуян юлдан аша сыҡты ла йән-яғына ҡаранып ултыра. 200 метрға прицелды ҡуйҙым да, башына ғына тоҫҡап атҡайным, ҡуян боҫоп ятты ла ҡуйҙы. Барып ҡараһам, башына ғына пуля тейгән булып сыҡты. Шул мелкач менән бер нисә ҡуян атып алып, ас немец ғаиләләренә бирҙем, "данке"ларын алдым.

Германия ерендә штабты ҡарауыллауҙы көсәйттеләр. Мин дә штаб ҡарауыллап 10-15 көн самаһы йөрөнөм. Ҡуян атҡан ваҡыттар шул штаб тирәһен ҡарауыллағанда булды. Штаб тигәндән, тағы бер кеше тураһында яҙайым әле. Ул полковник, штаб "начальнигы" Мурадов ине. Милләте буйынса чечен йә абхаз, ни булһа ла Кавказ халҡы тоҡомонан ине. Кис булһа, штабҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып алып эскелек, күңел асыу ойоштора ине. Был шөғөлгә полк командирын да йәлеп итте. Штаб начальнигы тигән һүҙҙе тырнаҡ эсенә алдым, штаб начальнигы исемен йөрөтһә лә, уның эшен майор Мулюков башҡарҙы, ә ул киске мәжлестәрҙе ойоштороусы булды тиһәм дә, яңылыш булмаҫ.

Штаб һаҡлағанда буш ваҡыттарыбыҙ ҙа булды. Йәшерәктәр урамға сығып, немецтар менән аралашабыҙ, улар русса һөйләшергә тырыша, ә беҙ нимессә белгәнебеҙҙе һупалайбыҙ. Ике-өс йәшлек баланы урамға таҙа, матур итеп кейендереп сығарып ебәрәләр. Ағайым мәрхүмдең улы Рафиҡ кеүек күрәм дә барып күтәреп алам, уйнатам. Шул балаға әгәр урамға сыҡһа тип, кеҫәмә берәр шаҡмаҡ шәкәр һалып ала торғайным. Был бала миңә ныҡ өйрәнде, мине күреп ҡалһа, йүгереп килеп ҡосаҡлап ала. Мин берәр һыныҡ икмәк, шәкәр тоттороп ебәрәм, ул атҡа менгәндәй шатланып ҡайтып китә. Немецтар яғы ла, беҙҙекеләр ҙә минең был ғәҙәтте күҙәткәндәр икән. Бер көн полк командиры: "Ғәниев, беҙ немец ерендә, дошмандар араһында икәнде бик онотоп китмә", - тип иҫкәртте. Минең бер немец ҡыҙына ҡуян атып биргәнде лә күргән икән. Беләм, иптәш подполковник, уларҙың ниндәй ғәйебе бар, тинем. Баяғы баланың ата-әсәһе лә мине күҙәтеп йөрөгән. Уңайлы ваҡыт сыҡһа, атаһы миңә килеп күрешә, һөйләшә торғайны. Немецса һөйләшһә лә, уны тәржемәсеһеҙ ҙә аңлай инем. Үҙенең антифашист булыуын, фашистарға ҡаршы көрәшеүен, концлагерҙа булыуын, бер күҙһеҙ ҡалыуын һөйләй. Ә мин бөтәһен дә аңлайым. Исеме Кларк, ә ҡатыны Луиза ине. Бер көндө ябай ғына итеп ҡунаҡҡа саҡырып сығарҙылар. Баҡсаларын күрһәттеләр, емеш-еләк менән һыйланылар. Луиза уҡытыусы, бик таҙа һәм культуралы кешеләр ине улар.

Ата һүҙен тотмауым йәки уйламайыраҡ эшләүем тураһында тағы бер эпизодты яҙып үтәйем әле. Тәбиғәте бик матур урында торабыҙ. Бер яғында матур урман, көнъяғында тау. Тау аҫтында тәрән генә күл. Һыуға төшә торған урындары ла бар. Һыуға һикереү өсөн вышка ла ҡуйылған. Ҡыҫҡаһы, ял итеү өсөн шәп урын инде. Ә беҙҙең ял итергә лә ваҡытыбыҙ етерлек. Матур көндәрҙең береһендә бер иптәшем менән урманға инеп киттек. Әкиәттәге кеүек урман эсендә бер дворецҡа тап булдыҡ. Йән-яғында клумбаларҙа төрлө сәскәләр үҫеп ултыра. Ишек алды таҙа итеп йыйыштырылған, асфальтта бер ниндәй ҡый күренмәй. Бында кем йәшәй икән, әйҙә инеп ҡарайыҡ, тинек тә ишеккә барһаҡ, йыуан ғына, өлкән йәштәге немец ҡунаҡтарҙы ҡаршылаған кеүек ҡаршы алды. Битте, битте тип кенә тора. Ҙур залға индереп өҫтәл артына ултыртты. Өҫтәлдә матур сәскәләр, бер стаканға бер нисә авторучка ҡуйылған. Беҙ ҙә белгәнебеҙсә маҡтайбыҙ инде. Зер гуд, зер гуд тибеҙ. Ысынлап та, бик матур ине унда. Хужа графинға һалып вино алып килде, беҙҙе үҙе белгәнсә һыйланы. Шул арала авторучкаларҙың береһен кеҫәгә һалып алдым. Һораһам да бирер ине бит, насарлыҡ эшләнем. Ҡайтҡас сумаҙанымды асып ҡараһам, костюмға тип әҙерләгән туҡыма юҡ, кемеһелер сәлдергән. Оло һүҙен тыңламаған - оролған да бәрелгән, тигәне шулдыр инде. Мин дә атай һүҙен онотоп киткәнмен, шуға зыян күреүемде тағы бер аңланым...

Берлинды алһаҡ та һуғыш бара ине әле. Немецтарҙың бер армияһы Прагала беҙгә бирелмәй. Американдар армияһына бирелергә теләп, беҙҙең менән һуғыша тип һөйләйҙәр. Шулай ҙа беҙҙең тирә тынысланды. Сират буйынса аэродром тирәһендә патрулдә йөрөйбөҙ. 8 майҙан 9-ына ҡараған төндә патрулдә йөрөй инем, зенитчиктарҙың береһе "союзник", һуғыш бөтә, немец самолеты беҙҙең истребитель оҙатыуында осоп үтергә тейеш, беҙгә атмаҫҡа ҡуштылар, тине. Зенитчиктарҙы беҙ "союзниктар" тип йөрөтә торғайныҡ. Бер аҙ йөрөгәс, тағы зенитчиктар: "Һуғыш бөткән, немецтар баш һалған!" тип ҡысҡырҙылар. Был хәбәр йәшен тиҙлегендә бөтә аэродромға таралды. Беҙ ура ҡысҡырып һауаға ата башланыҡ. Бының өсөн беҙҙе берәү ҙә шелтәләмәне. Иртәнсәк полк стройға теҙелде. Полк командиры Советтар Союзы Геройы подполковник Матюков һөйләй башлағайны, илап ҡуйҙы. Урың урынына бер капитан сығып телмәрен дауам итте. Һуңынан комсорг лейтенант Новожилов һөйләне. Митингтан һуң ашханаға алып барҙылар. Ҡайһы арала өлгөргәндәрҙер, байрам ашы әҙер ине. Берәр йөҙ грамм төшөрөп, яҡшы ғына ашап алғас, бер нисә һалдат ҡаласыҡҡа сығып киттек. Бәләкәй генә күпер үткәс, парк башлана. Паркта духовой оркестр уйнай. Оркестрҙа барыһы ла немецтар ине. Беҙҙе күреп ҡалған бер майор - ҡаланың коменданты ине, беҙҙе әйҙәләп берәр көрөшкә вино менән һыйланы. Рәхәтләнеп ял итеп йөрөй инек, тревога менән аэродромға ҡайтырға бойорҙолар. Һәр беребеҙ үҙ самолетына йүгерҙе. Лутковский самолетын тоҡандырған, миңә бар йүгер, Беляевҡа ярҙамлаш, тип күрше самолетҡа ебәрҙе. Уға ярҙамлашып самолетын ҡабыҙыуға летчиктар ҙа килеп етте. Бөтә полк һауаға күтәрелде. Беҙҙекеләр һауаға күтәрелеү менән улар өҫтөндә истребителдәр уйнап оса башланы. Рустарға бирелмәйбеҙ тигән немец армияһын пыран-заран килтереп ҡайттылар. Шулай итеп, һуғыш бөттө. Ура!!!